Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Ноябрь 2019, 17:00

Байрам бүләге

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Иҫке Балтас ауылында яңы кино залы асылды.

Кино – айырылғыһыҙ бер өлөшө. Һәр кем кескәйҙән мультфильм ҡарап, насарҙан яҡшыны айырырға, фекерләргә өйрәнә. Ә күпме хис-тойғо кисерә! Ғәҙеллек, матурлыҡ, батырлыҡ, дуҫлыҡ хаҡында уйлана. Кино көлөргә лә, иларға ла мәжбүр итә. Ул ял итеү урыны ғына түгел, ә шәхесте тәрбиәләү йәһәтенән дә әһәмиәте ҙур.


Бөгөн киноны өйҙә ҡарау өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булһа ла, халыҡ барыбер кинотеатрға барып, яратҡан фильмы менән таныша. Икенсенән, ул аралашыу, үҙеңде йәмғиәттә тоторға өйрәнеү урыны ла. Тап мәҙәни усаҡтарҙа осрашып, дуҫлашып ғаилә ҡорған­дар аҙмы ни арабыҙҙа?!
Шуға тантанаға өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡыуанып килде. Район ха­кимиәте башлығы Илгиз Субу­шев йыйылыусыларҙы тәбрикләп, “КиноБалтас” залы халҡы 100 меңгә тиклем ҡалаларҙа кино­театр­ҙар асыу федераль проектына ярашлы сафҡа инеүен билдәләне.
– Хәҙер халыҡҡа ялын күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү мөмкин­леге артты. Бында юл өҙөлмәҫ тип ышанам, – тине ул.

Баҡтиһәң, Иҫке Балтас халҡы егерме йылға яҡын кино ҡарау бәхетенән мәхрүм булған. Дуҫтар, ғаилә менән күмәкләп ял итеү, нәфис фильм ҡарауҙың ни икәнен белмәгән бер быуын үҫкән.
Республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Халиҡов әйте­үенсә, был программа 2015 йылдан башлап тормошҡа ашырыла. Быйыл республикала 32 кинотеатр ремонтланған. Йыл аҙағына тиклем тағы ун кинотеатр ҡоролмаларын һанлы технологияға күсереү бурысы тора. Быйыл Рәсәйҙә ошо маҡсатта махсус федераль про­граммаға ярашлы егерме биш грант бүленгән. Иҫке Балтастағы кино залы – ана шуның һөҙөмтәһе.
– Бындай кино залдарының асылыуы – беҙҙең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға, – тине “Башҡортостан” кино­студияһының генераль директоры урынбаҫары Рөстәм Солтан­ғужин. – Беҙҙең фильмдарға ихтыяж арта. Кино төшөрөүселәр тамашасы ихтыяжын ҡәнәғәтлән­дереү өсөн тырышып эшләйәсәк. Бында иң яҡшы фильмдарҙы ҡарарға яҙһын!
Грант кинотеатрға халыҡты йәлеп итеү өсөн заманса ҡора­малдар һатып алырға форсат биргән. Мәҫәлән, хәҙер 2D һәм 3D форматындағы фильмдар күрһәтеү мөмкинлеге бар. Шуныһы үҙенсә­лекле: бындай кинотеатрҙарҙа тәҡдим ителгән фильмдарҙың 50 проценты Рәсәйҙеке булырға тейеш. Зал 250 урынға иҫәпләнгән. Ул аҙнаһына дүрт тапҡыр эшләй, көн һайын биш сеанс фильм күрһәтеләсәк.
Балтас халҡы шатлығын “Баш­ҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре, кинотамаша ветераны, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәнис Хажимов та уртаҡлашты.
Балтас районы.
Читайте нас