Үҙе йәшәгән осорҙоң патриоты.
Донъя әҙәбиәтендә тәүге тарихи романдың барлыҡҡа килеүен бөйөк инглиз яҙыусыһы Вальтер Скотт исеме менән бәйләйҙәр. Реалистик тарихи романдың донъя күреүе үҙ ваҡытында художестволы әҙәбиәттең бөйөк ҡаҙанышы булараҡ баһалана. Көнбайыш әҙәбиәтенә йөҙ тотҡан рус әҙәбиәтендә лә XIX быуатта тарихи йөкмәткеле романдар күренә башлай.
Башҡорт әҙәбиәтендә тарихи роман жанры критерийҙарына яуап биргән тәүге әҫәр ХХ быуаттың етмешенсе йылдар аҙағында ғына донъя күрә. Ул Ғ. Ибраһимовтың “Кинйә” романы була. Әммә, әйтергә кәрәк, тарихи тема башҡорт халҡы әҙәбиәтендә һәр ваҡытта ла актуаль була. Мәҫәлән, башҡорт тарихи прозаһының сығанаҡтарын бик боронғо дәүерҙәрҙән үк юлларға мөмкин: боронғо уртаҡ төрки әҙәби ҡомартҡылары араһында тарихи-героик йөкмәткеле хроник яҙмалар төп урындарҙы биләй; тарихи-патриотик шиғриәт традициялары урта быуаттар төрки-башҡорт әҙәбиәтендә ныҡлы урын ала, артабан башҡорт халҡының ауыҙ-тел һәм яҙма әҙәбиәттәре үҫешенә көслө йоғонто яһай. Урта быуат төрки һәм башҡорт әҙәбиәтендә тәүарихнамә, шәжәрәләрҙәге факттар, сюжеттар нигеҙендә тарихи хикәйә, дастандарҙың күпләп ижад ителеүе күҙәтелә.
XVIII быуат башҡорт халҡы тарихында иң дәһшәтле осор, ҡанлы-данлы тарихи хәл-ваҡиғаларға бай булыуы менән характерлана. Халыҡ күтәрелештәре осорона ҡараған башҡорт публицистикаһының, тәүарих яҙмаларҙың, сәсәндәр ижады емештәренең яугир рухлы, ҡәтғи тонлы, тарихи һыҙатлы булыуы иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. 1755 йылғы башҡорт ихтилалы идеологы булған Батырша Алиевтың императрица Елизавета Петровнаға яҙған мәшһүр хаты иһә XVIII быуатта уҡ әле башҡорт халҡының тәрән социаль-фәлсәфәүи йөкмәткеле, үткер пафослы художестволы әҫәр тыуҙырырға һәләтле булыуын иҫбатлаусы әҙәби-публицистик яҙма булып тора.
XIX быуаттың икенсе яртыһында, кантонлыҡ системаһы бөтөрөлөү менән (1865) Башҡортостанда әҙәби-мәҙәни үҫештең яңы этабы башлана. Мәғрифәтселек йүнәлеше вәкилдәре М. Биксурин, Б. Юлыев, М. Өмөтбаев, Р. Фәхретдинов, М. Баишев, Ю. Бикбовтар тарафынан башҡорт халҡының тарихын өйрәнеү юлында ҡайһы бер эштәр башҡарыла.
Октябрь революцияһының еңеүе һәм совет власының ныҡлап урынлашыуы әҙәбиәттә яңы осорҙоң башланыуына килтерҙе. Әҙәбиәттең популярлығы тарихи-ижтимағи күренештәрҙе синфилек һәм партиялылыҡ принциптарынан сығып яҡтыртыуы менән билдәләнде, идеологик талаптар әҙәбиәт үҫешенең артабанғы этабын билдәләүсе критерийға әйләнде.
1950 – 1970 йылдарҙа башҡорт романы жанр һәм стиль йәһәтенән бик ныҡ үҫешә, камиллаша, тарихи-революцион проза тап ошо осорҙа сәскә ата. Һ. Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” тарихи-революцион романы 1930 – 1970 йылдарҙа донъя күргән романдар араһында айырым үҫеш этабын тәшкил иткән әҫәр булараҡ баһаланды. Артабан Һ. Дәүләтшина традицияларын З. Биишева, Ф. Иҫәнғолов кеүек әҙиптәр дауам итә, үҫтерә, байыта. Был авторҙарҙың дилогия, трилогиялары, Я. Хамматовтың биш романдан торған масштаблы әҫәрҙәре башҡорт халҡының Октябрь революцияһына килеү юлын һәм уның “социалистик милләт” булып формалашып китеүен социаль-тарихи яҡтан сағылдырҙы.
