Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Января 2020, 08:55

Айҙар Ғәлимов йәнә олатай булған

Мәж килеп Яңы йыл ҡаршыларға йөрөгәндә, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булған. Яратҡан йырсыбыҙ ошо көндәрҙә икенсегә олатай булыу бәхетенә өлгәшкән.

Мәж килеп Яңы йыл ҡаршыларға йөрөгәндә, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовтың ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға булған.
Яратҡан йырсыбыҙ ошо көндәрҙә икенсегә олатай булыу бәхетенә өлгәшкән.
Айҙар Ғәлимовтың өлкән ҡыҙы Гүзәлдең икенсе балаһы тыуған икән.
Артисты был ҡыуаныслы ваҡиға менән хеҙмәттәштәре, дуҫтары һәм фанаттары ҡотлай. “Ҡотлайбыҙ! Олатайҙар хәҙер шундай йәш, афарин! Күҙ теймәһен”, - тип яҙа кешеләр, уны ҡотлап.
Ысынлап та һаман да егеттәрсә йәш кеүек тойолған артистың олатай булыуына ышаныуы ла ауыр.
Бәпестең иҫән-һау булып үҫеүен теләйбеҙ. Ата-әсәһен, олатай-өләсәйҙәрен ҡыуандырып ҡына торһон.
Читайте нас