Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Ноября 2019, 20:00

"Кире әйләнеп ҡайтмаһам, үҙемде ғәфү итмәҫ инем"

– Минең турала нимә генә тип һөйләмәнеләр: “башҡорт”, “ҡыҫыҡ күҙ”, “бейеүсе ул, гимнастка түгел”...

Спортсы, бейеүсе, алып барыусы... Яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева - сағыу, уңышлы заман башҡорт ҡыҙҙарының береһе.
Спорт донъяһында уңышһыҙлыҡҡа осрап, барыһын да яңынан башларға мәжбүр булғас, ул үҙенең уңыш серҙәре менән бүлешә:
“Кире әйләнеп ҡайтмаһам, үҙемде ғәфү итмәҫ инем. Ауыр кәүҙәлегә әүерелһәм дә, йөҙөмдө һытҡылар баҫһа ла, Берлиндағы Донъя кубогында йәки Япониялағы донъя уйындарындағы ҡоралай һынлы Ләйсән булмаһам да, Рәсәй йыйылма командаһында ун бишенсе һанға төшһәм дә... Башта унынсылар рәтенә индем, аҙаҡ “изге өс таған”дың береһенә әүерелергә форсат тыуҙы – Кабаева, Чащина, Үтәшева...
Минең турала нимә генә тип һөйләмәнеләр: “башҡорт”, “ҡыҫыҡ күҙ”, “бейеүсе ул, гимнастка түгел”. Миңә барыбер булды, алға барыуымды дауам иттем, сөнки үҙенсәлекле булыуыма бер ҡасан да шикләнмәй инем”.
Ләйсән Үтәшеваның һоҡланғыс ижади ғаилә ҡороуы хаҡында хәбәрҙар булмаған кеше юҡтыр. Билдәле Рәсәй юморисы Павел Воля менән улар бер малай, бер ҡыҙ үҫтерә. Собака.ру журналында биргән интервьюһында Ләйсән нисек итеп “ике ҡуянды бер юлы тотоуы” тураһында ла һөйләй:
“Барыһына ла өлгөрөргә тырышмайым. “Барыһы ла” тигән һүҙ, киреһенсә, ҡапҡан ул. Теләк булһа, спорт менән шөғөлләнергә лә, балалар менән уйнарға ла, тормош иптәше менән аралашырға ла ваҡыт табып була. Иң мөһиме – нимәгә өҫтөнлөк бирергә теләүеңде аныҡ белеү.
Үҙ графигымды бар ерҙә лә баланс булырлыҡ итеп төҙөйөм: әсәй, ҡатын, артист булып та өлгөрәм. Съемкалар һәм репетициялар көн дә булып тормай, мөһим осрашыуҙар һәм сәфәрҙәрҙе бер аҙна элек күҙаллайһың – был осраҡта барыһына ла өлгөрөп була”.
Фото: Собака.ру журналынан.
Фото: games-of-thrones.ru
Читайте нас