1950 – 1970 йылдарҙа донъя күргән тарихи-революцион романдарҙың башҡорт тарихи прозаһы үҫешендәге әһәмиәтен тейешенсә баһаларға кәрәк. Беренсенән, был әҫәрҙәрҙә халыҡтың үткәне, ошо осор идеологияһына ярашлы булһа ла, киң эпик яҫылыҡтарҙа һүрәтләнде. Икенсенән, авторҙар характерҙар бирелешендә психологизмдың тәрәнәйеүенә өлгәшергә ынтылды. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге тарихи роман авторҙарының ыңғай герой, тарихи шәхес һәм халыҡ кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә туранан-тура тарихи-революцион романдар тәжрибәһенә таяныуы күҙәтелә.
1930 йылдарҙан художестволы әҙәбиәттән “бары тик агитация, пропаганда менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа, революцион ысынбарлыҡты бөтөн тәрәнлегендә яҡтыртыу” талап ителә башлай. “Бөтөн тәрәнлегендә яҡтыртыу” мәсьәләһе үҙ сиратында әҙәбиәттә халыҡтарҙың революцияға килеүе һәм еңеүе осорон сағылдырған әҫәрҙәргә йәнәшә тарих төпкөлөн дә тәрәнерәк байҡаған романдарҙың ижад ителеүе кәрәклеге проблемаһын алға сығара. Рус әҙәбиәтендә А.П. Чапыгиндың “Разин Степан”, Г. Штормдың “Болотников тураһындағы повесы”, К. Треневтың “Пугачевщина” әҫәрҙәре йөҙөндә йәмғиәт үҫеше тарихындағы халыҡ ихтилалдарын партиялылыҡ позицияһынан сығып яҡтыртҡан совет тарихи романы формалаша.
СССР-ҙа халыҡтарҙың Октябрь революцияһына тиклемге тарихын художестволы әҙәбиәттә сағылдырыу 1920 – 1950 йылдар әҙәбиәте өсөн генә түгел, ә 1980 йылдар башына ҡәҙәр сетерекле проблема булып ҡала килә. Әҙәбиәтсе Е. Добренко былай тип яҙғайны: “Государственная монополия на историю и прошлое определила статус советского исторического жанра, в частности романа, как романа во всех смыслах государственного”.
Һәр дәүерҙә тарихи үткәндәрҙе анализлауҙа билдәле бер концепциялар үҙәкләшә, булып үткән хәл-ваҡиғаларға ҡарата яңы версиялар, уларҙы нигеҙләүсе факттар системаһы тәҡдим ителә.
Бер үк хәл-ваҡиға дәүләт-сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни-семиотик позицияларҙан аңлатылып, төрлөсә яҡтыртылыш табыуы мөмкин. Тарихи роман жанры эволюцияһында замандың актуаль тарихи концепцияһының, идеологияһының хәл иткес роль уйнауын билдәләргә кәрәк. Башҡорт әҙәбиәтендә Ғ. Ибраһимовтың 70-се йылдар аҙағында донъя күргән “Кинйә” романы традицион совет тарихи романы үҙенсәлектәрен үҙендә һаҡлауы, ижади үҫтереүе менән характерлана. Йәнә был романдың донъя күреүе СССР-ҙа Рәсәй һәм уның составындағы халыҡтар тарихының “милләттәр дуҫлығы” тарихына әүерелеп, яңысараҡ яҡтыртылыш алған осорона тура килеүен дә әйтеп үтергә кәрәк.
Ғ. Ибраһимовтың “Кинйә” тарихи романы XVIII быуаттағы ҡатмарлы тарихи хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләүгә арналған. Автор, Пугачев етәкселегендәге ихтилалға ҡағылышлы архив материалдарын ентекле өйрәнеп, тарихи дәүерҙең тулы картинаһын тыуҙырырға ынтыла.
