Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраля 2020, 09:33

Димсе ағинәйҙәргә әйтер һүҙем бар

Беҙҙең халыҡта элек-электән бик матур димләү йолаһы бар. Йәш саҡтары уҙып китеп, һаман да үҙ һыңарын таба алмай йөрөгән егет һәм ҡыҙҙарға ауылдағы олораҡтар – димселәр ярҙамға килгән. Ә ундай кешеләр һәр ауылда ла тулып ята, һанай китһәң, бер урамда ғына ла әллә нисә олоғая башлаған буйҙаҡ егет йәшәй. Шулай уҡ кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарҙы йәки балалы йәш ҡатындарҙы ла табырға була.

Беҙҙең халыҡта элек-электән бик матур димләү йолаһы бар. Йәш саҡтары уҙып китеп, һаман да үҙ һыңарын таба алмай йөрөгән егет һәм ҡыҙҙарға ауылдағы олораҡтар – димселәр ярҙамға килгән. Ә ундай кешеләр һәр ауылда ла тулып ята, һанай китһәң, бер урамда ғына ла әллә нисә олоғая башлаған буйҙаҡ егет йәшәй. Шулай уҡ кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙарҙы йәки балалы йәш ҡатындарҙы ла табырға була.


Әйҙәгеҙ әле, ағинәйҙәр, Башҡортостандың һәр ауылында ла халҡымдың ошо матур йолаһын яңыртып ебә­рәйек. Башҡорт ғаиләләре барлыҡҡа килһен, балалар һаны артһын! Әле бигерәк тә ил башлыҡтары ла демография хәленә ныҡлы иғтибар бүлгән саҡта ағинәйҙәрҙең халҡыбыҙ һанын арттырыуға ҙур өлөшө булыр ине был!


Беҙ, Ғафури районының Ватан ауылы ағинәйҙәре, йыл башында уҡ ошо матур йоланы тергеҙеп ебәрҙек, һөйлә­шеү эштәре башланыҡ. Ва­ҡыты етеү менән ғаилә ҡороу, балалар табып, уларға тәрбиә биреп үҫтереү динебеҙҙә изге ғәмәлдәрҙән һанала бит. Ағинәйҙәр, барығыҙҙы ла ошо изге эшкә дәррәү ҡушылырға саҡырабыҙ!


Димсе


Халҡымда бик матур йола –

Димләү тигән йола бар,

Шул йоланы яңыртырға

Ауыл инәйҙәре лә бар.

Һәр ауылда тулып ята

Кейәүҙәр һәм кәләштәр.

Ана шул йәштәр ҡауышһа,

Вәт гөрләр ине эштәр!

Өйләнмәйсә артып булмай,

Артыу – бала табыуҙа,

Ғаилә өс бала тапһа,

Бик тә булыр хуплауҙа.

Әгәр икене тапһалар,

Торор тик шул көйөнә,

Тик бер генә бала булһа,

Милләт китер кәмеүгә.

Йәштәр егермене үткәс,

Матур ғаиләләр ҡорһон,

Был эштә оло кешеләр

Ныҡлы ярҙамсы булһын.

Ситләшмәгеҙ һеҙ йәштәргә

Кәңәшле һүҙ әйтеүҙән,

Ауылдағы буйҙаҡтарға

Кәләштәрҙе димләүҙән.

Димләү – халҡым йолаһы,

Булһын йола дауамы!

Сәсәндәр, сәсәниәләр,

Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар,

Өләсәйҙәр, олатайҙар,

Әбейҙәр һәм бабайҙар!

Беҙ башлаған димселекте

Һеҙ күтәреп алығыҙ,

Үҙегеҙҙең төбәктәрҙә

Димсегә алынығыҙ!

Ул эште бер кем дә ҡушмай,

Үҙеңдән ул сығалыр,

Изге ниәтле башланғыс

Һәр тармаҡта уңалыр.

Башҡортом ағинәйҙәре

Һәр ауылда туп-тулы,

Ошо эште эшләһәгеҙ,

Булырһығыҙ сауаплы!

Ғаиләләр һаны артыр,

Йәштәр балалар табыр,

Олатайҙар, өләсәйҙәр

Ейән һөйөп ҡыуаныр.

Милләтебеҙ тупрағына

Кәүсәр һыуы һибербеҙ,

Үҙ милли ерлегебеҙҙә

Балалар үҫтерербеҙ!


Ғафури районы.


Фото: haibrdk.ru
Читайте нас