Бөгөн Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залының бәләкәй залында шағирә, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Зөлфиә Ханнанованың юбилей кисәһе үтте.
Шағирәнең 50 йәшлек юбилейына арналған ижади кисә ирекле аралашыу форматында ойошторолдо. Зөлфиә Ханнанова кисә ҡунаҡтары менән әңгәмә ҡорҙо. Юбилярҙы тыуған көнө менән ҡотларға тип мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, дәүләт власы органдары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре килде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов ҡотланы һәм Хөкүмәттең Почет грамотаһын тапшырҙы.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлау сәләмен уның беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов еткерҙе.
– Зөлфиә Ханнанова оҙаҡ йылдар ҡала хакимиәтендә эшләй, Мәғариф идаралығының тел сәйәсәте буйынса бүлексә мөдире ул. Һәм бына күреүегеҙсә ижад итеп тә өлгөрә, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Уның ижады яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡ өләшә. Шуға күрә был ижад төрлө быуын кешеләре өсөн дә яҡын һәм аңлайышлы. Һеҙҙе шиғриәт яратҡан кешеләр бик яҡын күрә, ижадығыҙҙы хөрмәт итә, – тине ул.
Юбилярҙың хеҙмәттәштәре белдереүенсә, уның ижады ихласлыҡ, тәрәнлек, ҡыйыулыҡ менән айырылып тора, шул уҡ ваҡытта унда бик бай йөкмәтке ята. Уның шиғри әҫәрҙәрендә халҡыбыҙ яҙмышы, уның үткәне һәм киләсәге сағылыш таба. Былтыр “Китап” нәшриәтендә уның “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ...” тигән китабы донъя күрҙе.
Кисәнең музыкаль өлөшөндә республиканың танылған артистары Әлфиә Юлсурина, Искәндәр Ғәзизов һәм башҡа йырсылар сығыш яһап, Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы.