Сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, яҙыусылар, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаттары Гүзәл Ситдыҡова, Факил Мырҙаҡаев, Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, “Бабич”, “Беренсе республика” фильмдарының сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова, яҙыусы, “Ағиҙел” әҙәби журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Башҡортостан республикаһының Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Регина Фазылова ҡатнашты.
Килгән ҡунаҡтарҙан Һәҙиә Дәүләтшинаның ире, күренекле йәмәғәт, мәғариф һәм сәйәсәт эшмәкәре, яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшиндың нәҫеленән Мәрғүбә Дәүләтшина ла бар ине. Ул һуңғы көндәренә тиклем Һәҙиә Дәүләтшинаның әсәһен ҡарашҡан. Мәрғүбә Абдулла ҡыҙы күп кенә хәтирәләре, ҡыҙыҡлы тарихи факттар менән уртаҡлашты.
Зәки Әлибаев Һәҙиә Дәүләтшинаның шәхесе, ижады менән таныш булыу кимәлен айсбергтың башын ғына күреүгә тиңләне.
“Яҙыусының тормошо аҙағына тиклем өйрәнелеп бөтөлмәгән. Башҡорт әҙәбиәтендә эпиҡ ҡоласлы роман ижад иткән ҡатын-ҡыҙҙың булыуы бик үҙенсәлекле күренеш.
Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәрендә башҡорт халыҡ ижадының сағыу өлгөләре сағыла, фекер тәрәнлеге тойола. Ундағы һәр ваҡиғалар кинохроникалар кеүек күҙ алдына килә. Әҙибә донъяның ваҡлыҡтарына иғтибар бирмәй, уны ҙур итеп ҡабул итә, донъяға башҡорт ҡарашы менән баға. Әлеге Һамар башҡорттарында ла ошо ҡараш сағыла”, – тине ул. Зәки Арыҫлан улы шулай уҡ Һәҙиә Дәүләтшина яҙған повесть-романдарҙың өс үҙенсәлеген билдәләп үтте: әҫәрҙәрҙең айырым моңо бар, ундағы образдар системаһы төрлөлөгө менән әсир итә, повесть-романдарҙа эпик ҡараш сағыла.
Яҙыусы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Гүзәл Ситдыҡова әҙибәнең ғүмер юлына, ундағы юғалтыуҙарға байҡау яһаны. Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндар, улар иңдәренә репрессия исемле ауыр һынау һәм мәңгелеккә айырылышыу ятыр алдынан, ун айлыҡ улдарын ерләй. Тап улының исемен аҙаҡ яҙыусы “Ырғыҙ” романының төп геройына бирә.
Һәҙиә Дәүләтшинаны яҙмыш һаулыҡ яғынан да һынай – ул туберкулез менән сирләй.
“Ул был мәлдә лә көслө рухлы булып ҡала. Аҙаҡ репрессия... Иреккә сыҡҡас та Һәҙиәгә бер ҡайҙан да эш бирмәйҙәр, Өфөгә барғанында уны таныштары урап үтә, Яҙыусылар союзына әҫәрҙәрен дә баҫтырмайҙар. Ул ошо Бөрө педагогия институтында иҙән йыуыусы булып эшләй, яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үтә, һынып-бөгөлөп төшмәй, ҡасан да булһа ғәҙеллектең тантана итеренә ышана.
Һәҙиә Дәүләтшина – рух ныҡлығы өлгөһө. Тормошоғоҙҙа ниндәй генә хәлдәр булһа ла, был яҙыусы ҡатын яҙмышын иҫегеҙҙә тотоғоҙ”, – тип залда ултырыусы йәш быуынға мөрәжәғәте менән тамамланы сығышын Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы.
Залдан уға һорау биреүселәр ҙә табылды. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының көслө булмышы ҡыҙыҡһындыра ине.
“Ғалимдар тикшереүе буйынса, ир-егеттәрҙең генотибы үҙгәреүсән, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла боронғоса, шул көйөнсә ҡалған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән көслө, сая булған, ирҙәре менән бер рәттән яуға ла күтәрелгән. Уларҙың быуаттан-быуатҡа күскән көсө лә ошонан киләлер”, – тип яуапланы Гүзәл Ситдыҡова.
"Ағиҙел" әҙәби журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин яҙыусыларҙың ғәҙәттә ике ғүмер менән йәшәүҙәрен билдәләне: үҙ ғүмере һәм ижад ғүмере. "Һәҙиә Дәүләтшинаның ижад ғүмере оҙон", - тине ул.
Конференцияны алып барған Башҡорт дәүләт университеты профессоры Александр Пономарев Һәҙиә Дәүләтшина кеүек күренекле шәхестең Бөрө ҡалаһына йәшәүе, ижад итеүе менән ғорурланыуын белдерҙе, әҙибәнең “Ырғыҙ” романын тап ош ҡалала яҙып бөтөүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, әҫәрҙең оригиналы бөгөнгө көндә Бөрөләге музейҙа һаҡланыуын хәбәр итте.
Музей тигәндән, Һәҙиә Дәүләтшинаның БДУ-ның Бөрө филиалында урынлашҡан музейы фотоһүрәттәр, ҡулъяҙмалар, элекке китаптар, яҙыусының шәхси әйберҙәрен һаҡлау менән үҙенсәлекле. Һауыт-һаба кеүек көнкүреш әйберҙәренән тыш, бында әҙибәнең үҙе биҙәктәр менән сиккән күлдәге лә түрҙән урын алып, уның оҫталығы хаҡында иҫләтеп тора.
Булат Йосоповтың “Беренсе республика” фильмында Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар төп ролдәрҙең береһен биләй. Гөлсәсәк Саламатова “Дәүләтшина уҡыуҙары”ндағы сығышында фильм төшөргән ваҡыттағы бер нисә нескәлеккә туҡталып үтте:
“2013 йылда спектакль итеп сәнғәт институты сәхнәһенә сығарған “Һәҙиә” спектаклендәге сюжет һыҙығы аҙаҡ фильм хронометражының бер өлөшөн тәшкил итте. Спектаклде әҙерләгәндә мөмкинселегебеҙҙән бигерәк хыялыбыҙ көслө ине.
Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар ролдәренә актерҙар һайлағанда кастинг ҡына үткәреп ҡалманыҡ, бик күп һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Әңгәмәләр актерҙар һайланғас та дауам итте, улар Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәре менән яҡындан танышты. Үҙебеҙ иһә, 1920 йылдан алып 1937 йылдарҙағы ваҡытлы матбуғат материалдарын “сүпләнек”.
Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы конференция үткән уҡыу йорто студенттары араһында бәйгеләр ҙә ойошторолғайны. Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәрен һөйләү буйынса видеоконкурс, уларҙы тәржемәләү, шәхескә арнап иншалар яҙыу – был ярыштарҙа призлы урындар яулағандарҙың барыһына ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Конференцияла ҡатнашыусылар халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡатын-ҡыҙына булған оло хөрмәтен БДУ-ның Бөрө филиалы бинаһы алдына ҡуйылған бюстҡа ҡәнәферҙәр һалыу аша белдерҙе.