Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
1 Сентябрь , 18:00

“Атайсал” – Бөрйәндең Ырғыҙлы ауылында

Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында республиканың билдәле артистары асыҡ һауала концерт ҡуйған.

“Атайсал” – Бөрйәндең Ырғыҙлы ауылында

“Атайсал” проектына ярашлы, Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылында республиканың билдәле артистары асыҡ һауала концерт ҡуйған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Атайсал” республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән барлыҡҡа килде. Уның төп идеяһы – Башҡортостанда тыуып үҫкән кешеләрҙе бергә туплау, яҡташтарына ярҙамлашыуға йәлеп итеү.

Ырғыҙлылағы тамашала Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин, рэп-башҡарыусы "МС Баш", популяр йырсы Ян Лира, “Башҡорт әлифбаһы” хиты авторы RAHIMOV (Рәхимов), сығыш яһаған, билдәле музыкант ZAINETDIN концертты йомғаҡлап ҡуйған.

Ырғыҙлы – республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың тыуған ауылы. Мәртәбәле ҡунаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Шатлыҡ” бейеү ансамбленә сәхнә кейемдәре бүләк иткән. “Клубта бәләкәй булһа ла бейеү ансамбле барлыҡҡа килгәнен белгәс, ярҙам иткем килде”, – тигән ул.

 

Сығанаҡ: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Равиля Гатауллина