Бына бөгөн үҙемде тәрбиә ҡылған ҡатынға ҡаты бәрелмәһәм, әллә ул да ярһып китмәҫ ине, тим. Хәйер, төрлөһө бар бында. Бүтән эш булмағанлыҡтан, аҙ ғына аҡсаға ла әүрәп йөрөгәндәр күберәктер барыбер. Кем үҙ ирке менән көн һайын йыйын әргендек араһына килеп эшләп йөрөһөн инде. Уның өсөн бит оло йөрәк кәрәк. Ә хәҙер әҙәм балаларының йөрәге хатта үҙҙәрен дә һыйҙырмай. Яратмай кеше үҙен. Минең кеүек. Үҙемде яратыуҙан туҡтағаны бирле башҡаларға ла мөнәсәбәтем үҙгәрҙе, берәүҙе лә һөйһөнмәйем, бөтә нәмәнән ғәйеп эҙләйем – уныһы оҡшамай, быныһы насар. Хатта атайыма ҡарата ла сәйер бер тойғо баш ҡалҡыта, анһат, берҙән-бер улын дәүләт ҡарамағына тапшырҙы ла, донъяның артына тибеп, йәшәп ятҡан көнө, тигән йәмһеҙ уй тынғы бирмәй. Килеп ҡанға тоҙ өҫтәп йөрөмәһә лә булыр ине. Һине генә юҡһынам, әсәй. Әгәр теге донъяның барлығына ышанһам... һинең эргәңә генә күсеп барыр инем. Кешеләргә күңелем ҡайтты. Good Bye, мөхәббәт... Кешеләргә, донъяға ҡарата мөхәббәт, Good Bye! Йәшәүҙән ваз кисеп ҡуймайым, тип тә ҡурҡам. Ерҙең аҫтынан өҫтө яҡшыраҡтыр барыбер.
...Мине тәрбиәләүсе хәҙер икенсе. Тәрбиәләүсе, тип, бүлмәне йыуып, ашарға ташый инде. Ҡалған йомош-фәләнгә үҙем дә маһир. Кейем-һалымды үҙем йыуам, һүтелгән урыны булһа – тегеп йә ямап та ҡуям, һинең әйткәндәрең һәр саҡ хәтеремдә.
– Тормошта һәр кем көсө еткән эште башҡара белергә тейеш, – ти торғайның бит, әсәй. – Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар эше юҡ, физик көс талап иткән һәм әллә ни көсәнеү кәрәкмәгән йомош-фәлән генә бар. Ҡасандыр хатта бәйләм бәйләү ир-ат эше һаналған, бөгөн иһә көсһөҙ зат тип ҡараған ҡыҙ-ҡырҡын машина йөрөтә, шахтаға төшә, ауыр юл эштәрен атҡара. Донъя йөгөн тотош ҡатындар елкәһенә күсереү, минеңсә, бөтөнләй дөрөҫ түгел...
Шулай тиһәң дә, мәктәптән аҙ ғына бушап торған арала ла ҡулыңдан балта-көрәк төшмәне, әсәй. Мине лә эшкә өйрәтеүсе күберәк һин булдың.
...Хәҙер төшкөлөктө таратырға тейештәр. Һаҡ ҡына шаҡынылар. Ҡараусы килде. Быныһы тегенеһе кеүек яра баҫып, дарҫ та дорҫ килеп инмәй, минең тыныслыҡты һаҡларға тырыша. Бөгөн дә аш-һыу тейәлгән арбаһын этәреп, ипле генә килеп керҙе. Үҙем дә һиҙмәҫтән:
– Гутен Таг! – тип ысҡындырҙым.
– Гутен Таг! – тип яуап ҡайтарҙы санитарка.
Был мине аптыратты ла, ҡыуандырҙы ла. Көлөп ебәрҙем. Ул асыуланманы, йомшаҡ ҡына итеп йылмайҙы. Май айындағы йәшеллекте хәтерләткән күҙҙәре менән ҡарашым осрашты. Йәнем алҡымыма тығылды. Һинең күҙҙәр, һинең яғымлы ҡарашың ине унда, әсәй. Кирле-мырлы әрепләшеү онотолдо, шул минутта мин әүәлге әҙәпле Рәшиткә әүерелдем.
