“Мин үҙем башҡорт ауылында Тыуып үҫкән бер бала”
Бишбүләк районында Мең ырыуы йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған төбәк-ара Шәжәрә байрамына күрше райондарҙан да вәкилдәр килгәйне. Был аңлашыла ла, ни генә тимә, бер ғаиләнең шәжәрәһе күрше ауылдар менән барып тоташа. Бөйөк Аҡмулланың атаһы – Миәкә районының Туҡһанбай ауылынан, әсәһе – Айыттыҡы.
Айыт мәктәбе, ауылы тураһында гәзитебеҙҙә күп яҙҙыҡ. Был яҡтарҙа милли усаҡ тап ошонда тоҡанып китте, сөнки шул ауыл мәктәбен тамамлаған әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, бөгөн инде Мең ырыуы башлығы урынбаҫары Альфред Шәймәрҙәновтың тыуған ере ул.
Шәжәрә байрамы Дүсәндә ойошторолдо. Эйе, дөрөҫ аңланығыҙ – күренекле дәүләт эшмәкәре, дипломат Кәрим Хәкимовтың тыуған ауылында.
Ғәбделкәрим Ғәбделрәүеф улы Ғәбделхәкимов 1890 йылдың 28 ноябрендә Бишбүләк районының Дүсән ауылында тыуған. Күренекле совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре. Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Сәйәси золом ҡорбаны.
Кәрим Хәкимов сәғүдтәр династияһының яңы дәүләте үҫешендә туранан-тура ҡатнаша һәм король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүдтең дуҫы булып китә. Мосолман мөхитендә тәрбиәләнеп һәм элегерәк революционер, ҡыҙыл командир һәм совет власын ойоштороусы булараҡ, үҙенең шәхси абруйы менән ғәрәп-фарсы донъяһында Совет Рәсәйенең ыңғай йөҙөн барлыҡҡа килтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес. СССР-ҙың Тышҡы эштәр министрлығында Хәкимов ғәрәп Көнсығышы буйынса иң яҡшы белгестәрҙең береһе тип иҫәпләнгән.
“Ҡыҙыл паша”ны репрессиялау һәм язалап үлтереү Сәғүд Ғәрәбстанында идара иткән династияға тәрән тәьҫир яһай — шул уҡ 1938 йылда короллек СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙә, һәм улар тик 1990 йылдар башында ғына тергеҙелә.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙән булған вәкилдәрҙе ҡабул иткән ил короле Башҡортостан кешеһен ҡулынан тотоп алып ҡына йөрөтә, бындай күренештең булғаны юҡ, тиҙәр. Улар өсөн Кәрим Хәкимов намыҫ һәм ышаныс өлгөһө булған.
Дүсән ауылының заманса мәҙәниәт йортонда ишек төбөнән үк шәжәрә ағастары, ҡул эштәре күргәҙмәләре күҙгә салынды. Тамырҙары хаҡында тыңларға, ошо хаҡта башҡаларға еткерергә халыҡ күп йыйылған. Сараны район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин асып, барыһына ла уңыштар теләне һәм шәжәрәне тергеҙеү эшенә илтифат итергә саҡырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, сығышы менән үҙе лә Бишбүләк районы егете Ғаяз Зарипов төбәктәштәрен был сараға ҙур әһәмиәт биреүҙәрен, ошо байрамдан һуң да тамырҙарҙы барлау эше йәнле барырға тейешлеген билдәләне.
Төбәктә Мең ырыуы башҡорттары йәшәй. Был – уларҙың грамоталар менән нығытылған аҫаба ерҙәре. “Мең” этнонимы мең (“тысяча”) һанынан барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә. “Дәфтәр-и Сыңғыҙнамә” составына ингән “Ҡысса-и Сыңғыҙхан” дастанына ярашлы, Сыңғыҙхан мең ҡәбиләһе башлығына “Мең һаҙаҡлы Урҙас-бей” тип мөрәжәғәт итә. Ж. М. Сабитов буйынса, “мең” этнонимы ҡәбилә башлығы Урҙас-бейҙең “Мең һаҙаҡлы” (“Тысячеколчанный”) лаҡабынан барлыҡҡа килгән. Г. Е. Грум-Гржимайло фаразына ярашлы, тыва халҡы составындағы меңгәт (мингат) этнонимы менән билдәле булған төп ырыу атамаһының бер өлөшөн “мең” атамаһы тәшкил итә, бында -әт (-ат) күплек ялғауы булып тора. Шул уҡ ваҡытта этнонимдың монголдарҙың “маңғыт” ҡәбиләһе атамаһынан барлыҡҡа килеү фаразы кире ҡағыла, сөнки һуңғы “Сокровенное сказание”ла телгә алынған “Маңғытай” антропонимынан барлыҡҡа килгән.
