"Ил төкөрһә - күл була". Ошондай һүҙҙәр менән Шәһит Хамматов фатир алыр өсөн аҡса йыя.
Бына инде бер нисә көн билдәле актерҙың "Бәйләнештә" һәм "Инстаграм" сайтындағы сәхифәләрендә айырыуса йәнлелек күҙәтелә. Барыһы ла Шәһиттең үҙенең яҙылыусыларына видео форматындағы мөрәжәғәтнамәһенән башланды.
“Дуҫтар, шәп яңылыҡ, әгәр һеҙ миңә бер һум булһа ла ебәрһәгеҙ, миңә фатир алырға иғәнә йыйыласаҡ”. Шәһиттең шулай тиеүе булды, изге йәнлеләр уға аҡса ебәрә башланы. Кемдер бер һум, кемдер ике, кемдер егерме ике... Ә кемдер йөҙ, биш йөҙ, бер меңен дә йәлләмәй. Барыһынан да йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин уҙҙырған – илле мең ебәргән, тиҙәр...
“Әгәр ысынлап та шулай бер-беребеҙгә һумлап булһа ла аҡса күсерһәк, ярҙам булыр ине. Ә йыйылған аҡса суммаһын Яңы йыл көнөндә күрерһегеҙ”, – тине Шәһит үҙе был хаҡта.
Ысынлап та, һуңғы арала бындай хәлдәр йыш күҙәтелә. Йәштәр, ғәҙәттә, тыуған көндәре етһә, “Ҡотлауҙарҙы картаға ҡабул итәм” тип яҙа һәм уға беркетелгән телефон номеры менән бүлешә. Кемдер быны өнәп етмәй, хәйер һорашыуға тиңләй, кемдер биш һум менән булһа ла изгелек ҡылырға тырыша.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Ә мин әлегә Шәһиткә тәғәйен бер һумды күсерә торайым әле.