“Кинйә” тарихи романында Ғ. Ибраһимов Кинйә Арыҫланов образын һынландырыуҙы, уның шәхес булып өлгөрөүен, тыуған төйәге тарихындағы ролен асып биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Роман өс китапҡа планлаштырыла. Беренсе китап “Тапалған йәйләү” тип аталып, 1735 йылдан 1756 йылғаса дәүерҙе үҙ эсенә ала. Икенсе “Ил ағаһы” тип исемләнгән китапта башҡорттарҙың Рәсәй армияһы составында Пруссияға ҡаршы ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыуы (1756 – 1762 йылдар), Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр ихтилалы башланыуы ваҡиғалары сағылыш таба.
Трилогияның өсөнсө китабы 1773 – 1975 йылдарҙағы хәл-ваҡиғаларға арналып, бында К. Арыҫлановтың баш күтәреүселәр хәрәкәтендә төп юлбашсыларҙың береһенә әүерелеүе, Пугачевтың тоғро яуҙашы дәрәжәһенә күтәрелеүе һүрәтләнә.
“Кинйә” әҫәре – документаль нигеҙле художестволы-тарихи роман. Әҫәрҙә сюжет туҡымаһына индерелә барған документаль-тарихи материалдарҙың бай һәм төрлө яҡлы булыуы, тарихи шәхестәрҙең йөкмәткегә күпләп индерелеүе, улар яҙмышының, эшмәкәрлегенең киң сағылыш табыуы күҙәтелә.
Романда Рәсәйҙең Көнсығышҡа, Урта Азия, Ҡаҙағстан илдәренә йоғонтоһо көсәйеүе, статс-советник Кириллов етәкселегендәге Башҡортостанға экспедиция ойошторолоуы, Ырымбур ҡалаһын нигеҙләү ваҡиғалары һүрәтләнә.
Төньяҡ һуғышынан һуң Петр I баш бирмәҫ башҡорттарҙы мәңгелеккә ауыҙлыҡлап алырға һәм Башҡортостанды Ҡаҙағстан һәм Урта Азия ерҙәрен яулап алыуҙа плацдармға әүерелдерергә тигән фекере артабан Себер һәм Ҡазан тау заводтары етәкселеге начальнигы В.Н. Татищев һәм Ҡазан губернаторы А.П. Волынский проекттарында деталләп эшләнә. Артабан сенаттың обер-секретары И.К. Кирилловтың хөкүмәткә тәҡдим иткән проекты үрҙә әйтелгән пландарҙың үҫтерелеше була. Рәсәй империяһының батша хөкүмәте тарафынан хупланған был проектының башҡорттарға ҡарата үткәрелгән колониаль сәйәсәт икәнлеген автор романында һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Яҙыусы шул осор Башҡортостанды киң полотнола биреүгә өлгәшә – башҡорт ырыуҙарының үҙ-ара ыҙғышы, һәр төрлө юлбаҫарҙар өйөрөнөң ябырылыуҙары, каратель отрядтарынан күргән фажиғәләр, социаль һәм милли иҙеүҙәргә дусар ителеүҙәр башҡорт халҡын аҡтыҡ сиккә килтереүен драматик картиналарҙа һүрәтләй. Халыҡ араһындағы ризаһыҙлыҡтың көсәйеүе, Ҡараһаҡал, Батырша етәкселегендәге ваҡыт-ваҡыт стихиялы баш күтәреүҙәр ҡабыныуы бәйән ителә. Был хәл-ваҡиғалар Кинйәнең үҫмерлек йылдарына, егет ҡорона инеп, шәхес булараҡ формалашыу осорона тура килеп, тәьҫир итерҙәй мөхит ролен үтәй. Социаль-тарихи шарттарға, халыҡтың көнкүрешенә яҙыусының ҙур иғтибар бүлеүенең икенсе маҡсаты, осор һулышын бирергә ынтылыу менән бергә, Пугачев етәкселегендәге ихтилалға башҡорттарҙың берҙәм ҡушылыуы сәбәбен дә асып һалыуға ҡайтып ҡала.
Әҫәр композицияһында Кинйә образының сәйәхәттәренә ҙур урын бирелә. Башҡорт ауылдарын тоташтырған ялан ерҙәрендәге һәм тау-урмандар араһындағы тар һуҡмаҡтарҙан башланған сәйәхәт геройҙы әкренләп оло юлға алып сыға. Башҡорт мәсьәләләре мәшәҡәттәре Кинйәне Өфө, Ырымбур юлдарын күп тапарға мәжбүр итә. Геройҙың юлдары киңәйеү менән бергә, уның аң-ҡараштары ла үҫә төшә, уға автор тарафынан ҙурыраҡ маҡсаттар ҙа йөкмәтелә бара.
Автор әҫәрҙә Кинйәнең көрәшсе-идеолог булараҡ эшмәкәрлеге һынланышына үҙенең ныҡлы позицияһын булдыра. Бында Ғ. Ибраһимовтың башҡорт халҡы тарихына ҡарата үҙе йәшәгән дәүерҙә – 1950–1970 йылдарҙа урынлашҡан концепцияларҙы яҡлауы һиҙелә. Был осорҙа тарихсылар халыҡ ихтилалдарын синфи көрәш тип аңлатырға тотона, синфи көрәш рамкаларына индереп булмаған халыҡ болаларына реакцион тип баһа бирәләр. “Кинйә” романында автор тарихта киң билдәле Бөрйән башҡорттары яуҙары ваҡиғаларын урап үтә алмай ине. Бөрйәндәрҙең заводтарҙы ҡыйратып ташлауҙарына Арыҫлан старшина ла, Кинйә лә әсенеп ҡарай. Һатлыҡ старшинаның завод баҙынан байлыҡ тулы һандыҡ урлап ҡасыуына бәйле ваҡиғалар аша баш күтәреүселәр эшмәкәрлегенә кире характер биреүгә өлгәшелә. Геройҙар тарафынан был күренеш тар фекерләү һөҙөмтәһе булараҡ ҡабул ителә. Шуға күрә лә башҡорттар йәнә яуға күтәрелергә булғас, завод эшселәренә, уларҙың мал-мөлкәтенә теймәҫкә тип өгөтләп тә йөрөйҙәр.
Яҙыусы булып үткән милли-азатлыҡ хәрәкәттәренә, уларҙың етәкселәре эшмәкәрлектәренә Кинйәнең уй-ҡарашын биреүҙе маҡсатҡа ярашлы тип таба. Тарихта билдәле шәхес Ҡараһаҡал герой тарафынан хан булырға хыялланыусы әҙәм сүрәтендә генә телгә алынһа, Батырша эшмәкәрлеген дә өнәп бөтмәй Кинйә. Йәшел байраҡ күтәреүселәр фекере уның уй-маҡсаттарына тап килеп етмәй. Автор әҫәрҙә Абдулла Алиев етәкселегендәге күтәрелештәр нигеҙендә ятҡан мосолман һәм христиан диндәре конфликтына баҫым яһамаҫҡа тырыша. Ә, бәлки, авторҙың мосолмандар хәрәкәтен хупламаусы мөнәсәбәте арҡылы көсөргәнешлелек йомшартыла төшә. Роман йөкмәткеһенә индерелгән тик кире һыҙаттарҙа һүрәтләнеүсе дин әһелдәре образдары ла быға булышлыҡ итмәй ҡалмай.
Художестволы дөрөҫлөк боҙолмай
Әлбиттә, аңлашыла, яҙыусы үҙ осороноң патриоты булып сығыш яһай. Әммә тарихи ваҡиғаларҙы үҙ заманы ҡараштары рамкаларында һүрәтләргә тырышыу хәл-ваҡиғалар, характерҙар үҫтерелешендә тулы бәйләнештең, логик эҙмә-эҙлелектең боҙолоуына килтергән. Әйтәйек, яҙыусы, бер яҡтан, Арыҫлан һәм уның улы Кинйәне халыҡҡа яҡын, улар мәнфәғәтен яҡлаусы геройҙар итеп һынландырырға тырышһа, икенсе яҡтан, шул осорға хас халыҡ күтәрелештәренән – Килмәк, Ҡараһаҡал, Батырша яуҙарынан ситтә бирергә ынтылыуы менән үҙе үк уларҙы халыҡтан айырып ҡуя. Аталы-уллы Арыҫлановтарҙың күп осраҡта замандаштары фекерҙәрен уртаҡлашмауын уларҙың прогрессив ҡарашлы булыуҙарына ҡайтарып ҡалдырыу үҙен аҡламай.
Ғ. Ибраһимов Кинйәнең һүрәтләнгән осорҙоң тәрән белемле, киң мәғлүмәтле ғалим кешеһе булараҡ һынланышына ҙур иғтибар бирә. Әҫәрҙә һүрәтләнеүенсә, Кинйәлә тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа Ҡарғалы мәҙрәсәһендә белем алыу, анығыраҡ әйткәндә, Ғәбдессәләм остаз һабаҡтарын тыңлау ҙур әһәмиәткә эйә була. Кинйә биографияһының тап ошо юҫыҡта үҫтерелеше менән романда художестволы дөрөҫлөккә өлгәшелә.
