Милләттәштәребеҙ, яҡташтарыбыҙ Аида һәм Илдар Әбсәләмовтар тыуған Башҡортостандан ситтә, туғандаш республиканың баш ҡалаһында – Ҡазанда йәшәй.
“Тыуған ерҙе, туған телде, моңдарҙы һағынып киткәндә, әлдә Интернет селтәре бар, тип шатланам. Теләгән йырыңды тыңларға, туған телде ишетеп ҡыуанырға була”, – ти Аида.
Әбсәләмовтарҙың бәләкәс кенә ҡыҙы Әминә лә милли бейеүҙәрҙе үҙ итә. Баҡһаң, ул этно-йырсы Заһир Зәйнетдиновтың көйәрмәне икән. Башҡорт бейеүе флешмобы хаҡында ишетеү менән унда ҡатнашырға теләк белдергән. Афарин бәләкәскә!