– Нисә көн күрәм һеҙҙе, исемегеҙҙе лә белмәйем, – тинем.
– Һе... Апай... Мөмкин булһа, мин һеҙгә Саимә тип кенә өндәшермен, яраймы?
– Әгәр шулай уңай икән... өндәшегеҙ. Ә хәҙер тамаҡ ялғап алайыҡ. Бөгөн турама ла бик тәмле, тауыҡ ите менән бәрәңге лә...
– Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә өҫтәл янына, – тим. – Бында ризыҡ икебеҙгә лә етерлек.
– Рәхмәт. Мин һеҙ ашаған арала бүлмәгеҙҙе тәртипкә килтерә торайым. Ашығыҙ тәмле булһын!
– Ә һеҙ миңә “һин” тип кенә әйтегеҙ был яғына, яраймы. Ә миңә... мөмкинме, “һин” тип өндәшергә?
– Һин немец телен беләһеңме?
– Әпәй-тоҙлоҡ һупалайым бер аҙ.
– Минең әсәйем сит телдәрҙән уҡытты. Телдәрҙе ул өйрәтте. Хәҙер онотоп ҡуйыуҙан ҡурҡам, аралашырға берәү юҡ.
– Улайһа, һеҙ тамаҡ туйҙырған, ә мин саң-фәлән һөрткән арала беҙ дәрес тә ҡабатлай алабыҙ, шулаймы? Миңә лә зыян итмәҫ. Ҡасандыр мин дә филология факультетын тамамлағайным. Мәктәптә урын булмай сыҡты, шунан бирле төрлө эштәмен.
– Ә ни өсөн мотлаҡ бында? Үҙең күрәһең бындағы эштең ауырлығын. Аҡсаһын әйтеп тә тораһы түгел.
– Шулай кәрәк. Ә минең өсөн был эш ауыр ҙа түгел. Һәр эштең ыңғай яҡтарын таба, күрә белергә кәрәк.
Кейәүҙәме ул, юҡмы? Мине хәҙер шул һорау борсой ине. Юҡ, бүтәндәргә насип оло ғаилә бәхетенә өмөт итмәйем. Ул бәхеткә минең, кеше көнлө байғоштоң, көсө етмәҫ. Шулай ҙа һәр даим уны эргәмдә күргем, уның менән серләшкем килә. Нимә тураһында һораһам да, ул сабыр ғына яуап ҡайтара, йәшәйеш, әҙәм балаһының был ерҙәге урыны хаҡында фәлсәфәүи һүҙ ҡуҙғалһа, асыҡтан-асыҡ үҙ фекерен белдерә. Саимә менән аралашыуы еңел, рәхәт.
Һәр иртәне түҙемһеҙлек менән көтөп ала башланым. Тәүҙә Саимәне гел әсәйем менән сағыштырһам, тора-бара улар икеһе, айырым төҫ-ҡиәфәт алып, йөрәгемдә һәр ҡайһыһы үҙенең тейешле урынын биләне. Дөрөҫөрәге, әсәйем үҙ урынында ҡалды, ә Саимә йөрәктең иң әрнеткес, шул уҡ ваҡытта иң яҡты бер мөйөшөнә күсте.
– Саимә, ни өсөн һин гел ашығаһың? – тип бәйләндем бер көндө уны үҙ янымдан ебәрергә теләмәйенсә.
– Мин бит бында һиңә ҡунаҡҡа йөрөмәйем, эшләйем. Ашханала иҙән дә йыуам, – тауышын үҙгәртмәй генә, тыныс итеп әйтте ул быны. Теге йәүкәсе бисә булһа, ҡый-ҡыу һалыр ине, билләһи.
– Ә һин улай күп эшләмә. Эшләп кем байыҡҡан... Рәшит ағайыңдан фәһем ал. Аяҡ һоноп, икмәк серетеп тик ятам.
– Һиңә лә эшкә тотонорға ваҡыт, ҡустыҡайым. Һинең көсөң еткәндәй вазифалар бихисап.
– Мәҫәлән, өҫтәлеңде йыйыштырғанда һин яһаған рәсемдәрҙе күрҙем. Шәп! Бик шәп! Ни өсөн рәссам булмаҫҡа һиңә?
