Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Ноября 2019, 07:13

“Мосафир”ҙың юл башы

Өфөлә “Мосафир” этно-музыка форумы булды. Уның үҙенсәлеге шунда: фестивалгә бөтә Рәсәйҙән ижади коллективтар йыйылды.

Туған моңдар йәнгә сихәт.


Өфөлә “Мосафир” этно-музыка форумы булды. Уның үҙенсәлеге шунда: фестивалгә бөтә Рәсәйҙән ижади коллективтар йыйылды.


“Мосафир”ҙы асыу тантанаһы “Торатау” конгресс-холында үтте. Са­ранан Башҡортостандың мәҙә­ниәт министры Әминә Шафиҡова ла ситтә ҡалманы, ул ҡунаҡтарға, тамашасыларға республика етәксе­һе Радий Хәбировтың хатын уҡып ишеттерҙе.
“Ҡәҙерле дуҫтар! Этно-музыка форумында ҡатнашыусыларҙы бар йөрәктән тәбрикләйем! – тиелә хатта. – Был форум төрлө халыҡ моң­дарының шедеврҙары менән таныштыра, Башҡортостандың мәҙә­ни тормошонда өр-яңы битте аса, төрлө халыҡтарҙы ныҡлы дуҫлыҡ күперҙәре менән тоташтыра. Иманым камил: был проекттағы төрлө мә­ҙәниәттәрҙең үҙ-ара хеҙмәт­тәшлеге уңышлы буласаҡ, музыка донъяһындағы этник йүнәлештә тағы ла яңынан-яңы асыштар бул­ды­расаҡ. Бар ҡатнашыусыларға бөт­мәҫ илһам, бер-береһе менән аралашыуҙан алған тәьҫорат­тарының сағыу булыуын теләйем”.
– Барығыҙҙы ла бөгөн Урал “йөрәге” Башҡортостанда сәләм­лә­үемә бик шатмын, – тип ситтән кил­гән ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итте Әминә Шафиҡова үҙе. – Башҡорт ере һәләттәргә бай, сөнки беҙҙең баһалап бөткөһөҙ мәҙәни мира­ҫыбыҙ бар.

Өс көн дауам итәсәк фестивалде асыу тантанаһы Башҡортос­тандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры өлөшөнә төштө. Сәхнәнең артҡы өлөшөн генә түгел, ике яҡлап тотош ялмап алған хозур тәбиғәт күренештәре, Өфө менән таныштырған видеослайдтар, про­жекторҙан һуҙылған ут көлтәләре ярҙамында тыуҙырылған тылсым­дың, әлбиттә, төп өлөшө оркестр уйнаған туған моңдарыбыҙҙа ине. Етәксеһе, дирижер Линар Дәүләт­баевтың үҙ эшен мөкиббән бирелеп, оло кинәнес һәм һөйөү менән баш­ҡарыуы әллә ҡайҙан күҙгә салына – уның ихласлығына, һөнә­рилегенә зал ихлас алҡышланы. Шуныһын билдәләмәү яҙыҡ булыр – Линар тамашасыларға табан әйләнеп, уларҙың алҡыштарына ла дири­жер­лыҡ итте хатта, һоҡланғыс күренеш килеп сыҡты.
Артабан был тылсымды Роберт Юлдашев етәкселегендәге “Ҡурай­сы” төркөмө менән “Guzal Dance” бейеү ансамбле дауам итте. Хал­ҡыбыҙҙың боронғонан килгән моң ауазы ярҙамында үткән менән бөгөнгөнө тоташтырҙы улар, музыка менән башҡорт бейеүе бергә ҡушылып, иҫ киткес тандем барлыҡҡа килде.
Башҡорт бейеүе тигәндәй, “Музыкант Зәйнетдин иғлан иткән башҡорт бейеүе флешмобы һуңғы арала бар донъяны яулап алды” тине алып барыусылар һәм был һөйөнөслө дәлил менән килеш­мә­йенсә булмай. Һәр кем хәбәрҙар­ҙыр: был проектта ҡатнашыусылар көндән-көн арта, уларҙың бейеү сәләме Ер шарының әле бер, әле икенсе осонан килеп тора. Флешмобтан “Musafir” ҙа ситтә ҡалманы: сәхнәгә төрлө тарафтан йыйылған форум спикерҙары сығып, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина етәк­селегендә башҡорт бейеүен башҡарҙы.
Һәм был “Moсафир” этно-музыка форумының юл башы ғына булды. Һуңынан “Өфө уттары”, “Music Hall” төнгө клубтары майҙаны ысын мә­ғә­нәһендә мөғжизәле мөхиткә сорналды: төрлө өлкә һәм ҡалаларҙан килгән этно-төркөмдәр тамашасы­ларҙы үҙ сығыштары менән ҡыуан­дырҙы. Башҡортостандан күптән халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән “Арғымаҡ”, “Йатаған” этно-төр­көм­дәре, Мәскәүҙә йәшәп тә башҡорт музыкаһын бар донъяға яңғыра­тыу­ға өлгәшкән “Заман” төркөмө, За­һир Зәйнетдинов етәкләгән, һуң­ғы ваҡытта көндән-көн киң билдә­ле­лек яулай барған “Зәйнетдин” этно-шоу проекты, тәүге аҙым­да­рын яһап, күп кенә тамашасыны үҙенсәлекле стиле менән әсир итергә өлгөргән “Рүзи­лә+Тәмлекәстәр” төркөмө туған моңдарыбыҙҙы тәҡдим итте.
Читайте нас