Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Января 2020, 20:50

Гөлназ Асаева "ирекле"ме?

Йырсы үҙе: "Мин - ирекле!” - ти...

“Ниһайәт, 2020 йылдың беренсе ай туры! Рәхим итегеҙ! Һәммәгеҙ менән дә осрашыуҙы көтөп ҡалам! Бик һағындым!” — тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә талантлы йәш йырсы Гөлназ Асаева.
Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо Гөлназ Асаева тәүге тапҡыр гастролдәргә яңғыҙы сыға. “Ирекле” тип аталған өр-яңы программаһы менән сығыш яһарға йыйынған йәш йырсы үҙенең уй-теләктәре менән “Сәләм” тапшырыуында ла уртаҡлашты. “Ҡазан ҡалаһына күсендем, Башҡортостандағы тәүге гастролдәремде Урал аръяғы райондарынан башланым. Ноябрҙә Өфөлә үҙемдең концертымды ҡуйырға уйлайым. Ниһайәт, уҡыуымды тамамланым, хәҙер ижадыма ентекле иғтибар бирә башлаясаҡмын. Мин - ирекле”, - ти ул.
Ысынлап та, яратҡан йырсыбыҙ Гөлназ Асаева “ирекле”ме-юҡмы икәнлеген белгегеҙ килһә, концерттарына рәхим итегеҙ!
Фото: Гөлназ Асаеваның шәхси сәхифәһенән.
Читайте нас