Әҫәрҙә һүрәтләнеүенсә, Ғәбдессәләмдең демократик ҡараштары тәьҫирендә шәкерттәр күңелендә иреккә ынтылыш, халыҡ үткәненә һөйөү уяна. Мәҙрәсәлә уның һабаҡтарында Рәшидетдин Һәмәдәниҙең “Жәмәиғ-әт-тәүарих”, Әл-Джазани, Джөвәни кеүек көнсығыш тарихсылары хеҙмәттәре менән танышыу Кинйәлә үҙ халҡы үткәненә ҙур ҡыҙыҡһыныу, уның тарихын яҙып ҡарау теләге уята. Герой күңелендәге ошо уй-теләк уның артабанғы эш-хәрәкәтенең логик нигеҙен тәшкил итә.
Ғилемгә булған оло ынтылышы геройҙы алыҫ Азов яҡтарына ла, Петербург кеүек ҙур ҡалаларға ла юлландыра. Кинйә образын бындай алыҫ сәфәрҙәргә сығарыу уңышлы композиция алымы булып тора. Автор геройға эйәреп Иҙел буйы казактары тормошон, һәр төрлө халыҡтарҙың көнитмешен, йәнә Петербургтағы юғары даирә кешеләренең йәшәү рәүешен һүрәтләй бара, ошоноң менән тарихи осорҙағы Рәсәйҙәге сәйәси-ижтимағи, иҡтисади, мәҙәни торошто киң планда яҡтыртыуға өлгәшә.
Тарихи сығанаҡтарҙа Кинйә Арыҫлановтың академик Паллас, Н. Рычковтар менән Башҡортостан буйлап экспедицияла йөрөүе хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Автор үҙ фантазияһы менән, бәлки, тарихи дөрөҫлөккә бер ни тиклем хилафлыҡ яһағандыр, әммә художестволы дөрөҫлөк бында боҙолмай. Герой биографияһының художестволы сағылышындағы бындай моменттар авторға Кинйәне донъяға киң ҡарашлы, төплө фекерле ғалим кеше булараҡ тулы кәүҙәләндереү өсөн кәрәк була.
Ғ. Ибраһимов Кинйә Арыҫланов биографияһына ҡағылышлы сюжет һыҙығына Туҡтағол, Алпар образдарына бәйле мажаралы хәл-ваҡиғаларҙы үреп биреү, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы мөхәббәт хистәрен тасуирлау менән әҫәрҙең уҡымлы, мауыҡтырғыс булыуына өлгәшә.
Мәрзиә, Айым, Төҙөнбикә, Аҡҡалпаҡ кеүек гүзәл зат образдары йөҙөндә тарихи дәүергә хас башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яҙмыштары сағылышы әҫәргә лирик-романтик күтәренкелек, драматик көсөргәнешлелек өҫтәй.
Публицист та, һалмаҡ хикәйәсе лә
“Кинйә” тарихи романында тел-стиль мәсьәләһе үҙенсәлекле ҡуйылған. Һәр төрлө сығанаҡтарға таяныу, йөкмәткелә уларҙың үҙ стилен һаҡлау романда стиль төрлөлөгөнә килтергән. Художестволы һүрәтләүҙә автор телмәренең һәр төрлө стилистик алымдарға бай булыуы, һығылмалылығы ҙур әһәмиәткә эйә. Ғәҙәттә, тарихи әҫәрҙә персонаждар телмәрен төрләндереү, йәғни уларҙың белем, тәрбиә кимәлдәренә, ҡайһы мөхиткә ҡарауына ярашлы телдәрен көйләү менән мауығыу өҫтөнлөк итә. Ә, ысынында иһә, тарихи романда тел проблемаһы автор телмәрен яҙыусы хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләүҙә төп сара тип ҡараған ваҡытта уңышлы хәл ителеүе мөмкин. Автор телмәре характеры әҫәрҙең жанр үҙенсәлектәре менән тығыҙ бәйле. Тарихи әҫәрҙең жанр тәбиғәте ҡатмарлы булған хәлдә, автор телмәренең дә бер төрлөлөккә дәғүә итеүе мөмкин түгел. Хикәйәсе-автор образының һүрәтләнгәндәргә – хәл-ваҡиғаларға, күренештәргә, деталдәргә ниндәй төҫ биреүенән художестволы картинаның баҙыҡлығы, зауыҡлылығы тәьмин ителә.
