тигән юлдар Башҡортостандың халыҡ шағирының “Коньки шыуабыҙ” тигән шиғырынан.
З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә яңыраҡ сыҡҡан “Балалар өсөн йырҙар” йыйынтығына ингән был шиғыр. Тик ул хәҙер йыр ҙа булып киткән. Танылған композитор Юлай Моратов шағирәнең бик күп шиғырҙарына йырҙар яҙған. Быныһына 50 йыр ингән.
Гөлфиә Юнысова беҙгә лә бүләк итте йыйынтығын. Иң изге теләктәрен еткереп, “Гөлфиә әбейең” тип яҙып ҡуйған. Ҙур рәхмәт шағирәгә! Гөлфиә Юнысова – ысын мәғәнәһендә иҫ китмәле балалар шағиры! Ә нисек итеп уҡый ул шиғырҙарын!
Интернетта теләһә ниндәй яңылыҡтар әллә күпме лайк йыя, ә бына балалар китабы тураһындағыһы күпме йыйыр икән? Бына һеҙгә балалар өсөн ижад тураһында яҡты мәғлүмәт!