Филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындағы фольклористика бүлеге мөдире Гөлнур Рауил ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВА – танылған ғалимә, башҡорт фольклорының үҙенсәлектәрен генә түгел, көнүҙәк проблемаларын өйрәнеүгә лә күп көс һалған шәхестәрҙән. Уның менән ошо өлкәгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Гөлнур Рауил ҡыҙы, 2020 йылда Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк. Һеҙҙең был сараға мөнәсәбәтегеҙ нисек?
– Бөтә донъя фольклориадаһының беҙҙә буласағы, әлбиттә, ғорурлыҡ тойғоһо уята. Фольклорсы кеше өсөн был – икеләтә шатлыҡ. Ҡайһы саҡта йәмғиәттә: “Бөтөп бара бит инде фольклорығыҙ, нимә юҡ менән булышаһығыҙ?” – тигән һүҙҙәр ҙә ишетергә тура килә. Бындай ваҡытта минең яуабым бер: халыҡ йәшәй икән, уның ижады ла йәшәйәсәк. Әлбиттә, классик жанрҙарға килгәндә, эпос, әкиәттәр ваҡыты үтте, әммә экспедицияларҙа улар ҙа осрап ҡуя. Ҡалған жанрҙар, заманына ярашлы, һәүетемсә йәшәп килә. Халыҡ йырҙары йырлана, бәйеттәр ижад ителә, таҡмаҡтар сығарыла, йор һүҙле өләсәйҙәр менән йыш аралашҡан кешеләр телмәрҙәрендә мәҡәл, әйтемдәр ҡуллана, көләмәстәр, ауыҙ-тел ижадының башҡа жанр өлгөләре лә шулай уҡ халыҡ араһында йәшәүен дауам итә.
Фольклориада, минеңсә, тәү сиратта, мәҙәни сара булараҡ ойошторола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтырғы Фольклориада алдынан уҙғарылған сараларҙың ойоштороусылары беҙҙе саҡырыуҙы әллә онотто, әллә кәрәк тип тапманы. Мәскәүҙән килгән коллегабыҙ Варвара Добровольская: “Һеҙ нимә эшләп булманығыҙ?” – тигәс, аптырап ҡалдым. Ә беҙ ни бары алты-ете кеше, профессиональ фольклорсылар тик беҙҙең институтта ғына. Юғары уҡыу йорттарыбыҙҙа ла улар юҡ. Шуға күрә Фольклориада беҙҙә үткәндән һуң йәмғиәттең дә, етәкселектең дә был өлкәгә мөнәсәбәте яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип өмөт итәм. Әйткәндәй, донъяуи сараны ҡаршылап, “Башҡорт энциклопедияһы” фольклорсы ғалимдарҙы “Башҡортостан халыҡтары фольклоры” тигән энциклопедия төҙөүгә йәлеп итте.
– Был фәнгә нисек килеүегеҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле.
– Осраҡлы килеп эләктем. БДУ-ла уҡығанда әҙәбиәт өлкәһен һайлап, Ноғман Мусин ижадын өйрәнә башлағайным. Университетта яҡшы уҡығас, кафедра етәкселеге мине артабан аспирантурала уҡырға, фән өлкәһендә эшләргә саҡырҙы. Ул йылда университетта аспирантураға урын булманы. “Ауылға бер ҡайтып китһә, ҡыҙҙар кире Өфөгә килмәй ҙә ҡуя”, – тип мине Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына фольклор буйынса стажер-тикшеренеүсе итеп эшкә ебәрҙеләр. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләнем, бары ете йылдан һуң ғына Мәскәү ҡалаһына аспирантураға уҡырға киттем. Фольклорыбыҙҙың байлығы менән донъя кимәлендә билдәле ғалим Виктор Михайлович Гацактың иғтибарын йәлеп итеп, уның етәкселегендә “Тылсымлы башҡорт халыҡ әкиәттәре поэтикаһы” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым һәм ысын фольклорсыға әйләндем. Халҡыбыҙҙың бай, тәрән фәлсәфәүи, тәрбиәүи көсө менән дә йәлеп иткән әкиәт жанрын бөгөн дә өйрәнеүҙе дауам итәм. Докторлыҡ диссертациямды ла башҡорт халыҡ тылсымлы әкиәттәрен башҡа халыҡтарҙыҡы менән сағыштырып өйрәнеүгә бағышланым.
– Әкиәт жанрын үҙ итеүҙең берәй сере бармы? Белеүебеҙсә, һеҙ данлыҡлы Ирәмәл тауы, күп йылғаларҙың башы булған Уралдың иң матур ерҙәренең береһе – Учалы районынан.
– Эйе, тыуған төбәгем әкиәттәгеләй матур, күңелемдең түрендәге саф шишмәләй сығанаҡ... Башҡорт фольклоры ла ифрат бай, жанрҙары ла күп. Бигерәк тә мәшһүр “Урал батыр” эпосыбыҙ ни тора! Ғөмүмән, Урал ере – феномен, тәбиғәт феномены... Был халыҡтың боронғолоғон ғына иҫбатлап ҡалмай, ә уның шул рухи байлыҡҡа таянып, йәшәү көсө алыуы тураһында ла әйтеп тора. Әкиәттәребеҙ ҙә күп төрлө. Минең өсөн тылсымлыһына ҡараған төркөмө айырыуса ҡыҙыҡлы: кешенең зиһенен әүрәтә, уйландыра, матурлыҡ донъяһына әйҙәй. Әйткәндәй, ғилми тикшеренеүемдең бер өлөшө – башҡорт һәм башҡа халыҡтар әкиәттәренең матурлыҡ формулаларын һәм уларҙың ваҡыт арауығында һаҡланыу проблемаһын өйрәнеү.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 1983 йылдан алып эшләйем. Иң тәүге йылдарҙа Ғилми архивтағы әкиәттәрҙе күсереп яҙып, русса аннотациялар әҙерләү менән шөғөлләнергә тура килде. 1987 йылда рус телендә “Башкирское народное творчество” тупланмаһының томдары донъя күрә башланы. Шул йылдарҙа фольклор бүлеге мөдире Нурмөхәмәт Зарипов, әкиәт томдарын әлегә тиклем баҫылмай архивта ятҡандары менән тулыландырыу маҡсатында, миңә архивта эшләргә ҡушты. Әкиәттәрҙе ҡулдан күсерәм, русса ҡыҫҡаса йөкмәткеһен яҙам. Ул яҙмалар Лев Барагтың өҫтәленә барып ята. Ҡайһыларын алырға, ҡайһыларын юҡ – ул хәл итә ине...