Мең этнонимы шулай уҡ ҡырғыҙҙар, нуғайҙар һәм үзбәктәрҙең араһында теркәлгән. Башҡорттарҙың Мең ырыуында ҡыбау-мең, күл-мең, ҡырҡөйлө-мең, мең, меркет-мең, ҫыбы-мең, ҫарайлы-мең тармаҡтары бар. Хәҙерге тикшеренеүселәр ҡыбау һәм меркеттәрҙе айырым башҡорт ҡәбиләләре тип тә яҙа. Бишбүләк төбәге – ул Ҫарайлы-мең ырыуы ере.
Күренекле тарихсы Салауат Хәмиҙуллинға инеп килгәндә үк халыҡ әле теге, әле был һорауы менән ихтирамлы мөнәсәбәтен күрһәтә башлағайны инде. Сәхнәгә сығыу менән Мең ырыуы эсендәге Ҫарайлы-меңдәрҙең тарихы тураһында ентекләп тыңланылар.
– Ҫарайлы-меңдәр Дим йылғаһының үрендә һәм уның ҡушылдығы Өйәҙе йылғаһы буйында йәшәй. Шулай уҡ Өйҙөрәк, Балышлы йылғалары үрендә, Благовар районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, уға терәлеп торған Шишмә районында ла көн итәләр. Шулай уҡ Миңзәлә йылғаһы буйында, йәғни бөгөнгө Татарстандың Туҡай, Сарман райондарында ҫарайлы-мең вариҫтары йәшәй.
Бөгөн был ырыу башҡорттары алдында ҙур проблема тора. Күптәре үҙҙәренең сығышын белмәй. Етмәһә, оҙайлы ваҡыт ҡырҙа йөрөгәндән һуң, улар аҫаба ерҙәренә XVIII быуаттың яртыһында ғына кире ҡайта, әммә Ҡырҡ-өйлө меңдәр уларҙы индермәй, ә Күл иле-меңдәр ҡабул итә. Бөгөн Бишбүләк районында – Айыт, Дүсән, Йылболаҡтамаҡ, Миәкә районында – Кәркәле, Сатый, Көсөгән, Баязит, Шатмантамаҡ, Благовар районында Һарайлы, Өйҙөрәкбаш, Иҫке Усман ауылдарында башҡорттар йәшәй. Был хаҡта архив документтары, метрикалар дәлилләй. “Башҡорт ырыуҙары тарихынан” китабының бер томын тулыһынса ҫарайлы-меңдәргә арнаныҡ. Унда бик күп мәғлүмәт тупланған. Был ырыу башҡорттары башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшә, – тине Салауат Ишмөхәмәт улы.
Шулай уҡ билдәле тарихсы Азат Ярмуллин да үҙ сығышында ошо төбәккә бәйле мәғлүмәттәрҙе еткерҙе:
– Дүсән һәм Айыт ауылдары үҙҙәренең күренекле шәхестәре менән дан тота. Улар – совет дипломаты Кәрим Хәкимов һәм бер туған шағирҙар Ғабдулла менән Фәтих Кәримовтар. Ғабдулла Кәримов әҙәбиәттә “Ярлы Кәрим” псевдонимы менән билдәле. Ул 1919 йылда революцион Петроградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан. Күптәр уның яҙмалары хаҡында белеп тә бөтмәй. Үҙенең милли асылы хаҡында бер шиғырында ул бына нимә тип яҙа:
Мин үҙем башҡорт ауылында
Беҙгә уның исемен мәңгеләштерергә кәрәк. Граждандар һуғышы ваҡытында ул айырым Башҡорт уҡсылар бригадаһында сәйәси хеҙмәткәр булып эшләй, ә 1920 – 1926 йылдарҙа “Башҡортостан хәбәрҙәре”, “Башҡортостан” баҫмаларында көс түгә. Уның хаҡта күберәкте белә алабыҙ! Уның исемен урамға бирергә, махсус экспозиция булдырырға, хатта һәйкәл асырға тәҡдим итәм! – тине ул, фекерен йомғаҡлап.
