Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Февраля 2020, 16:55

Марсель Ҡотоев өсөнсөгә атай булған!

Йәш ғаиләне ихлас ҡотлайбыҙ!

Башҡорт эстрадаһының иң моңло тауышлы йырсыларының береһе, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоевтың ғаиләһендә ҙур ваҡиға - уларҙың тағы бер бәпесе тыуған!
Марсель Мазһар улы Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған. Ижадсы бала саҡтан сәхнәгә ғашиҡ, үҫмер мәленән үк төрлө кимәлдәге вокал конкурстарында сығыш яһап еңеүҙәр яулаған. Репертуарында башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарынан тыш, башҡа телдәрҙәге классик һәм заман әҫәрҙәре бар.
Йырсыны ғаиләһендәге ҙур ҡыуаныслы ваҡиға менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм бәпескә бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Фото геройҙың шәхси сәхифәһенән.
Читайте нас