Тәбиғәт шундай оло һәләт биргән үҙеңә. Ә һин... икмәк серетәһең, – Саимә сыңлатып көлөп ебәрҙе. Уның көлөүенән миңә лә иҫ киткес күңелле булып китте.
– Ысынлап әйтәһеңме, Саимә? Һәләт тураһында?
– Әлбиттә! Ниндәй һәләт бит әле!
– Берәүгә лә күрһәтмәгән рәсемемде ҡарағың киләме?
– Ана, тумбочканы ас әле. Китаптар өҫтөндә ята.
Саимә үҙенең портреттарын күреп, “аһ” итте.
– Ҡара, нисек оҡшаған! Бөйөк рәссамдың ҡәләм осона эләгеүем менән нимәгә бурыслы инде мин, Рәшит туғаным? – “Туғаным” һүҙен айырып, баҫым яһап әйтте Саимә.
– Ә мин һиңә ҡусты ла, туған да булырға теләмәйем, аңлайһыңмы?
– Ниңә? Мин шулай алама апаймы ни? Ярай, улайһа, дуҫтар булып ҡалайыҡ. Дуҫҡа ҡарағанда туған яҡыныраҡ бит, шуға әйтәм инде. Үҙең минән күпкә бәләкәсерәк тә, етмәһә.
– Ә ҡустынан да яҡыныраҡ кем?
– Ҡустынан да яҡын кем булыуы мөмкин?
– Әгәр минең... аяҡтарым зәғиф булмаһа... миңә кейәүгә сығыр инеңме?
– Рәшит, әйҙә, был хаҡта бер ҡасан да һүҙ ҡуҙғатмайыҡ, йәме? Һин бит аҡыллы егет. Аяҡтарҙың бында бер ҡыҫылышы ла юҡ. Берҙән, мин һинән оло. Икенсенән, минең ғаиләм бар. Ирем, балам.
Юҡ, быныһы инде артыҡ ине. Мин Саимәне берәү менән дә бүлешергә теләмәйем. Бөтә Ер йөҙөндә ул – минең өсөн иң ғәзиз, иң яҡын кеше. Ә уның өсөн мин ҡусты ғына, йәнәһе. Әммә мин һуңға ҡалғанмын, инде булыры булған, ергә тәгәрәп илаһаң да, күктәргә ҡарап олоһаң да яҙмышты кирегә бороп булмай. Ул – ғаиләле. Нишләй алам? Бер ни ҙә. Иң яҡшыһы, ҡабат уны күрмәҫкә, йөрәктән алып ырғытырға, әйҙә, ит-ҡаны сәсрәһен меҫкен йөрәгемдең, яралары уңалмаһа – суҡынып китһен... Ҡапыл миндә инде күптән ойомһорап ятҡан әшеүәтһеҙ бәндә уянды. Зәңгәр күгемдәге яҡты ҡояшымды ҡотһоҙ ҡара болоттар ҡаплап китте. Ҡара ҡоҙғон булып Саимәгә ябырылдым:
– Сығып кит бүлмәнән! Күҙемә күренмә! Ниңә осраттым мин һине?! Инде өмөттәрем һүрелеп бөткәс, ниңә ҡайтанан йән өрҙөң үҙең?!
Тағы әллә ниндәй, туҙға яҙмаған ғәйептәр ташланым, булмаған гонаһтар өйҙөм Саимәнең башына. Юҡ, сығып йүгермәне ул. Ипләп кенә сәстәремә ҡағылды:
– Ярһыма, туғанҡайым, тыныслан. Ярамай улай сығырҙан-сығырға. Донъя емерелмәгән бит, үҙ урынында. Бөтәһе лә һәйбәт. Һин әле бәхетле буласаҡһың. Күр ҙә тор!
– Емерелде! Минең донъям емерелде, Саимә! – Мин уның наҙлы ҡулдарынан ебенем, үкһеп илап ебәрҙем. – Мин һине ғәйепләмәйем. Минең кеүек... ғәрип... кемгә кәрәк?!
– Һин әле бына тигән матур, һәйбәт ҡыҙҙы осратасаҡһың. Ул һиңә үлеп-янып ғашиҡ булыр. Һин уның портреттарын эшләрһең. Һиңә һәләтте Хоҙай йәлләмәй биргән бит, ҡәҙерен бел. Булғанды емереү бер ни тормай, ҡайтанан тергеҙеү генә ауыр, хатта мөмкин түгел...