Әйтеүемсә, Мәскәүҙә Рәсәй Фәндәр академияһы Бөтә донъя әҙәбиәте институтының фольклор бүлеге ултырыштарында ғилми сығыштарымды башҡорт фольклорынан миҫалдар килтереп сығыш яһауым менән бүлектең етәксеһе В.М. Гацактың иғтибарын йәлеп иттем һәм артабан ғилми эҙләнеүҙәрем уның етәкселегендә әкиәт жанрына бағышланды. Алда институтыбыҙҙа башҡарған “ҡара эш” тип уйлағаным тәжрибә генә туплау булған икән...
– Фольклорсы-ғалимдың төп бурысын нимәлә күрәһегеҙ?
– Фольклорсы эше бер үк ваҡытта ауыр ҙа, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс та. Ысын ғалим булыу өсөн үҙеңә халыҡ ижадын йөрөп, яҙып-күҙәтеп барырға кәрәк.
2002 йылда бүлек мөдире итеп раҫланғас, бик әүҙем экспедицияларға йөрөй башланыҡ. Ҡайһы йылдарҙа өсәр тапҡыр юлландыҡ. Райондарҙа йыйылған фольклор әҫәрҙәрен эшкәртеп, тиҫтәнән ашыу йыйынтыҡ сығарҙыҡ. Уларҙы эш итә башлаһаң, ниндәй хазинаға юлыҡҡаныңды аңлайһың, шатланаһың, ҡәнәғәтләнәү һәм туған халҡың өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәһең. Бер ваҡыт йыйылған мәғлүмәттәребеҙ ғилми әйләнешкә инеп китер тип ышанабыҙ. Йыйған ҡомартҡыларҙы кире халыҡҡа ҡайтарыу бурысын һәр бер фольклорсы-ғалим тоя һәм үтәй. Икенсенән, фольклористика фәнендә өйрәнелә торған йүнәлештәр күп. Республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында уны уҡытыуға бүленгән сәғәттәр аҙ. Фольклорҙы өйрәнеү – халыҡты өйрәнеү, тип әйтергә була, шуға ла киләсәктә ғалимдарыбыҙ үҙ белемдәрен уҡыусылар менән дә бүлешһен ине.
– Бөгөнгө башҡорт фольклорының торошон нисек баһалар инегеҙ?
– Алда әйтеп үткәнемсә, халыҡ ижады заманыбыҙға ярашлы йәшәүен дауам итә. Экспедициялар ваҡытында ошо күренешкә шаһит булып шатланып ҡайтабыҙ. Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ райондарында халыҡ поэзияһы өлгөләре әүҙем йәшәүен күрҙек. Ҡыҫҡа йырҙар, таҡмаҡтар, бәйеттәр, йола шиғриәте өлгөләрен арыу ғына яҙып алырға насип булды. Көньяҡ райондарҙа әкиәттәр, риүәйәт, легендалар, оҙон йырҙар, таҡмаҡтар шулай уҡ күп осраны. Беҙҙең тарафтан ХХI быуатта, ярты быуаттан һуң, билдәле яҙыусыбыҙ һәм ғалимыбыҙ Кирәй Мәргән етәкселегендәге экспедициялар уҙғарылған Свердловск, Силәбе, Ҡурған, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында йәшәгән милләттәштәр араһында фольклор йыйырға насип булды. Ул тарафтарҙа ла башҡорт халыҡ ижадының матур өлгөләрен яҙып алып ҡайттыҡ һәм шуларҙан торған китаптар баҫтырып сығарҙыҡ.
– Күреүебеҙсә, бик күп фольклор экспедицияларында ҡатнашҡанһығыҙ. Халыҡтың бөгөнгөһө фольклорҙа нисек сағыла?
– Бөгөн боронғо ҡомартҡыларҙы популярлаштырыу әүҙемләшә, төрлө конкурстар ойошторола, сәхнәләштерелә һәм башҡалар. Әйткәндәй, буласаҡ Бөтә донъя фольклориадаһы ла халыҡ ижадына бағышланған сараларҙы әүҙемләштерә, халыҡты күтәрә. Ә ерҙәштәребеҙ тормошон һәр саҡ таҡмаҡ, йыр, бәйет, мөнәжәт, мәҡәл, әйтем кеүек жанрҙар менән оҙатып бара. Тематикалары төрлө: кешенең күңелен бөгөн нимә борсой, ни өсөн ул яна-көйә йәки шатлана – бөтәһе лә тиерлек жанрҙарҙың йөкмәткеһен тәшкил итә. Ә жанрҙарҙың төп лейтмотивы – матурлыҡ һәм яҡшылыҡҡа ынтылыш. Урал батырыбыҙ әйтеп ҡалдырғанса: “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!” – ошо фекер донъяла, халыҡ күңелендә, минеңсә, һаман да йәшәүен дауам итә.
– Гөлнур Рауил ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, һеҙгә ижади уңыштар теләйбеҙ!