Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Октябрь 2019, 16:22

Шағирын данланы Башҡортостан

Республикабыҙ халҡы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итте. Саралар башҡорттар йәшәгән, совет әҙәбиәтен уҡыған донъяның һәр төбәгендә үтте, тип әйтергә була.

Республикабыҙ халҡы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итте. Саралар башҡорттар йәшәгән, совет әҙәбиәтен уҡыған донъяның һәр төбәгендә үтте, тип әйтергә була.


Өфөләге төп саралар Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында барҙы. Ул башта рәсми вәкилдәр, шағирҙың балалары менән Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалды, аҙаҡ митингта сығыш яһаны. Ҡаҙағстан, Ҡыр­ғыҙс­тан, Рәсәй төбәктәренән килгән әҙәбиәтсе­ләр, ғалимдар, шағирҙар, әҙиптең ижадын яратыусылар, йыйылған бар халыҡ олуғ әҙипкә хөрмәтен белдерҙе.


“Беҙ Мостайҙан үрнәк алырға тейешбеҙ! Уның кеүек халҡыңа хеҙмәт итеү өлгөһөн һәр кем асылына алырға бурыслы. Байрам менән ба­рығыҙҙы ла! Тыуған көнөң менән, Мостафа Са­фа улы!” – тине Радий Хәбиров үҙ сығышында.


Рәсәй Президентының мәҙәниәт буйынса кәңәшсеһе, Лев Толстойҙың бүләһе Владимир Толстой үҙ сығышында бында юлға сығыр алдынан Мәскәүҙең иң ҙур китапханаларына инеп, шағир­ҙың китаптарын күрмәүен, һатыусы­ларҙан рус классиктарының йыйынтыҡтарын һорап та, уларҙың табылмауын, китап нәшер итеү эшендә ниндәйҙер хаталар барлығын әйтте. “Бына был һәйкәлдәр Шағирға түгел, ә беҙгә, вариҫтарына, кәрәк!” – тине ул.


Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Ильяс Магомед-Саламович Умаханов байрам көнөн ҙур символик мәғәнәгә эйә һәм иҫтәлекле тип атаны. Ул совет осороноң әҙәбиәт титандары булған шағирҙарҙың ижадын юғары баһаланы һәм Мостай Кәримдең дуҫы Рәсүл Ғамзатовтың дүрт юллыҡ шиғырын уҡыны.


Ҡаҙағстандың дәүләт секретары Крымбек Кушербаев сәләмләүҙе ҡаҙаҡ телендә башланы, әлбиттә, барыһы ла аңлашылып торҙо.

“Мостай Кәрим беҙҙең ике туғандаш халыҡтың рухи бәйләнешен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Алматыға килергә яратты, унда бик күп дуҫтары йәшәне һәм йәшәй. Уларҙы ижади идеялар, юғары маҡсаттар һәм уҡыусы алдындағы яуаплылыҡ бәйләне. Яҙыусының бик күп әҫәрҙәре ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән. Бөйөк шәхес киләсәктә лә беҙҙең туғандарса мөнәсәбәтте һаҡлауға һәм халыҡтарҙы яҡынайтыуға булышлыҡ итәсәк”, – тине ул.


Сенатор Лилиә Ғүмәрова Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе. Унда Мостай Кәрим исеме мәңгелеккә Ватан мәҙәниәте тарихына яҙылыуы хаҡында әйтелә.


Рәсәй Яҙыусылар союзының беренсе секретары Геннадий Иванов Башҡортостанға, шағирға арнап шиғыр уҡыны. Рәсәйҙә Ҡырғыҙстандың Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Аликбек Джекшенкулов, был көн бөтә Евразия халҡын берләштерҙе, тине.


Дағстандың халыҡ шағиры Магомед Ахмедов, шағирҙың бөйөклөгө уның ижады тыуған ер моңо менән һуғарылыуында, тип билдәләне. Ә Ҡабарҙа-Балҡарҙан Муталип Беппаев Мостай Кәрим түбәһе Ҡаф тауында булыуын һәм ул Ҡайсын Кулиев түбәһе менән бер-береһенә ҡарап тороуын әйтте. Татарстан премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхразиев, Татарстандың халыҡ шағиры Ренат Харис ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе.


Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы, Мостай Кәрим фонды директоры Әлфиә Кәримова байрамға килгән һәр ҡу­наҡҡа, рәсми вәкилдәргә, әҙәбиәт һөйөүселәр­гә рәхмәтен белдерҙе. Ул юбилей сараларына әҙерлек ваҡытында әҙиптең шәхси архивындағы бер папкала записка табып алыуын әйтте. Унда шағир ялғандан ҡурҡыуы тураһында яҙған. “Ата­йым һәр ваҡыт ғәҙел булырға тырышты. Ул яҡын­дарына, дуҫтарына, ҡәләмдәштәренә ҡа­рата ғәҙел булмауҙан ҡурҡты. Атайым беҙгә шун­дай ҙур байлыҡ ҡалдырған: тоғро дуҫтар, яратҡан уҡыусылар. Юбилей саралары бер йыл бара. Уның ижадын баһалағандар байрам­ды күтәреп алды. Ура!” – тип ҡыуанысын белдерҙе.


Байрамда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары ла ҡатнашты, улар шағирға арнап шиғырҙарын уҡыны. Өфө ҡалаһы мәктәбе уҡыусыларының сығышы ла сараны йәмләне. Бик күп уҡыусылар яҙыусының әҫәрҙәрен ятлап, уҡырға тип китаптарын тотоп килгәйне!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығы байрамы “Торатау” конгресс-холында дауам итте. Халыҡ бик күп йыйылды.


Рәсәй Президентының мәҙәниәт буйынса кәңәшсеһе Владимир Толстой Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Ҡаҙағстандың дәүләт секретары Крымбек Кушербаев Ҡаҙағстан Президенты Касым-Жомарт Токаевтың ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Артабан Саида Медведеваның “Мостай” фильмы тәҡдим ителде. Шағирҙың әҫәрҙәрен рус телендә күренекле шәхестәр Владимир Спиваков, Валерий Малюшин, Сергей Безруков, Сулпан Хаматова уҡыны. Документаль фильмда ла Кендек – бәләкәй Мостай образын “Һеңлекәш” фильмында төп ролде башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин уйнаны.


Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилей саралары тыуған яғында – Шишмә районының Келәш ауылында ла үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Мостай Кәрим фонды директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, ейәне Тимербулат Кәримов, төрлө илдәрҙән ҡунаҡтар, шиғриәт һөйөүселәр ҡатнашты.


Ҡунаҡтар башта Илһам шишмәһенән һыу ауыҙ итте, аҙаҡ Мостай Кәрим аллеяһына ағастар ултыртты. Келәш ауылында өр-яңы мәҙәниәт йорто сафҡа инде. Шунда уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һәләк булған яҡташтарға һәйкәл асылды. Ә мәҙәниәт йортона Мостай Кәримгә арналған һәм бинаның “Башнефть” йәмғиәте ярҙамы менән төҙөлөүе хаҡында таҡтаташ эленде.


Мәҙәниәт йортоноң фойеһында халыҡ шағирына арналған күргәҙмәне, стендтарҙы йыйылған халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡараны. Халыҡҡа матур концерт та тәҡдим ителде.


Ә инде йолаға әйләнгән Ҡыҙҙар тауындағы усаҡ янына барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды.
Читайте нас