Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
4 Августа 2021, 06:30

Республиканы танытыуҙың яҡшы юлы

Тамаша Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында ойошторолдо. Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиғала Премьер-министр Андрей Назаров та ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республиканы танытыуҙың яҡшы юлыРеспубликаны танытыуҙың яҡшы юлы
Республиканы танытыуҙың яҡшы юлы

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, кисә, 3 августа, Ҙур театрҙың Тарихи сәхнәһендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының операһы премьераһы булды. Мәскәүҙәр Жюль Массненың “Дон Кихот”ын ҡараны. Тамаша Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында ойошторолдо. Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиғала Премьер-министр Андрей Назаров та ҡатнашты.

– Беҙ йыл һайын Ҙур театрҙа үҙебеҙҙең иң яҡшы тамашаларыбыҙҙы ҡуйыуҙы йола итеп алдыҡ. Былтыр Илдар Абдразаҡов менән “Аттила” ине, быйыл Асҡар Абдразаҡов Дон Кихот ролендә тамашасылар йөрәген яуланы. Был бик мөһим йүнәлеш һәм беҙ уны үҫтерәбеҙ. Башҡортостан – үҙенсәлекле төбәк, тик төрлө сәбәптәр буйынса баһаланып бөтмәгән. Рәсәйҙә күптәр беҙҙе тәрән мәҙәниәтле, ҙур мөмкинлектәре булған төбәк тип белмәй. Шуға күрә республиканың имиджын яҡшыртыу һәм популярлаштырыу өсөн төрлө йүнәлештәр буйынса эштәр алып барыла. Шундай йүнәлештәрҙең береһе, әлбиттә мәҙәниәт. Беҙҙең коллективтар ил генә түгел, халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа ла лайыҡлы ҡатнаша ала. Был күп тапҡырҙар дәлилләнде. Шуға күрә был йола дауам итәсәк, – тине Андрей Назаров.

Ел тирмәндәре менән көрәшсе Дон Кихоттың һылыу Дульсинеяға булған яуапһыҙ һәм ихлас мөхәббәте тураһындағы спектакль билдәле опера басы Асҡар Абдразаҡов өсөн режиссер булараҡ дебют булды. Төп ролде лә ул үҙе башҡарҙы.

– Мәскәүгә гастролдәр, Рәсәйҙең иң төп театр сәхнәһендә сығыш яһау – был беҙҙең артистар өсөн бер юлы ҙур шатлыҡ та һәм ҙур яуаплылыҡ та, – тине Асҡар Абдразаҡов. – Беҙ республика етәкселегенә гастролдәрҙе ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн һәм Ҙур театрға был тамашаны күрһәтеү мөмкинлеге биргән өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

“Дон Кихот” операһының премьер тамашаһы был кистә Башҡортостандың бай мәҙәниәте һәм ижади мөмкинлектәренә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған кешеләрҙе йыйҙы. Ҡунаҡтар араһында федераль власть органдары вәкилдәре, Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, ғалимдар, артистар, спортсылар һәм йәмәғәтселәр булды.

Премьеранан һуң Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Мин үҙемде театр өлкәһендә ҙур белгес тип иҫәпләмәйем, әммә барыһы ла ныҡ оҡшаны. Ҡунаҡтарға ла бик оҡшаны.

Был төбәк имиджы өсөн мөһим. Республиканы танытыу өсөн уны ҡеүәтле индустрия үҙәге булараҡ ҡына белеү етмәй. “Башҡортостан” һүҙен ишеткәс, кешеләр беҙҙең нефть эшкәртеүсе заводтарҙы ғына иҫенә төшөрмәһен. Тәбиғәт матурлығы һәм бал менән дә сикләнергә ярамай. Бер үк ваҡытта уларҙың баштарында фән, сәнғәт, мода һәм башҡа өлкәләрҙәге уңыштарыбыҙ ҙа барлыҡҡа килһен ине.

Яҡшы үҫешкән илдәр һәм төбәктәр әллә ҡасандан ошоноң кеүек әйберҙәрҙә ҙур аҡса эшләргә өйрәнде. Унда тормош кимәле ныҡ юғары. Заман иҡтисады тап ошолай булырға тейеш. Беҙгә лә ошоға ынтылырға кәрәк. Республикала бының өсөн барыһы ла бар: таланттар ҙа, интеллект та...” тип яҙҙы ул.

 

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52260

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева