Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Декабрь 2019, 12:27

Баҫҡан урынында ут сәсрәтеп

Яҙмыш ҡыҙ баланы ҡайҙарға ғына ташламай. Гөлшат Ибәтова ла ҡасандыр килеп, Иглин районы башҡорттары тормошона сағыу эҙҙәр һалырмын, тип уйламағандыр инде. Ә шулай ҙа бөгөн ул баҫҡан урынында ут сәсрәтеп, район да мәҙәниәтте үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.

Яҙмыш ҡыҙ баланы ҡайҙарға ғына ташламай. Гөлшат Ибәтова ла ҡасандыр килеп, Иглин районы башҡорттары тормошона сағыу эҙҙәр һалырмын, тип уйламағандыр инде. Ә шулай ҙа бөгөн ул баҫҡан урынында ут сәсрәтеп, район да мәҙәниәтте үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.


Гөлшат Рәмил ҡыҙы сығышы менән күрше Нуриман районының Иҫке Исай ауылынан. Урта мәктәпте тамамлағас, 2003 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актер бүлегенә уҡырға инә. Ике йылдан һуң ул режиссерҙар әҙерләгән бүлеккә күсергә ҡарар итә. Һәм яңылышмай, сөнки йәш белгес 2007 йылда Иглин районының мәҙәниәт йортона ҡуйыусы режиссер булып эшкә килә. Тәүге көндәрҙән үк бәләкәй балаларға театр аса. Был коллектив 2014 йылда өлгөлө исеменә лайыҡ була. Райондың Меңйетәр ауылында ололар өсөн “Балҡыш” башҡорт театрына нигеҙ һала. Меңйетәрҙәр 2015 йылда халыҡ театры исемен яулай.
Быйылғы йыл да Гөлшат Ибәтова өсөн уңышлы булған. Ул район үҙәге Иглин ауылында ололар өсөн “Ретро” театрын асыуға өлгәшә. Әле унда ундан ашыу кеше шөғөлләнә. Шулай уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып, “Хазина” башҡорт фольклор коллективы төҙөгән. Гөлшат Рәмил ҡыҙы йәмәғәт эшендә ихлас ҡатнаша. Ул – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе лә, шул уҡ ваҡытта Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында мәҙәниәт өсөн дә яуаплы.
Башҡортостанда уҙа­саҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә, Өфөнән белгестәрҙе саҡырып, түшелдерек, ҡашмау, милли кейем тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштора.
Гөлшат Рәмил ҡыҙы етәкселегендәге коллективтар республика, ил кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, йәй Сочи ҡалаһында үткән халыҡ-ара конкурста беренсе урынды алып ҡайтҡандар.
Бындай тынғыһыҙ йәмәғәт эшен алып барыу өсөн ғаиләңдең ныҡ булыуы ла кәрәк. Был йәһәттән Гөлшат Рәмил ҡыҙы уңа: тормош иптәше Салауат Исламғәле улы – уның ныҡлы терәк-таянысы. Татыу ғаиләлә ике бала тәрбиәләнә. Нияз әле етенсе класта белем ала. Ул да ата-әсәһенә оҡшап тырыш: өс йәштән бейеүгә йөрөй, музыка мәктәбенең гитара класын тамамлаған, шулай уҡ фортепьянола ла, ҡурайҙа ла уйнай белә, робот техникаһы менән ҡыҙыҡһына, футбол секцияһында шөғөлләнә. Төрлө яҡлап үҫеүенең һөҙөмтәһе бар – конкурстарҙа призлы урындар алып тора.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ” ти халыҡ әйтеме, шуға ла улыбыҙҙы төрлө яҡлап үҫтерергә тырышабыҙ, тормошта кәрәге тейер. Балаларҙың буш ваҡыты ҡалмаҫҡа тейеш тигән ҡағиҙәнән сығып тәрбиәләйем”, – ти Гөлнара Рәмил ҡыҙы.

Ҡыҙҙары Наҙгөлгә ете йәш. Ул да – мәктәп уҡыусыһы, бынан тыш, музыка мәктәбендә лә шөғөлләнә, менталь арифметика серҙәренә төшөнә, бейеүгә йөрөй, һүрәт төшөрөргә һәм йырларға әүәҫ. Яңыраҡ ул Өфөлә Максим Галкиндың “Бөтәһенән дә яҡшыраҡ” тигән тапшырыуына һайлап алыу конкурсында ҡатнашҡан. Йәш талантты “Бөтә Өфө” телеканалында күрһәттеләр.
Әйткәндәй, Нияз менән Наҙгөл үҙ кластарында үҙҙәре генә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә, ҡалған милләттәштәребеҙ балаларына әсә телен өйрәтеүҙән баш тартҡан.
Бына шундай һәләтле, дәртле Гөлнара Рәмил ҡыҙы иглиндәрҙең тормошон мәҙәни яҡтан байытып, мил­ләт­тәштәребеҙҙе ойоштороп, дәртләнеп эшләй, ижад итә.
Читайте нас