Һәр тарихи роман авторының үҙенең шәхсән яҙыу манераһы була. Ғ. Ибраһимовтың тарихи романында автор һәм персонаждар телмәре һүрәтләнгән дәүерҙең типик һыҙаттарын биреүҙә киң файҙаланыла. Автор тарихи ваҡиғаларҙы биреүҙә, дәүер картинаһын тыуҙырыуҙа публицист та, һалмаҡ хикәйәсе лә булып сығыш яһай.
Ғ. Ибраһимовтың романда тарихи шәхестәр телмәрен уларҙың булмышына, мәҙәни кимәленә ярашлы төҙөргә тырышыуы – уңышлы күренеш. Кинйә Арыҫлановтың ғилемле кеше булыуына баҫым яһала, уның телмәрендә көнсығыш тәүарихтары, ерле тарихи һәм әҙәби яҙмалар менән яҡшы хәбәрҙар булыуы, киң мәғлүмәтлелеге, уйлап һөйләр ир-ат һыҙаттары сағылыш таба.
Ҡонҡас сәсән, Салауат образдары телмәренә сәсәнлек, тапҡырлыҡ, йор һүҙлелек, кинәйәлек кеүек сифаттар хас. Шулай уҡ Салауаттың лирик күңелле шағир икәнлеге телмәрендә асыҡ күренә. Ә Батырша телмәрен биреүҙә автор урта быуаттар яҙма әҙәбиәте стиле традицияларын һаҡлай, уның мәшһүр хаты стиле хәҙергегә яҡынайтылып, Батырша образы телмәренә күсә: “...Көллөбөҙ Нуғай даруғаһы яугирҙәре менән бергәбеҙ, аттарыбыҙ дағалы, яу яраҡтарыбыҙ әҙер, тиҙәр. Улар ғына түгел, бәнем яҡшы белеүемсә, Гәрәй, Ғәйнә, Уран, Ирәкте улыстарында ла шулайҙар...”.
Әҫәрҙә Әй йылғаһы буйы кешеләре һөйләштәрендә “барың”, “килең” кеүек ҡылым формаларын ҡулланыу, нуғайҙарҙың, ҡаҙаҡтарҙың үҙҙәренә хас һөйләү манераһын биреү менән автор һүрәтләнгән дәүергә хас төрлө халайыҡтарҙы типик һыҙаттарҙа һынландырыуға өлгәшә.
Көнкүреш предметтарының, яу, ҡорал, ат-егеү кәрәк-яраҡтарының иҫкергән атамаларын әҫәрҙә күпләп ҡулланыу үҙен һиҙҙертһә лә, был романдың художестволы бәҫен төшөрмәй, уҡыусыға һүрәтләнгән дәүерҙе үҙләштереүҙә ауырлыҡ тыуҙырмай, бәлки, киреһенсә, тарихи осор буйынса мәғлүмәттәрҙе тәрәнәйтеүгә, уның художестволы һынланышын асыҡ күҙалларға булышлыҡ итә.
Дөйөмләштереп әйткәндә, совет осоро халыҡтар тарихи романдарының, башҡорт тарихи-революцион әҫәрҙәренең жанр-стиль, идея-художестволы тәжрибәләренә таянып ижад ителгән “Кинйә” романы башҡорт тарихи прозаһы үҫешендә яңы күренеш булды. Был тарихи романда башҡорт халҡының алыҫ үткәндәрҙәге тарихи көндәре, тарихи шәхестәре яҙмышы киң эпик полотнола художестволы кәүҙәләнеш тапты.
Яҙыусы халыҡ һәм тарих, тарихи шәхес һәм халыҡ кеүек мәсьәләләрҙе анализлауҙа үҙе йәшәгән осорҙоң патриоты булып сығыш яһаны: тарихи әҫәрҙә халыҡтар дуҫлығы идеялары, совет йәмғиәтендәге әхлаҡи-сәйәси берлек пропагандаланды. Ғ. Ибраһимовтың “Кинйә” романы башҡорт прозаһында әҙәбиәт теорияһында нығынған тарихи роман жанры критерийҙарына яуап бирерҙәй башҡорт тарихи романының формалашыуын танытты.