Ошондай һүҙҙәр менән башланып китте Һарытауҙа башҡорт сәнғәт әһелдәренең концерты.
Белеүебеҙсә, был өлкәлә беҙҙең ярайһы күп милләттәштәребеҙ йәшәй, башҡорт ауылдары бар.
Беҙ аҙна дауамында даими яҡтыртып торған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен йомғаҡлау тантанаһы уңайынан ойошторолған тамашаға урындағы башҡорттар зал тултырып йыйылған. Уларға туған моңдарыбыҙҙы сәхнәнән Артур Туҡтағолов етәкселек иткән "Далан" төркөмө, йырсылар Искәндәр Ғәзизов, Алмаз Сирусин, виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, бейеүсе Регина Баракова бүләк итте.
Бигерәк дәртле, рухлы барҙы концерт. Тамашасылар түҙмәй бейергә төшөп китә, ҡушылып йырлай. Айырыуса йәштәрҙең әүҙемлек күрһәтеүе, ихлас булыуы һоҡландырҙы. Бында битарафтар юҡ.
Рәми Ғариповтың һүҙҙәренә яҙылған "Туған тел", "Салауат батыр" йырҙарынан тыш, Артур Туҡтағолов яңы ижад емеше менән уртаҡлашты. Ул "Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ" тип атала. Һуңғы ваҡытта республикабыҙҙың лозунгыһына әйләнгән был һүҙҙәр сәхнәнән заманса, шул уҡ ваҡытта рухлы яңғыраны.
Һарытау өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тамам, әммә был ике төбәк башҡорттары араһында аралашыу туҡтап ҡаласаҡ, тигән һүҙ түгел. Алда – тығыҙ хеҙмәттәшлек, хәл итеүҙе талап иткән уртаҡ мәсьәләләр, бер үк рух, тел ғәме.