Бына һиңә мә! Ҡыҙҙар буйҙаҡ Радикты нисек тә үҙҙәренә ҡаратырға хыялланып йөрөгәндә, уның бынан ике йыл элек үк өйләнгәне асыҡланды.
Был турала Өфө моделе Диана Хәкимйәнова хәбәр итә.
Ҡыҙ Инстаграмда үҙенең сәхифәһендә Элвин Грейҙы үбеп торған фотоһын ҡуйған һәм “Иң яҡшы көн иң яҡшы Элвин Грей менән. Һүҙҙәр артыҡ” тип яҙған.
Яҙма шунда уҡ комментарийҙар менән тулған. Күптәр уларға бәхет теләгән, һоҡланғыс пар булыуҙарын әйткән. “Матурһығыҙ, күптән бергәме?” тигән һорауға иһә Диана: “Рәхмәт, 2017 йылдан бирле бергә”, – тип яуап биргән.
Әйткәндәй, ҡыҙ элегерәк тә яратҡан артисыбыҙға арнап пост яҙып ҡуйған булған икән. “Мин шундай бәхетле. Ә 21 көндән һуң тағы ла бәхетлерәк буласаҡмын, сөнки Элвиндың “ҡатыны” булыуыма ике йыл туласаҡ. Ҡайҙа ғына булһам да, нәмә генә эшләһәм дә, ул һәр ваҡыт минең янымда. Юлъяҡшин, минең шатлығымды һүҙҙәр менән аңлатыу әҙ, ул һәр ваҡыт йәшәй”, – тигән.
Был дөрөҫмө-юҡмы? Кем генә белһен инде ул йондоҙҙарҙы. Элвин Грей иһә уның сәхифәһенә үҙенең рәсми битенән күҙ ҡыҫҡан смайл ҡуйған. Әллә улар ысынлап өйләнештеме икән?