Йыр-моңға, таланттарға бай Бөрйән ҡыҙы Рәсимә Динисламованың Хәйбулла ерен үҙ итеүенә лә байтаҡ йылдар уҙған. Йөрәктәргә үтеп инерлек, үҙенә генә хас моңло тауышы ғына түгел, һөйкөмлөлөгө, зауыҡлы итеп кейенә белеүе менән дә күптән инде тамашасы күңеленә үтеп ингән Рәсимә Рафиҡ ҡыҙы хаҡында яҙырға тәҡдим иткәстәр, шатланып риза булдым, сөнки был йырсының ижадын күптән күҙәтеп барам. Уның һуңғы ваҡытта күп кенә йырҙар ижад итеүе, төрлө йыр-моң конкурстарында ҡатнашыуы хаҡында ишетеп беләм. Йырсы, баянсы һәм һәүәҫкәр композитор Рәсимә ДИНИСЛАМОВА менән әңгәмә уның ижад юлы, илһам ҡошоноң ҡасан килеүе, нисек йырҙар тыуыуы, киләсәккә уй-ниәттәре, борсолоу-ҡыуаныстары хаҡында булыр.
– Рәсимә Рафиҡ ҡыҙы, моғайын, барыһын да мәғрур ҡарағайҙар төйәге булған Бөрйән ҡыҙының сал далалар иле Хәйбуллаға нисек килеп сығыуы ҡыҙыҡһындыралыр...
– Барыһы ла ошо хаҡта һорай, тиһәм дә була (йылмая – авт.). Күрәһең, ысынлап та, минең Хәйбуллала йәшәп, ижад итеүем күптәрҙе аптырашта ҡалдыра. Бәлки, дала кеүек киң күңелле хәйбуллалар араһында йәшәүем миңә илһам, дәрт бирәлер ҙә яңы йыр ижад итеүгә ҡанатландыралыр.
Мин йәмле Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә иң өлкән баламын, тағы ике ҡустым бар. Сәнғәтте яратҡан, мәҙәниәтте үҙ иткән ғаилә ағзаһы булыуым менән үҙемде бәхетле һанайым. Шунлыҡтан бәләкәйҙән моңдоң ҡәҙерен белеп, сәнғәткә башкөллө ғашиҡ булып үҫкәнмендер.
Ҡустыларым уйнап өйрәнһен өсөн, атай-әсәйем гармун һатып алды. Ни өсөндөр улар уны үҙ итмәне, ә минең шул тиклем уйнағым килде. Ул ваҡытта бейеүсе булам тип уйлай торғайным, сөнки бала саҡтан бейергә яраттым, әхирәттәрем өсөн үҙем хәрәкәттәр уйлап сығарып, мәктәптә уҡыған саҡта бейеүҙәр һалдым.
Шулай ҙа өйҙә ултырған гармун күҙҙе ҡыҙҙыра ғына, түҙмәнем, бер көн уны ҡулыма алып, күректәрен тартып ебәргән булдым. Иң тәүге уйнаған көйөм “Ҡарабай” булды, уны миңә әсәйем үҙе өйрәтте. Ул ваҡытта гармун түңәрәгенә яҙылыу теләге ҙур булһа ла, түләүле булыу сәбәпле, йөрөй алманым. Хаҡы ла заманына күрә байтаҡ ҡына юғары ине, айына 20 һум. Һигеҙенсе класта уҡығанда, үҙемә гармун һатып алып бирҙеләр.
Хәтеремдә, “Пионер” журналында балалар бейеү ансамбле тураһында бик матур һүрәтләмә баҫылды. Минең дә ошо ансамблдә бейегем килде, хат та яҙып ебәрҙем. Редакциянан “йәшең үткән” тигән яуап килде һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт-ағартыу техникумына барырға кәңәш иттеләр.
– Шулай һеҙ студент булып киттегеҙме?
– Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бейеүсе булырға яҙмаған. Уҡып йөрөгән мәлемдә операция яһатырға тура килде. Шунлыҡтан мине хор-дирижер бүлегенә күсерҙеләр.
Тормошта бер нәмә лә осраҡлы булмай, тиҙәр. Бейеүсе була алмағаныма үкенмәйем, киреһенсә, яҙмыш миңә сәнғәт юлында үҙемде икенсе яҡтан асырға мөмкинлек бирҙе. Баянда, мандолинала уйнарға өйрәндем.
1992 йылда ҡулыма диплом алып, хеҙмәт юлымды Ишембай районында башланым. Йәш, матур саҡ, мөхәббәт утында янған саҡ. Барыһы ла булды тормошомда: үлеп ғашиҡ булыуҙар ҙа, һөйөү тулы мөхәббәт тә. Мин тиҙ ғашиҡ булыусанмын. Тәбиғәткә, йыр-моңға, матур кешеләр осраһа, уларға ғашиҡмын. Бәлки, ижад кешеһе шулай булалыр ҙа, бигерәк тә мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр.
