Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Ғинуар 2020, 01:30

Илдар Абдразаҡов Яңы йылды ҡайҙа ҡаршылаған?

Дүрт бала атаһы өсөн был байрамды яҡындары менән үткәреү – мотлаҡ йола.

Данлыҡлы яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ, бар донъяға танылған опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов Яңы йылды тыуған еренән йыраҡта – Австрияның баш ҡалаһы Венала ҡаршылаған. Был күркәм ҡаланы икенсе төрлө итеп “опера баш ҡалаһы” тип тә атайҙар.
Был хаҡта уның социаль селтәрҙә ҡалдырған мәғлүмәттәре һәм фотоларынан мәғлүм.
Илдар Абдразаҡов Башҡортостандың иң данлыҡлы ғаиләләренең береһендә тыуып үҫкән. Уның әсәһе Тәскирә ханым – рәссам, атаһы Әмир Абдразаҡов – данлыҡлы режиссер һәм актер. Ағаһы Асҡар Абдразаҡов та – донъя сәхнәләрен яулаған данлыҡлы опера йырсыһы. Илдар Абдразаҡов – дүрт бала атаһы. Уның өсөн оло байрамды яҡындары янында үткәреү – мотлаҡ йола.
Фото геройҙың социаль селтәрҙәге шәхси архивынан.
Читайте нас