Өфөнөң Орджоникидзе районында урынлашҡан Ҡала мәҙәни-ял үҙәгенең "Калинка" спорт-бал бейеүҙәре халыҡ ансамбле Ҡаҙағстанға гастролдәргә барған.
Улар Нурсолтан ҡалаһында үткән VI "Astana Grand-Prix" халыҡ-ара конкурс-фестивалендә, "Көнсығыш мөғжизәһе" VIII халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында беренсе урындар яулаған, "Алтын һибелмә" халыҡ-ара конкурсында гран-при алған!
Юл ыңғайы Өфөнөң йәш бейеүселәре Нурсолтанда башҡорт бейеүен башҡарып, билдәле флешмобта ла ҡатнашырға ниәтләгән. Афарин яҡташтарыбыҙға!