Быйыл З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә күренекле әҙибә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Яҡупованың өр-яңы китабы донъя күрҙе. Туғыҙ бүлектән торған йыйынтыҡтың беренсе томында шағирәнең 1965 – 2018 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары, дастандары тупланған.
"Һайланма әҫәрҙәр"ҙең тәүге томындағы әҫәрҙәрҙе автор хронологик тәртиптә түгел, ә тематик бүлектәрҙә урынлаштырған.
Беренсе бүлек "Әлмисаҡтан - һөйөү ауазы" тип атала һәм "Әҙәм вә Һауа" поэмаһы менән асыла. Бүлек "Йәшлек гөлләмәһе", "Мин - бер ҡатлы, мин - мең ҡатлы, ҡатлы-ҡатлы" тигән бүлексәләрҙән тора. Автор үҙе әйтмешләй, уларҙа мөхәббәт һандуғасы һайрай, һөйөү гөлө сәскә ата.
“Илкәйемдә – минең даланым” исемле бүлектә иһә тыуған ил, туған тел, Башҡортостан темаһын яҡтыртҡан шиғырҙары бирелгән. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Шаңдау” поэмаһында Гөлнур Яҡупова Башҡортостаныбыҙҙың Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан алып бөгөнгәсә үткән юлын, тарихын, сәйәсәтен сағылдыра.
“Йәнтөйәккә мәҙхиә” бүлеге Гөлнур Яҡупованың тыуған төйәге – Башҡортостаныбыҙҙың хозур тәбиғәтле Ғафури районына, тыуған ауылына бағышланған.
Иң һуңғы бүлеккә авторҙың балалар өсөн яҙылған бер шәлкем шиғырҙары ингән.
Унан тыш, шағирә Гөлнур Яҡупова ижад емештәрен социаль селтәрҙәрҙә лә уҡыусыларға тәҡдим итә.
“Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси сәхифәһендә ул:
“Һайлап ҡына шәлкем-шәлкем шиғырҙарымды ҡуя башлайым.
Китап һатыуҙа аҙ ғына ҡалып бара, алырға ашығығыҙ!”, – тип шиғриәт һөйөүселәргә мөрәжәғәт иткән.
Фото авторҙың шәхси архивынан.