Эйе, ваҡытлы матбуғат архивын өйрәнгәндә, беҙ Ярлы Кәримдең тулы ижадын күҙ алдына килтерә алыр инек. Башҡорт яҙыусылары Ғабдулла һәм Фәтих Кәримовтар аҫаба башҡорт төйәге Бишбүләк районының Айыт ауылында тыуған. Шуға ла улар бала сағынан башҡорт көнитмешен күреп, аңлап үҫкән һәм кисерештәрен шиғыр юлдарына һалған. Фәтих Кәримдең 1927 йылда яҙылған ошондай шиғыр юлдары бар:
Ҡурай – миңә әткәй бүләге ул,
Моңландырып барыһын йырлатҡан.
Әткәй кеүек һеҙҙе илатмам.
“Без – башҡортлар” ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиевтең сығышы төньяҡ-көнбайыш диалектында барҙы. Ул һәр ерҙә шулай һөйләй, ул бер ҡасан да үҙенең телен – башҡорт теленең һөйләш төрөн боҙғаны юҡ, шуға күрә тәү ҡарашҡа залда ултырған халыҡ башта аптырап ҡалған һымаҡ та итте. Әммә Радик:
– Минең ата-бабаларым башҡорт булған, әммә бер ҡачан да үз телен бозоп сөйләшмәгән. Улар рухи яктан көчле булган, дип уйлыйм бөгөн. Диалектларыбыз тергезелсә, күпме башҡорт үзенең тамырына ҡайтыр иде! – тине һәм теленә, һөйләшенә генә ҡарап, кешенең милли асылы билдәләнмәүе, башҡорт теленең һөйләштәре, диалекттары күп булыуы тураһында әйтте.
Ниһайәт, тибеҙ, сөнки нисәмә йыл дауамында барған ошо фекерҙең республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан хупланыуы бик күп башҡорттарға милли асылына ҡайтырға ярҙам итә. Ана, Туймазыға әйләнеп ҡайтҡан, заманында билдәле татар рокеры Альберт Исмаил да шәжәрәһен өйрәнеп, ғәм халыҡҡа башҡорт булыуын әйтте. Фекер төрлө кеше тарафынан төрлөсә ҡабул ителде, әммә был – хәҡиҡәт!
Төбәктең әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Альфред Шәймәрҙәнов Айыт мәктәбе майҙанында яҡташ шағирҙары Фәтих һәм Ғабдулла Кәримовтарға, юбилейы уңайынан Шәйехзада Бабичҡа, Салауат Юлаевҡа аллеялар булдырырға тәҡдим итте. Ул шулай уҡ Ярлы Кәрим хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асыу мәсьәләһен күтәрҙе.
Әйткәндәй, һәр тәҡдимгә ҡарата район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин үҙ фекерен әйтеп, хуплап барҙы. Бары тик Айыт мәҙәниәт йортона күренекле яҡташтары, дәүләт эшмәкәре Илдар Ғимаевтың исемен биреп, мәңгеләштерергә йыйыныуҙарын әйтте.
Фәтих Кәрим ижадына килгәндә, ул тулыһынса яҙыусы Фәнис Янышев тарафынан өйрәнелгән. Бары тик йыйынтығын әҙерләп кенә сығарыу мөһим. Башҡортостанда Фәтих Кәрим исемендәге премия бар, уны яҡташыбыҙ, данлыҡлы шағир тип күп һөйләйбеҙ, ә бына йыйынтығын сығарғаныбыҙ булмаған. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә әҙиптең шиғырҙар китабы киләһе йыл донъя күрер тип көтөп ҡалабыҙ. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ла был хаҡта хәбәрҙар һәм бөгөндән ошо юҫыҡта эш алып бара.
Сәхнә түрендә – тамырҙарын барлаусылар
Шәжәрәләр буйынса ойошторолған конкурс комиссияһы рәйесе Зөфәр Ғәтиәтуллинды хәҙер республикала ғына түгел, унан ситтә йәшәгәндәр ҙә яҡшы белә: ул үҙен шәжәрә төҙөү, мәғлүмәттәр менән эш итеү буйынса юғары кимәлдәге белгес итеп танытты. Үҙ сығышында һәр бер шәжәрә төҙөүсегә былай тип мөрәжәғәт итте: “Минең әбейем, нәнәйем шулай тип әйткәйне, тигән һүҙгә генә таянып шәжәрә төҙөп булмай. Йәғни, төҙөгән хәлдә лә, уларҙағы дәлилдәрҙе архив материалдары менән сағыштырып ҡарарға, тикшерергә кәрәк!”
