Бөгөн Баймаҡ районының Йомаш ауылында бик үҙенсәлекле, матур сара – "Йомаштыҡылар вәт баҫа!" тип аталған бейеү бәйгеһе үтте.
Был төбәк элек-электән йыр-моң яратҡан халҡы менән данлы. Әлеге сарала ла утыҙға яҡын кеше ҡатнашҡан. Бәйгене ойоштороуға ошо ауылда тыуып үҫеп, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәгән Хәмиҙә Барлыбаева тос өлөш индергән. Ул еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр: беренсе урынға – биш мең, икенсе һәм өсөнсө урындарға өс һәм икешәр мең һум бүлеп, бәйгенең бағыусыһы булып сығыш яһаған.
Бәйгелә балалар ҙа, ололар ҙа, башҡа ауылдар халҡы ла теләп ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә Йомаш ауылынан Лүзә Байсүбәкова иң оҫта бейеүсе тип табылған. Икенсе урынды Сәлиха Абдрахманова (Йомаш ауылы), өсөнсөлөктө Билал ауылынан килгән Дилара Әхмәтова яулаған.
Бейеү конкурсы төбәктәрҙә аҫылташҡа тиң халыҡ таланттары йәшәүен, теләк булғанда ауылда ла гөрләтеп “Байыҡ” ише бейеү конкурстары уҙғарып булыуын асыҡ күрһәтте.