Күренекле әҙибә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Яҡупова хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Кушнаренкола үткән “Ҡаурый ҡәләм” байрамы үткән. Әҙәби ижадҡа күңел һалған мәктәп балалары араһында барған бәйге быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылған. Ойоштороусыһы – билдәле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәндидә Харрасова.
– Ошо төбәктән оло ижад юлына Рәдиф Ғаташ, Хәсән Мөхтәр, Карам Баҡиров, Нәжибә Әминева һәм башҡалар сыҡҡан – 22 әҙип. Был ҙур күрһәткес һәм ҡәләм тибрәтеүселәрҙең йәш быуынын үҫтереү, ҡанат ҡуйыу, традицияларҙы дауам итеү – изге эш. Әлбиттә, бындай яуаплы, киң даирәле эште, район етәкселеге, мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселек күтәреп алмаһа, башҡарыуы ауыр булыр ине. Күреүемсә, “Ҡаурый ҡәләм”гә иғтибар ҙур. Байрамдың район мәҙәниәт йортонда уҙғарылыуы үҙе үк ошо хаҡта әйтеп тора. Биш йыл – үҙенә күрә йомғаҡлау, алда торған бурыстарҙы барлау осоро ул, – тип белдерҙе сара тураһында Гөлнур Яҡупова.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса утыҙҙан ашыу бала төрлө номинацияларҙа бүләкләнгән. Фәндидә Харрасованың шәхси премияларына Иҫке Ҡормаш мәктәбенән Наҙгөл Хәйретдинова, Кушнаренколағы 1-се мәктәп уҡыусыһы Камила Иҙрисова, Әхмәт урта мәктәбенән Дарья Тяптина, Арина Ғилмийәровалар лайыҡ булған.
Гөлнур Яҡупова әйтеүенсә, бәйгелә ҡатнашыусылар өс телдә: башҡорт, татар һәм рус телдәрендә ижад итә икән. Номинанттар һәм лауреаттар сәхнәлә шиғырҙарын туған телдәрендә яңғыратҡан.
Бүләкләүҙәр, сығыштар концерт номерҙары менән аралашып барған.
Фото Гөлнур Яҡупованың шәхси архивынан.