Әммә тормош һин теләгәнсә генә бармай. Минең дә яҙмышым ҡырҡа икенсе төҫ алып, уйламағанда Хәйбулла тарафтарына алып килде.
– Һәм һеҙ сал ҡылғанлы далалар еренә аяҡ баҫтығыҙ...
– Эйе, 1996 йылда Хәйбулла районына эшкә килдем, егерме йылға яҡын “Йәйғор” балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләнем. Бер юлы район мәҙәниәт йорто янындағы Нәзифә Ҡыҙрасова етәкселегендәге “Гөлләмә” вокаль ансамблендә шөғөлләндем, әле лә уны ташламаным.
Балалар менән эшләү ҙә миңә ныҡ оҡшай ине: яңы ғына килгән кескәйҙәргә йыр өйрәтеү, уларҙы үҫтереү, музыкаль яҡтан һәләттәрен асыу күңелгә дәрт өҫтәй. Уларҙың сығыштарын күреү үҙе бер байрамға тиң ине! Әммә үҙ өҫтөңдә эшләргә, ижад итергә ваҡыт та, хәл дә ҡалмай.
Район мәҙәниәт йортона саҡырыу алғас, тәүәккәлләргә булдым. Яңы дәрт менән эшкә тотондом. Нисектер икенсе һулыш асылғандай тойолдо, күңелдә ҡасандан бирле йөрөгән моң-көйҙәр үҙенән-үҙе бәреп сыҡҡандай, яңы йырҙар яҙыуға этәргес бирә.
– Рәсимә Рафиҡ ҡыҙы, күптәр һеҙҙе һәүәҫкәр композитор булараҡ та яҡшы белә. Тәүге йырығыҙ ҡасан яҙылды, йыр ижад итеүгә нимә мәжбүр итте?
– Тәүге йырым “Ғазапланма” тип атала. Уның яҙмышы бик бәхетле булып сыҡты. 2015 йылда “Юлдаш йыры”нда ҡатнашып, икенсе урынды яуланым. Артабан Сибайҙа һәүәҫкәр композиторҙар араһында Юлай Моратов исемендәге конкурста лауреат булдым.
– Юҡтыр, сөнки уны күңелеңдән тыуҙырырға кәрәк бит. Икенсенән, һүҙҙәренә ныҡ иғтибар итеүсәнмен. Минең өсөн шиғырҙың оҡшауы кәрәк, әгәр ҙә ул күңелгә ятһа, көй үҙенән-үҙе килеп сыға. Мәғәнәһеҙ, рифма өсөн генә яҙылған һүҙҙәрҙе фиғелем ҡабул итмәй.
Әле минең 100-ҙән ашыу йырым бар. Уның күбеһен үҙем башҡарам, шулай уҡ танылған йырсыларҙан Лилиә Ишемйәрова йырлай.
Сибай ҡалаһында Юлай Моратов исемендәге һәүәҫкәр композиторҙарҙың асыҡ конкурсында, Ейәнсура районында ойошторолған Сөләймән Абдуллин һәм Мәғфирә Ғәлиева исемендәге призға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың асыҡ конкурсында урын алыуым мине тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе һәм йәнә илһамланып ижад итергә тотондом. 2014 йылда, Мәҙәниәт йылына арнап, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең гимнын яҙҙым. Ул йыр бик популяр булып китте. Шулай уҡ “Сулпылар” балалар телевизион бәйгеһендә минең йырҙы башҡарған балаларҙың еңеүсе булыуы ла ижадыма ҡанат өҫтәй.
– Ниндәй авторҙар менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?
– Гөлнур Ҡыуатова, Фирүзә Абдуллина, Зөфәр Вәлитовтың шиғырҙарына бик күп йырҙар яҙылды. Татарстандың Аҡтаныш районында йәшәгән шағир Фәнәүис Дәүләтбаевтың 70-тән ашыу шиғырына көй яҙылды. Ҡазан ҡалаһына уның ижад кисәһенә барып, үҙебеҙсә, саф башҡортса йырлап та ҡайттым әле (көлә – авт.). Шулай уҡ Йәүҙәт Мөхәмәтшин, Хәдис Ниғмәтуллиндың шиғырҙарына ижад ителгән йырҙарым бар.
– Йырҙар ижад итеү күңел торошона бәйле, тиҙәр. Был һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?
