Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
5 Ноябрь 2019, 17:50

Фәриҙә Ғаззалова бәпәй алып ҡайтҡан

"Бәпесебеҙ 30 октябрҙә тыуҙы, – тип яҙа был хаҡта "Бәйләнештә" төркөмөндә йырсы. – Уны оҙаҡ һәм түҙемһеҙлек менән көттөк”.

Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".

Бәпес ҡайтты... Йәш ғаилә, уларҙың туғандары өсөн ошонан да изге, шатлыҡлы һүҙҙең булыуы мөмкин түгел.

Ошо көндәрҙә яратҡан йырсыбыҙ Фәриҙә Ғаззалованың ғаиләһе лә шатлыҡлы ваҡиға кисерә: моңло һандуғасыбыҙ улы Асҡарға иптәшкә тағы ул алып ҡайтты.

"Улыбыҙ 30 октябрҙә тыуҙы, – тип яҙа был хаҡта "Бәйләнештә" төркөмөндә йырсы. – Оҙаҡ һәм түҙемһеҙлек менән көттөк. Бигерәк тә улым Асҡар, әсәй, ҡустымды ҡасан күрәм, ти сабырһыҙланды. Ә атаһы ныҡ тулҡынланды. Бәхетле, ғүмерле, тәүфиҡле булығыҙ, балаҡайҙарым".

Беҙ ҙә йырсыны бәхетле минуттары менән ҡотлайбыҙ! Атай-әсәйле, һау-сәләмәт, халҡыбыҙға файҙалы баһадир булып үҫеүен теләйбеҙ.

Читайте нас