Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Август 2020, 22:30

Бабич нуры – беҙҙең күңелдәрҙә!

Бөгөн Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында Шәйехзада Бабичтың музейы асылды.

Бөгөн Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында мәшһүр башҡорт шағиры, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы иҫтәлекле сара үтте – шәхестең музейы асылды.
Ҡыйғаҙытамаҡ – Бабичтарҙың нәҫел төйәге. Олуғ шағирыбыҙҙың атаһы Мөхәмәтзакир ошо ауылда тыуып үҫкән, һуңғы йәшәү урынын да изге атайсалында тапҡан. Һаҡланып килгән шәжәрәләргә ярашлы, ауылда ғүмер иткәндәрҙең күбеһе – Бабич нәҫелдәре.
Бөгөнгө тантанала ҡатнашырға мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, билдәле тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, Бабич нәҫелдәре – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәфирә Иҡсанова (Бабичева), Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рушанна Бабич ҡатнашты.
Сараны Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Трапезников асты. “Барыбыҙҙы ла бер тойғо – тыуған еребеҙҙе данлаған, уның мәртәбәһен арттырған арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо берләштерә, – тине ул. – Бөгөн олуғ шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич хөрмәтенә йыйылғанбыҙ. Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы тигән һүҙҙәр тап уның кеүектәргә ҡарата әйтелгән. Бөйөк шағир ғына түгел, арҙаҡлы йәмәғәт эшмәкәре лә була ул. Ҡыҫҡа ғына ғүмере балҡып янып һүнгән йондоҙға оҡшаш. Ошо яҡтылыҡты беҙ һаман да тоябыҙ”.
Тәбрикләү һүҙҙәре менән Эльвира Айытҡолова, Ранис Алтынбаев та сығыш яһаны.
Тантанала Бабич ижадынан илһам алған кескәйҙәр – Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы тарафынан ойошторолған “Бабич һүҙе” конкурсы еңеүселәре лә тәбрикләнде.
Тантанала яңғыраған бөйөк Бабич шиғырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Йөҙҙәрҙәге илһам, күҙҙәрҙәге йәш тамсылары олуғ шәхесебеҙ рухы алдында сикһеҙ хөрмәт билдәһе булып сағылды.
Сара шағирҙың бюсына сәскәләр һалыу менән тамамланды.
(Мишкә районында шағирҙың 125 йыллығына арналған саралар тураһында тулыраҡ “Башҡортостан”дың алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ).
Айгөл Йәмилева фотолары.
Читайте нас в