Салауат тоҡомдары сигенеүҙе белмәй

Башҡортостанда Салауат Юлаев көндәренә арналған бихисап саралар онлайн тәртибендә ойошторолдо. Мәҫәлән, Архангел районының Максим Горький ауылында “Салауат Юлаев йондоҙо аҫтында” тигән исем туйы үтте. Мәҙәни сараны Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Латыш тарихи-мәҙәни үҙәге уҙғарҙы.

Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Латыш тарихи-мәҙәни үҙәге белгестәре, тарих – мәңгелек, халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылған шәхестәр бер ҡасан да онотолмай, ти. Улар батырға арналған исем туйын йөкмәткеле итеп ойошторорға ынтылған, бәләкәй генә деталде лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышҡан. “Салауат Юлаев йондоҙо аҫтында”ны ҡараусылар милли геройыбыҙҙың тыуған көнөнән алып һуңғы һулышынаса арауыҡты, ҡыҫҡаһы, бар тормош юлы менән танышыу мөмкинлегенә эйә.

Быйыл Салауат Юлаевтың тыуыуына – 266 йыл. Ошо уңайҙан республикабыҙҙың бүтән район һәм ҡалаларында ла төрлө саралар үткәрелде. Баймаҡ районының Темәс ауылындағы “XVIII быуат осоро экспонаттары, Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусыларҙың ҡорал макет-муляждары” тип аталған онлайн-исем туйы һәм Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылындағы “Салауат тоҡомдары сигенә белмәй” исемле онлайн-ғаилә квесы – шуға асыҡ миҫал. Тәүгеһенә – Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – “Темәс” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, ә икенсеһенә Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – рус тарихи-мәҙәни үҙәге яуаплы ине.
Читайте нас