Тап шундай исем менән Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте.
Сарала мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы, шағир ижадына битараф булмаусылар йыйылды. Олуғ шағирыбыҙҙың ижадын олоһо ла, кесеһе лә ярата: уның йырҙарын нисәмә быуын тыңлап үҫте, әҫәрҙәрен уҡып, спектаклдәрен ҡарап, ундағы геройҙар һәм образдар аша тәрбиәләнде, “ҡояшлы яҡта йәшәргә” ынтылды.
Кисәлә Мостай Кәримдең тормош юлын һәм ижадын сағылдырған фотоһүрәттәр күрһәтелде, сәхнәнән уның шиғырҙары яңғыраны, йырҙары башҡарылды. Уны яҡындан күреп, йә иһә уның менән осрашҡан кешеләр шағир тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. “Таналыҡ” халыҡ театры артистары тарафынан “Ҡыҙ урлау” һәм “Айгөл иле” спектакленән өҙөктәр күрһәтелде.
Бөйөк шағирҙың ижад һәм хәтер кисәһе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Мостай ижады киләсәктә лә уҡыусыларҙың күңелендә йәшәйәсәк.