Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Ноября 2019, 05:59

Милли байрамдар гөрләй

Республикала ҡаҙ өмәләре гөрләй. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Темәс ауылында ла ҡаҙ өмәһе үтте.

Республикала ҡаҙ өмәләре гөрләй. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Темәс ауылында ла ҡаҙ өмәһе үтте.


Миләүшә менән Илнур Биктимеровтар йыл һайын күп итеп ҡош-ҡорт аҫрай. Уларға тотош ауыл халҡы ярҙамға килә. Байрамса кейенгән өмәселәр быйыл да шаян хәбәрҙәр һөйләп, күңелле йырҙар көйләп ҡаҙ йолҡто. Тәжрибәле ҡатын-ҡыҙҙар йәштәрҙе милли йоланың нескәлектәре менән таныштырҙы. Күмәкләгәс, эштең ауырлығы ла һиҙелмәне.
Өмәселәр ҡаҙ түшкәләрен сайырға һыу буйына юлланды. Уларҙы гармун моңо, күңелле йырҙар оҙатты. “Темәс” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эргәһендә ойошторолған “Ғилмияза” фольклор төркөмөнөң сығышы байрамға айырыуса йәм өҫтәп ебәрҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар өмә ойошторған йорт хужаларына киләсәктә лә именлек, муллыҡ теләне. Байрам сараһы йола буйынса табында дауам итте.
Читайте нас