Ғаиләгә, мөхәббәткә һәм тоғролоҡҡа арнап

Мәғлүм булыуынса, 1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Был гүзәл байрамды Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Етегән" исеме аҫтында бишенсе йыл рәттән үткәрәләр.


Мәғлүм булыуынса, 1 мартта Башҡорт ғаиләһе, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө билдәләнә. Был гүзәл байрамды Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Етегән" исеме аҫтында бишенсе йыл рәттән үткәрәләр.
Бөгөн дә был матур йоланы тәбрикләүселәр бер ҡорға йыйылды. Көн оҙонона ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, әҙәби ҡунаҡхана, флешмоб кеүек ҡыҙыҡлы саралар үтһә, кискә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә байрам концерты башланды.
Уны Мөхәмәтша Буранғоловтың "Ашҡаҙар" спектакленән башҡорт туйын һынландырған өҙөк менән асып ебәрҙеләр.
Артабан һүҙҙе Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов алды. Ул “ғаилә” төшөнсәһенең намыҫ кеүек изге булыуын билдәләне.
– "Етегән" байрамы ғашиҡтар көнө генә түгел, - ул ғаилә байрамы ла, сөнки мөхәббәт ир-егет менән ҡатын-ҡыҙҙың мөнәсәбәттәрен һынландырып ҡына ҡалмай. Беҙ бөтәбеҙ ҙә ошо мөхәббәт сорнауында йәшәйбеҙ.
Ҡасандыр был байрам ҡалабыҙ кимәлендә генә үткәрелә ине, хәҙер ул республика киңлегенә сыҡты, киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрләр тип ышанабыҙ, - тине Альберт Наил улы.
Альберт Шәйхетдинов тағы ла бер ҡыҙыҡлы тәҡдим индерҙе: "Бер-беребеҙгә “валентинка”лар түгел, ә “етегәнчик”тар бүләк итәйек, әйҙәгеҙ ошонан башлайыҡ!"
Алда "Етегән" республика бәйгеләре еңеүселәре тәбрикләнәсәк, барыһын да сағыу тамаша көтә.
Лариса Абдуллина фотолары.
Читайте нас