72 йәшендә Башҡортостанда тыуған Татарстандың халыҡ шағиры, Ғ. Туҡай премияһы лауреаты, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан дәүләт һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, публицист Роберт Миңнуллин беҙҙең арабыҙҙан китеп барҙы.
Дөрөҫөн әйткәндә, был хәбәрҙе беҙ күңелебеҙ менән кисектереп-кисектереп йәшәнек, сөнки Роберт Мөғәллим улының ҡаты сир менән көрәшкәнен белә инек. Әммә ул ныҡ булды, һуңғы көнгә тиклем сафта ҡалды, һәр иртәһен “Инстаграм”дағы дуҫтарын сәләмләү, яңы шиғырҙары, замана менән бергә килеп тыуған мәсьәләләр тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашыуҙан башлар ине. Бер ҡасан да ул яҙмаларҙа зар, яман һүҙ, башҡаларға бәлә һалыу булманы, улай ғына ла түгел, ул һәр саҡ яҡты кәйеф, яҡшы уй, өмөт уятырға тырышты. Күңеленә яманһыу, болоҡһоу булған хәлдәрҙә лә үҙен дә, уҡыусылары да йыуатып: “Беҙ бит көрәшселәр затынан, әле ҡулдан килгәнсә алға атлайбыҙ!” – тиер ине.
Роберт ағай Башҡортостандың Илеш районының Нәжәде ауылында тыуһа ла, үҙе Шәммәттә үҫкәс, ата-бабаларының тамырҙары ошо ауыл менән бәйле булғанға, үҙен ошо ауылдыҡы тип иҫәпләне.
Уның тәүге әҫәрҙәре “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫыла, хеҙмәт юлын да ул тыуған Башҡортостанында, Илеш районының "Маяҡ" гәзитендә башлай. Ҡазан дәүләт университетын тамамлап, ул ныҡлап әҙәбиәткә һәм журналистикаға аяҡ баҫа. Уҡыған йылдарында уҡ ябай, халыҡсан стиль менән яҙылған шиғырҙары аша замандаштары араһында танылыу яулай. 1970 йылда сыҡҡан дөйөм йыйынтыҡтағы шиғырҙарын уҡыусылар ғына түгел, әҙәби тәнҡитселәр ҙә юғары баһалай. Тап ул 1972 йылда Бөтә Союз йәш шағирҙар фестивалендә ҡатнашып, Михаил Львов, Валентин Сорокин кеүек исемдәре СССР-ға билдәле яҙыусыларҙың ыңғай баһаһын ала. Шулай уҡ яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры Илдар Юзеев уның ижады тураһында тәүгеләрҙән булып анализ яһай һәм әҙәбиәткә ҙур шағир килеүе хаҡында хәбәр итә.
Эйе, ул ысын мәғәнәһендә ҙур йөрәкле шағир булды. Ул балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре менән уҡыусылар күңеленә килеп инде һәм “Аҡбай цирк ҡарай” (1978), “Ете ағай тай егә” (1980), “Айға остоҡ” (1982) исемле китаптары М. Йәлил исемендәге Татарстан дәүләт премияһына, Г.Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ булды. Уның “Малайҙар һөйләшә” тигән шиғыры үҙе генә лә – донъя балалар әҙәбиәте өлгөһө! Унда:
Ҡуша Кеше булырға! – тигән юлдар бар. Әҫәрҙәге һуңғы һөйләм Роберт Миңнуллиндың ғүмерлек эске асылы булды. Ул ошо юғарылыҡты йыр сәнғәте өлгөләре булған шиғырҙарына алып килде. “Әсәй беҙҙе Сөндән алып ҡайтҡан” йыры менән замандаштары күңеленә килеп ингән йырҙарҙы ул һуңғы көнгәсә ижад итте. Башҡортостан йырсыһы Заһир Ҡотлосурин башҡарған “Ағиҙелдән китеп барам” йыры шағирҙың аҡҡош йырылай яңғыраны.
Балалар шиғырындағы комбайнсы булам тигән кеүек, Роберт Миңнуллин әҙәбиәттең комбайны булды. Уның ижад итмәгән сәғәте, минуты булдымы икән?! Юҡтыр. Үҙ ғүмерендә ул - ҡулына күптомлыҡтарын алып ҡыуанған автор. Шиғриәт, балалар әҙәбиәтенән тыш, ул заманының күренекле публицисы ла булды. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡулына ҡәләм алып, тәрән анализ менән дәүләтселек һәм халыҡ алдында ла һорауҙарҙы ҡуя белде. Депутат булып китеүе лә уның милли республикаларҙа килеп тыуған киҫкен хәлдәрҙе аңлап, хәл итеү юлдарын эҙләү менән бәйле ине. Ул ысын халыҡ депутаты булды.
Яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллин туған республикаһы менән бәйләнешен һуңғы мәлдәренә тиклем өҙмәне. Һәр әҙәби, мәҙәни сараларға ҡайтып, яҡташтары менән тығыҙ аралашып йәшәне. Башҡортостанда йәшәгән ҡәләмдәштәре менән йылы мөнәсәбәттә булды, бик күп замандаштары хаҡында мәҡәләләр, шиғырҙар яҙҙы. Китаптары Башҡортостанда ла нәшер ителде. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, уны Башҡортостан халҡы үҙ күреп ижады өсөн генә түгел, кешелек сифаттары өсөн дә яратты.
Роберт Мөғәллим улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге менән дә таныш ине, халыҡ йыйыны сараларында ҡатнашҡаны ла булды. Башҡортостандағы тормошҡа ул ситтән ҡарап түгел, үҙе ошонда тыуған ир-егет булараҡ тойоп, аңлап, бер бөтөн булып йәшәне.
Роберт Миңнуллин 1998 йылда "Мари Эль Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеме, шулай уҡ Төркмәнстандың “Махтумкули Фраги” миҙалы менән, Рәсәйҙәге дуҫлыҡты нығытыуға һәм дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙағы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Былар барыһы ла уның, ысын ижадсы булараҡ, мәҙәниәт, һүҙ сәнғәте, шиғриәт аша йөрәктәрҙән йөрәктәргә һис ҡаҡшамаҫ күперҙәр һалыуы, халыҡтарҙың үҙ-ара яҡты мөнәсәбәттә йәшәүенә булышлыҡ итеүе хаҡында һөйләй.
“Инстаграм”дағы һуңғы яҙмаһында ул ауған олпат өйәңке һүрәтен ҡуйған да былай тигән:
“...Шулай, ағастар ҙа, дуҫтар ҙа көтмәгәндә генә ауалар ҙа китәләр шул! Һиҙмәй ҙә ҡалаһың.”
Йәнең йәннәттә булһын, Роберт Мөғәллим улы! Аллаһу тәғәлә һине беҙҙең аранан изге йомала алды! Йомшаҡ күңелең, йомарт асылың, ҙур йөрәгең менән беҙгә һин ысын Шағир ниндәй булырға тейешлеген күрһәтеп киттең!