Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Ноября 2019, 10:00

Һамар далаларында ҡурай моңо яңғыраны

Байрамда Юлай Ғәйнетдинов ниндәй ҡыҙыҡлы ла, һағышлы ла ваҡиғаны бәйән итте?

Һамар өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтә.

Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, республикала билдәле мәғариф һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, Фатима Мостафина, Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназиялары уҡытыусылары, тарихсылар, журналистар көн башында Һамар өлкәһендә тыуып үҫкән халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндар, Рәшит Ниғмәти, Фатима Мостафина исемдәре уйып яҙылған таҡтаташҡа сәскәләр һалды.

"Тыумышы менән тап беҙҙең төбәктән булған башҡорттарҙың исеменең ил тарихында уйылып ҡалғаны өсөн ғорурланабыҙ", – тине Һамар өлкәһе ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Сәфиулла Уйылданов.

Билдәле ҡурайсы, фольклорсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов ҡыҙыҡлы ла, һағышлы ла тарих бәйән итте.

"Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти мәшһүр йырсыбыҙ Сөләймән Абдуллин башҡарыуында "Зәлифәкәй" башҡорт халыҡ йырын бик яратып тыңлаған һәм үҙе баҡыйлыҡҡа күскәс, уны тап ошо йыр аҫтында оҙатыуҙарын һораған. Йыназа ваҡытында Сөләймән Абдуллин "Күңелем тула, йырлай алмаясаҡмын, таҫмаға яҙҙырылған тауышымды ҡуйығыҙ" тигән һүҙҙәр менән бынан баш тарта”, – тине Юлай Ишбулды улы һәм "Зәлифәкәй" йырының көйөн ҡурайҙа яңғыратты.

Оло Чернигов район хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Елена Хуртова был ерҙәрҙәге сараларҙың береһенең дә башҡорт милләтен, рухын сағылдырған күренештәрһеҙ үтмәүен, бында тарихҡа иғтибар ҙур булыуын билдәләне.

Әлеге ваҡытта үрҙә һанап үтелгән вәкилдәрҙән торған Башҡортостан делегацияһы Украинка ауылында урындағы милләттәштәребеҙ менән осраша. Ҡунаҡтарҙы ишектән үк башҡортса кейенгән кескәйҙәр "Ҡарабай" көйө менән ҡаршы алды, артабан улар "Любизар"ҙы яңғыратты.

Бал, бауырһаҡ, ҡымыҙ, "Бөрйән ҡыҙҙары" бейеүе, Украинка мәктәп уҡыусылары тарафынан ойошторолған милли күргәҙмә – барыһы ла бөгөнгө осрашыуға юйылмаҫ сағыу биҙәк өҫтәне.

Украинка ауылы Һамар өлкәһе Оло Чернигов районының башҡорттар күпләп йәшәгән төбәге һанала. Бөгөнгө осрашыуға башҡа ауылдарҙан да милләттәштәребеҙ килгән.

Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән республика Хакимиәтенең милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге белгесе Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев, Һамар өлкәһе губернаторы исеменән хакимиәттең эске сәйәсәт департаменты рәйесе урынбаҫары Роман Кирсанов сәләмләне.

Читайте нас