Һәр төбәктә ғәжәп талантлы, дәртле кешеләр бар. Күптән түгел Асҡын районында үткән “Дан минуты” район смотр-конкурсының гала-концерты ошо хәҡиҡәтте тағы берҙе иҫбатланы.
“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ойошторолған сарала өс тиҫтәгә яҡын һәләт эйәһе сығыш яһаған. Данлыҡлы телепроектты нигеҙ итеп алған бәйге асҡындарҙың күңеленә ифрат хуш килгән, ул хәҙер матур йолаға әүерелгән. Һандарға килгәндә, сара тарихында 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, әйтергә кәрәк, дан минутын көҫәүселәр һаны йылдан-йыл күбәйә бара. Ҡатнашыусыларҙың йәше лә төрлө: бәләкәстәр ҙә, ололар ҙа бар. Уларҙы ижади булмыш, дәрт-дарман, тормошҡа ыңғай ҡараш берләштерә.
Бәйгенең һайлап алыу туры былтыр ноябрҙән декабргәсә барған. Район алты зонаға бүленгән, 34 ауыл клубында, мәктәптәрҙә, район сәнғәт мәктәбендә талантлылар оҫталыҡтарын күрһәткән.
Ошо көндәрҙә үткән гала-концертта иһә төрлө жанрҙағы иң сағыу сығыштары менән хайран ҡалдырған 140 әүҙем ҡатнашыусы билдәләнгән.
Бындай саралар район халҡын берләштерә, кәйефте күтәрә, йәшәү дәрте өҫтәй. Афарин, асҡындар!
Фотолар Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихиндың социаль селтәрҙәге рәсми битенән.