Тиҙҙән бөтә ғаләмгә иғлан ителгән башҡорт бейеүе флешмобы тамамлана.
Этно-йырсы Заһир Зәйнетдинов был хаҡта интернет селтәрендә видеосәләм ебәргән. Әйтеүенсә, бәйгегә 15 ноябрҙә йомғаҡ яһаясаҡтар, ә приз фонды ун меңдән алтмышҡа тиклем еткән.
Флешмоб халыҡ араһында тиҙ арала популяр булып китте, бейеү сәләмен океан аръяғынан да, Европанан да, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән иң төнъяҡ тарафтарынан дә ебәрҙеләр. Афарин! Башҡорт бейеүен бейеүселәргә – дан!
Әлегә һеҙҙең иғтибарығыҙға сираттағы бәйгеселәрҙең сығыштарын тәҡдим итәбеҙ. Бөгөн флешмобҡа Әбйәлил районының Юлдаш ауылынан Лариса Фәйзуллина һәм Учалы районының һылыуҙары ҡушыла.
Фото: sun1.ufanet.userapi.com