Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Октября 2019, 05:48

Бейеү тылсымы сорнаһын!

Матур башланғысты этно-йырсы Зәйнетдин шунда уҡ эләктереп алды һәм илебеҙҙең йөрәге Мәскәүҙән Ҡыҙыл майҙанда яҙҙырылған видео һалды. Һис шикһеҙ, дәртле башҡорт көйө майҙанды йәнләндереп, йәмләп ебәргәндер!

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Бынан бер нисә көн элек республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә башҡорт бейеүҙәрен башҡарған егеттәр һәм ҡыҙҙар тураһында пост яҙғайны.
Дәртле йөрәкле, милли бейеүҙәребеҙҙе яратҡан әүҙемдәр ҡайҙа ғына бейемәй: төрлө ҡалаларҙа, төбәктәрҙә, хатта сит илдәрҙә лә. Был бик шәп!
Радий Фәрит улы ошо рухлы, матур күренеште иғтибарынан ситтә ҡалдырманы һәм бер нисә айҙан шәхсән үҙенән бүләк вәғәҙә итте. Бының өсөн башҡорт бейеүен Башҡортостанда ла, унан ситтә лә башҡарырға мөмкин.

Читайте нас