Шаулап-гөрләп "Гәлсәр һандуғас" телевизион проектының концерты үтте. "Башҡортостан" дәүләт концерт залы халыҡ менән шығырым тулы булды был көн. Рәхәтләнде генә тамашасы!
Ошо конкурс аша сәхнә йондоҙона әүерелгән Динар Халиҡов шаҡтай ваҡыт юғалып тороуының сәбәбен дә аңлатты. "Декрет ялында булдым", – тине ул уйынлы-ысынлы.
Баҡтиһәң, йырсы биш ул үҫтерә икән.
Концертты алып барыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов:
– Динар ҡустым, киләһе концертта "алты уллы Динар Халиҡов" тип әйтергә яҙһын, – тип теләген дә белдерҙе.
Шәп теләк бит! Бирһен Хоҙай!