– Килешәм. Ысынлап та, ул шулай. Күңел ҡыуаныс кисергәндә, дәртле һәм шат йырҙар тыуа, һағышланғанда һағышлы йырҙар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ниндәйҙер сарала булып, күңел ҡанатланып, илһам алып ҡайтҡанда нисектер еңел генә көй тыуыуы мөмкин. Мин үҙемә оҡшаған шиғырҙы уҡыһам, уға моң өҫтәгем килә, шулай иткәндә, ул тағы ла матурыраҡ күренгәндәй тойола.
– Заказға йырҙар яҙаһығыҙмы?
– Яҙырға тура килгән осраҡтар булды. Әммә бик аҙ, ундай йырҙарҙы яҙыу еңелдән түгел. Шуға ваҡытымды бушҡа үткәрергә теләмәйем. Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ, ти бит халыҡ та.
– Үҙегеҙ ижад иткәндәр араһынан иң яратҡан йырығыҙ бармы?
– Мин уларҙы бүлмәйем, барыһын да тигеҙ күрәм, яратам. Балалар кеүек бит улар, нисек уларҙы айырырға мөмкин?! Бармағыңдың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта бит. Йырҙарымдың барыһы ла күңелем аша үткән, уларҙың барыһы ла миңә яҡын һәм ҡәҙерле.
– Сәхнә кешеһе ҡыйынлыҡтарға йыш осраймы?
– Һәр эштең үҙ ҡыйынлығы, үҙ проблемаһы барҙыр инде. Минең өсөн иң ҡыйыны – үҙем ижад иткән йырҙарға аранжировка эшләтеү. Сифатлыһын яһатыу өсөн байтаҡ сығым талап ителә. Үҙебеҙҙең район егеттәренә, атап әйткәндә, Маҡандан Сергей Захаров менән Аҡъярҙан Ирек Атановҡа ҙур рәхмәт. Йырҙарымдың күбеһенә улар аранжировка эшләне. Шулай уҡ Ильяс Кинйәғолов та ярҙам иткәне бар. Бер йыр яҙҙыртыу өсөн генә лә өс мең һумдан ашыу аҡса кәрәк, ә минең йырҙарым бик күп. Күптәре “тыуып” та үҙ тамашасыһына ишетелмәй ята әле.
– Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы, тиҙәр. Эшегеҙҙән башҡа һеҙҙе тағы нимәләр ҡыҙыҡһындыра?
– Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылам, яңы шөғөлдәрҙе үҙ итергә тырышам, бер урында тапанырға яратмайым. Бәләкәйҙән бәйләргә яраттым, ниндәйҙер осорҙа ул үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡты. Аҙаҡ мәрйендәр, сәйләндәр менән эш итергә тотондом: селтәр, ҡашмау, хәситә, төрлө биҙәүестәр яһау күңелемә оҡшап ҡалды. Кемгәлер бүләк иттем, һораусыларға һаттым.
Сәхнә һоҡланыуҙы ярата, шуға күрә һәр саҡ матурлыҡҡа ынтылып йәшәйем. Тамашасылар алдына сыҡҡанда ла килешле күлдәк кейергә, сағыу биҙәүестәр тағырға тырышам. Сәхнә кешеһенә төҫкә-башҡа күркәм булыу кәрәк. Зауыҡлы кейем һайлай белеү ҙә йырсы өсөн мөһим сифаттарҙың береһелер, тип иҫәпләйем.
Әле тырнаҡтарға маникюр эшләү нескәлектәрен өйрәнәм. Ҡатын-ҡыҙ өйҙә лә, сәхнәлә лә һәр яҡлап гүзәл булырға тейеш тигән фекерҙәмен. Кәйефтәр күтәренке булғанда, үҙеңде бар яҡлап матур итеп тойғанда ғына, күңелдән көй ағыла, йырлағы килә.
– Киләсәккә ниндәй пландар менән янаһығыҙ?
– Улар күп инде. Әсә булараҡ, улдарым Айнур менән Тимурҙың юғары белем алып, тормошта үҙ урындарын табыуҙарын теләйем. Йырсы булараҡ, халыҡ йырҙарын өйрәнеп, уны тамашасы хөкөмөнә сығарғым килә. Быға тиклем нисектер уларҙы йырларға баҙнат итмәйерәк торһам, әле ваҡытым еткәнде тоям. Композитор булараҡ, үҙем яҙған йырҙарҙы башҡа йырсыларҙың да башҡарыуын теләр инем. Шулай уҡ үҙем ижад иткән һәм башҡарған йырҙарҙан диск сығарыу теләге менән янам. Башҡараһы эштәр, яулайһы үрҙәр алда әле, ең һыҙғанып ижад итергә генә ҡала!
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ижад шишмәләрегеҙ артабан да урғылып торһон, сағыу талантығыҙ, моңоғоҙ, иҫ киткес тырышлығығыҙ менән артабан да яңы бейеклектәргә үрләргә яҙһын.