Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
18 Декабря 2019, 15:00

Нәсимә Тимерова киленле булған

"Киленебеҙ Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Балаҡайҙарыбыҙ бәхетле була күрһендәр, бер-береһен аңлап, ғүмер итһендәр", – ти бәхетле әсәй.

Яратҡан йырсыларыбыҙ Нәсимә менән Азамат Тимеровтарҙың Урал, Арыҫлан исемле улдар үҫтереүе барыбыҙға мәғлүм. Моңло ғаиләләге балалар ҙа яҙмышын сәнғәт менән бәйләгән. Оҫта бейеүсе булып дан алған Урал бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге беренсе республика башҡорт гимназия-интернатында педагог, төрлө сараларҙы ойоштора, бейеүҙәр һала. Ә кесе улдары Арыҫлан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль гимназияһында туғыҙынсы класта белем ала.
Ошо көндәрҙә Тимеровтарҙың ғаиләһендә ҙур шатлыҡ – Уралға кәләш әйттергәндәр.
"Киленебеҙ үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы, Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында тыуып үҫкән Земфира Байдәүләтова була ул. Уның башҡорт ҡыҙҙарының "Һылыуҡай" конкурсында, шулай уҡ Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулауы күптәргә билдәлелер, моғайын. Киленебеҙ Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡый. Балаҡайҙарыбыҙ бәхетле була күрһендәр, бер-береһен аңлап, ғүмер итһендәр", – ти бәхетле әсәй.
Беҙ ҙә йәштәргә бәхетле, матур ғүмер теләйбеҙ.
Фото йырсының "Бәйләнештә" төркөмөнән алынды.
Читайте нас