Бик күп ауылдарҙан вәкилдәр сығып, йыйылған халыҡты шәжәрәһе менән таныштырҙы. Зөфәр Ғәбит улының һүҙенә дәлил булып, Дүсән ауылынан бер ханымдың сығышы яңғыраны. Ул: “Дәүәтием безгә шулай диде!” – тигән һүҙҙәргә нигеҙләп, нәҫел ағасын төҙөргә тырышҡан. Эш атҡарыуы бик хуп, әммә уның метрикалы дәлиле, архив документтарына таянған нигеҙе булырға тейеш. Шулай итеп, Шәжәрә конкурсында Халиҡовтар, Хәлитовтар, Камаловтар, Ғәтиәтуллиндар, Вилдановтар, Ғатауллиндар, Әсфәндиәровтар еңеү яуланы. Афарин! Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Уларға урындағы бағыусылар матур бүләктәр ҙә әҙерләгәйне. Дүсән, Айыт, Йылболаҡтамаҡ, Аҙнай, Көсөгән, Бикҡол, Ҡаныҡай ауылдары вәкилдәре алдынғылыҡҡа сыҡты.
”Өфөбетонсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт (етәксеһе – Алик Ильясов), шәхси ойошма (етәксеһе – Фәнис Хәлиуллин) еңеүселәргә бүләктәр әҙерләгәйне. Уларға Мең ырыуы ойошмаһы Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Бишбүләк районына килгәндә, тағы ла бер күренекле замандаштарын телгә алып китке килә. Ул – Бәләбәй педагогия училищеһында башҡорт төркөмө, Бәләбәй башҡорт гимназияһын астырыуға ҙур өлөш индергән Мөнирә Сәлихова-Мөхәмәтова. Вафат булған, әммә ошо төбәктәге башҡорт балаларына юл асып, уларҙы белем алыуға өндәп йөрөгән ханымды оноторға ярамай. Уның исемен дә мәңгеләштерергә кәрәк. Тәүҙә Сафуан Яҡшығолов уҡыуҙарына Бишбүләк районынан берәй бала уның тураһында ғилми эш әҙерләһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине. Уның тормош һәм хеҙмәт биографияһы, моғайын, яҡындарына, туғандарына, яҡташтарына билдәлелер? Бергәләп тергеҙәйек яҡты хәтерҙе!
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған төбәк-ара Шәжәрә байрамында республика Башлығына мөрәжәғәт тә ҡабул ителде. Киләһе йыл данлыҡлы дипломат Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыу уңайынан уның юбилей сараларын киң ҡоласлы итеп уҙғарыу тураһында һорай был йыйын. Унан тыш, Бишбүләк районы ауылдарында Шәжәрә байрамы уҙғарыу, Фәтих һәм Ғабдулла Кәримовтарҙың исемен мәңгеләштереү, атаҡлы артист Тимербулат Имашевҡа бағышлап саралар ойоштороу, Аҙнай ауылы уртаһындағы Өйәҙе йылғаһы аша күперҙе нығытыу, Аҙнай – Дим – Бишбүләк автомобиль юлын йүнәтеү, Аҙнай ауылы мәктәбенең буш бинаһында балалар баҡсаһы асыу, Аҙнай мәктәбендә VI класҡа ҡабул итеүҙе тергеҙеү, Башҡортостан яҙыусыларын, сәнғәт әһелдәрен урындағы халыҡ менән осрашыуға йышыраҡ йәлеп итеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында әйтелә резолюцияла.
Эйе, Башҡортостан өсөн күренекле шәхестәр үҫтергән Бишбүләк районы бөгөн башҡорт зыялыларының иғтибарына мохтаж. Ошо йәһәттән милләттәштәребеҙҙең киләсәген, көнкүрешен хәстәрләү уңайынан да беҙ был яҡтағы һәр сараға ҡулдан килгән тиклем ярҙам күрһәтергә һәм яҡты мөнәсәбәт менән бағырға бурыслыбыҙ. Төбәгебеҙҙең һәр районы, һәр ауылы – ул ҙур Башҡортостандың ғәзиз балаһы. Уларҙың һәр береһендә ошо республиканы төҙөгән, уны күтәргән халыҡ, шунан сыҡҡан шәхестәр йәшәй. Мәғариф министрлығы Бишбүләк районында башҡорт тел ғилеменә арналған конференциялар, әҙәби уҡыуҙар ойошторһа, нисек шәп булыр ине! Мәҙәниәт министрлығы башҡорт артистарының гастролдәрен ошо төбәккә йүнәлтһә, шулай уҡ милләттәштәрҙең рухын күтәреү сараһы булыр ине.