Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Ғинуар 2020, 18:10

Яңы йыл күстәнәсе

- Нимә, пап та пап! Ирҙәр эшенә ҡыҫылаһың! Шым ғына ултыр!

Телефон шылтыраны. Мөхәмәтулла ағай икән. Хәл-әхүәл һорашҡас, ҡунаҡҡа саҡыра башланы.
– Ағай, һуң бит инде. Һе
ҙҙең кеүек оло кешене бимазалап йөрөүе әллә нисек, – тип торам, юҡ, өҙмәне лә ҡуйманы.
– Ниндәй бимазалау, ти, ул! Бе
ҙ ҡунаҡтарҙы яратабыҙ. Еңгәң мул итеп табын әҙерләгән. Әллә беҙҙе тиңһенмәйһеңме? Теге ваҡыт юбилейға ла килмәнең! – Мөхәмәтулла ағай әллә ҡасанғыны соҡоп сығарҙы.
Ысынлап та, теге ва
ҡыт 70 йәшенә саҡырғас, ысынға ҡабул итмәгәйнем шул. Күңел өсөн генә әйткәндер, тип уйланым. Нәҫел-нәсәбем дә, йәштәшем дә түгел тип ауылға ҡайттым да киттем. Ә ул телефондан:
– Кил, һин генә
ҡалдың, көтәбеҙ, – тип шылтыратып бер булды.
А
ҙаҡ ҡунаҡтар араһында, ниңә килмәне икән, тип бер нисә тапҡыр әйтеп һалған.
Ағай ны
ҡыш булып сыҡты.
– Уйлап тораһы ла, нитәһе лә түгел, киләһең!
Ҡыҙым менән кейәү ҡайтҡайны. Яңы йыл байрамына бик шәп күстәнәс килтергәндәр. Шунан ауыҙ иттерәм. Көтәбеҙ. Ыштубы кил! – Ҡаланың бер тирәһендәрәк йәшәгәс, әллә ни йыш булмаһа ла, барғылаштырып йөрөйөм шул. Ҡайһы берҙә үҙе лә килеп сыға.
Ғәжәп тилбер кеше ул Мөхәмәтулла ағай.
Ҡалалағы бер мәҙәни сараны ла ҡалдырмай. “Бына шундай мәҡәлә яҙҙым әле”, – тип редакция тупһаһын да һыуытмай. Килгән һайын бәлешен йә башҡа тәм-томон да онотмай.
– Бына, еңгәге
ҙ бешереп ебәрҙе. Телеңде йоторлоҡ! – тип күстәнәстәрен өҫтәлгә теҙә башлай.
Мөхәмәтулла ағай ха
ҡлы ялда. Ғүмер буйы иҫәп-хисап өлкәһендә эшләгәнлектәнме, һәр нәмәнең әтнәкәһен яҡшы үҙләштергән. Йыш ҡына портфеленән бер ялтырбашты йылп иттереп килтереп сығара ла өҫтәлгә ултырта.
– Ошо нәмәкәй
ҙе ауыҙ итегеҙ әле.
Ҡуй, Мөхәмәтулла ағай, килешмәгәнде, – тип ҡараһаҡ та, ай-вайына ҡуймай үҙенекен тылҡый:
– Һе
ҙҙең кеүек аҫыл егеттәргә ял кәрәк. Эш ҡасмаҫ ул. Аш алдынан саҡ ҡына уртлап ебәрһәң, харап шәп булып ҡала. – Үҙе башын артҡа ташлап кинәнеп көлә.
– Эсмәйбе
ҙ бит әле, етәксебеҙ ауыҙҙы текте.
– Бигерәк килештерәһеге
ҙ, бөтәгеҙ ҙә суфыйға әйләндегеҙме әллә?!
Ысынлап та, кемдер машинала килгән, кемдер ыс
ҡыныуҙан ҡурҡа. Шулай ҙа Мөхәмәтулла ағай ҡаты тора:
– Ю
ҡ, егеттәр, килтергән күстәнәсте кире алып ҡайтыу килешкән эш түгел. Бөгөн менән көн бөтмәгән. Берәй кәрәге тейер әле, бына ошонда ҡуям, – ти ҙә өҫтәл тартмаһына тыға...
– Һай-һай-һай, минең ду
ҫ килә-ә-ә-ә! – Мөхәмәтулла ағай ишекте шар асып көтөп тора ине. Битенә байҙар төҫө ингән. Ул ихлас йылмайып, әллә ҡасан күрмәгән дуҫын осратҡандай, ҡосаҡлап уҡ алды.
– Ах, ү
ҙемдең дуҫым! Хәлдәр нисе-е-ек? Шәп кеше бит ул, шәп кеше һин!
Шунан, әй
ҙә лә әйҙә, тип түргә һөйрәне. Өҫтәл һәр ваҡыттағыса мул. Шараптың бер нисә төрлөһө ҡуҡырайып ултыра. Ул арала еңгәй тып иттереп аш килтереп ҡуйҙы.
– Әй
ҙә, етешегеҙ!
Мөхәмәтулла ағай бер миңә, бер ө
ҫтәл тирәләй күҙҙәрен йүгертте лә:
– Нимә теләйһең, ду
ҫым? Ағымы, ҡыҙылымы? – Унан ҡулына әкиәттәрҙәге байҙар көршәгенә оҡшаш шешәне ҡулына алды ла:
– Ю-ю-
ҡ! Кем-кемде, үҙемдең дуҫымды теләһә нәмә менән түгел, ошо иң шәп коньяк менән һыйлайым әле, – тип уны уймаҡтай рюмкаларға ҡойҙо. Унан минең күҙгә тура ҡарап:
– Ошо коньяк күпме тора тип уйлайһың? – тип һораны.
Көтөлмәгән һорауға нимә тип яуап бирергә лә белмәй ба
ҙап ҡалдым.
– Белмәһәң, бел,
ҡустым, әкәй-шөкәй эсемлек түгел был. Ҡыҙым Питерҙан алып ҡайтты, Питерҙан! Мин дуҫымды юҡ-бар менән һыйламайым. Ышанаһыңмы-юҡмы, өс мең һумлыҡ! Өс мең һумлыҡ! Әйҙә әле, тәмләп ебәрәйек, был тиклем ҡыйбат торғас, тәмһеҙ түгелдер.
Мөхәмәтулла ағай алдындағыһын
ҡулына тотто ла минең менән сәкәштереп, кәгеп тә ҡуйҙы. Унан:
– Ах-х!
Ҡайһылай шә-ә-әп! – тип сытайыу ҡатыш ауыҙын йырҙы. – Ысынлап та, елле шул! Өс мең торһон да насар булһын, имеш.
Мин дә уға
ҡушылып:
– Шәп! – тигән булдым.
– Әйттең һү
ҙ! Шунса һумлыҡ нәмәнең насар булыуы мөмкин түгел. Элек был хатта батшаларҙың төшөнә лә инмәгән.
Мөхәмәтулла ағай ө
ҫтәлдәге һый-ниғмәттән ауыҙ итергә ҡыҫтаны.
– Әй
ҙә әле, ҡусты, етешеп ултыр, – тип ул тәрилкәләге бутербродты ҡулына алып уҡ миңә һондо:
– Был ыуылдыры
ҡты ла ҡыҙым алып ҡайты. Тоже бик ҡыйбат. Питерҙан килгән бит! Ундағы халыҡ беҙҙең һымаҡ теләһә нәмә ашап ултырмай. Юҡҡамы ни бар халыҡ Питер тип зыҡ ҡуба. Анау Фәнүрәнең малайы ла шунда киткән, имеш.
– Шәп! Һе
ҙгә килмәһәм, бындай аҙыҡты ашамаған да булыр инем, – тигән булам.
– Әй
ҙә әле, икәү итәйек. Әтеү сатанлап йөрөргә итәһеңме? – Мөхәмәтулла ағай йәнә теге шешәгә үрелде. Сираттағыһын да оңҡолдатып ҡуйғас, алдындағы икмәкте ҡапты:
– Үәт, тормош, ә, өс меңлек коньякты эсер көн дә бар икән. Эсте яндырып төштө. Шәп!
Атаһының бер ту
ҡтауһыҙ “өс меңлек” тип ҡабатлауына эргәһендә ултырған ҡыҙы, йылмайып:
– Ну, пап… – тип
ҡарай ҙа, Мөхәмәтулла ағай ауыҙын тиҙ йомдора:
– Нимә, пап та пап! Ир
ҙәр эшенә ҡыҫылаһың! Шым ғына ултыр!
Бер а
ҙ ашап ултырғас, Мөхәмәтулла ағай йәнә күстәнәскә үрелде:
– Шайтандар ғына икәү менән сикләнә, әй
ҙә, өсәү итәйек!
Арба шыма барһын өсөн дүртәү
ҙә ителде. Ваҡыт үтә бирҙе. Хужаларға рәхмәт әйтеп, өҫтәл янынан ҡуҙғалдым.
Ҡуй әле, ҡайҙа ҡабаланаһың! Бындай өс меңлек күстәнәс менән һине кем һыйлай әле тағы, – тип Мөхәмәтулла ағай ҡыҫтаһа ла, ишеккә йүнәлдем. Ҡунаҡсыл хужа йәнә рюмкаһын һондо:
– Әй
ҙә, хуш аяғына берҙе генә тондорайыҡ. Яман зәһәр! Өс меңлек тора…
Урамға сы
ҡтым. Ҡапыл ҡайҙандыр тауыш ишетелде. Ҡараһам, балкондан Мөхәмәтулла ағай һөрән һала:
Ҡусты-ы-ы-ы, күстәнәс шәп булды, ивет?! Коньяк өс мең һумлыҡ!..
Киске һиллектәге тауыш әллә
ҡайҙарға яңғыраны.

Фото: nissan.ru

Читайте нас