Һуңғы һүҙҙәрҙе ул күберәк үҙенә атап әйтте шикелле. Ниңәлер миңә шулай тойолдо. Ысынлап та, ни тип ғәйепләйем һуң мин Саимәне? Әллә әрнеү-һыҙланыуҙарымды иркәләп ята торғас, йәнем тупаҫланып, йөрәгем туңып ҡалғанмы? Ни өсөн ул минең хаҡҡа ғаилә бәхетен ҡорбан итергә тейеш? Ғөмүмән, унан ниҙер талап итергә берәй хаҡым бармы һуң минең?
– Кисер, Саимә. Зинһар, кисер. Тик күҙ алдымдан, тормошомдан ғына юғалма. Ҡустымы, туғанмы булып ҡалырға ла ризамын, юғалма ғына. Һинһеҙ мин аҙашырмын кеүек. Аҙашырмын да йәшәү юлын ҡабат табалмам...
– Йә, ярай, иртәгә һиңә буяуҙар, ҡағыҙ алып килермен. Эшкә тотон, етди эшкә.
Саимәнең артынан ишек ябылды. Good Bye, мөхәббәт! Хуш!..
Был хәлдәргә лә ун йыллап ваҡыт үтте. Инде мин интернатта түгел, ә үҙем һатып алған ҙур, күркәм фатирҙа йәшәйем. Оҫтаханам да ошонда уҡ, ҡайҙалыр ситкә сығып йөрөйһө түгел. Күргәҙмәләрем төрлө илдәрҙә ҡуйыла, үҙем дә күптән инде дүрт мөйөшкә ҡарап ултырмайым, илдәр гиҙәм, кешеләр менән ихлас аралашам. Донъяның дүрт ҡитғаһында ла дуҫтарым етерлек.
Саимә үҙ-үҙемә ышанысымды ғына түгел, башҡаларға ҡарата ыңғай мөнәсәбәтемде лә ҡабат ҡайтарҙы. Тик йөрәгемдең иң төпкөл бер мөйөшө, юҡ, мөйөшө генә түгел, тотош йөрәгем – Саимәнеке. Бөтә уңыш-ҡаҙаныштарым менән уға бурыслымын. Чечня ғәрәсәте, ғәзиз әсәйемдең вафаты, атайымдың хыянаты, хәйер, инде ул хәлгә хыянат тип тә ҡарамайым, бүтән мең төрлө сәбәп ҡасандыр күңелемде ҡатырған, ҡанымды ҡарайтҡан булһа, Саимә мине асыу, нәфрәт кеүек яуыз дошмандарҙан йолоп алды, тормошҡа булған мөхәббәтемде кире ҡайтарҙы. Мин хатта Саимәнең ғаиләһе менән дуҫлаша алдым, ирен ағайым итеп ҡабул иттем. Балалар хаҡында әйтергә түгел, улар – мин өҙөлөп һөйгән ҡатындыҡы, тимәк, минеке лә, сөнки бөгөнгө йәшәйешемә йәм-йән өргән әлеге үҫмерҙәр өсөн мин – фиҙакәрлек, батырлыҡ өлгөһө. Әлбиттә, күпме генә эҙләһәм дә, ул юғары сифаттарҙы үҙемдә тапмайым, әгәр Саимәне осратмаһам, хәҙерге мин дә булмаҫ ине.
Бәлки, үҙ тормошоң менән йәшәмәйһең, тип ғәйепләүселәр табылыр. Ә кем үҙ тормошо менән йәшәй? Беҙ һәр саҡ нимәлер, кемдеңдер хаҡына ниҙе лә булһа ҡорбанға килтерәбеҙ. Һөйгән кешем хаҡына шәхси тормоштан баш тартҡанмын икән... бының ни насарлығы бар? Саимәне бөтөнләй юғалтып ҡуймаҫ өсөн мин уға ҡусты булып ҡалам. Ул үҙе һиҙә-тоямылыр был хаҡта, белмәйем, ләкин үлсәүҙең бер яғына – минең мөхәббәтемде, икенсеһенә ғаиләһен һалһаҡ, барыбер Саимәнең иренә, ғаиләһенә тоғролоғо еңәсәк. Иң мөһиме, мин тормошто, кешеләрҙе яратам.