Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Сентябрь , 15:10

Мөмкинлектән файҙаланып, йондоҙ бул

Фото:“Башҡортостан таланттары” архивынан.

9–10 октябрҙә Өфөлә Х Бөтә Рәсәй “Баш­ҡорт­остан таланттары” фестивале үтәсәк. 3–17 йәшлек һәләтле балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе сарала ҡатнашырға саҡыралар.

 Конкурста коллективтар, айырым башҡарыусылар, шулай уҡ сәнғәт һәм музыка башланғыс, урта мәктәптәре һәм урта һөнәрселек училищеһы уҡыусылары, художество үҙешмәкәр артистар “Йыр”, “Хореография”, “Үҙенсәлекле жанр”, “Нәфис һүҙ”, “Музыка ҡо­ралдары”, “Театр” һәм “Мода” номинациялары буйынса үҙ көсөн һынай ала.

Бәйгелә ҡат­нашҡан һәр балаға диплом, бүләк һәм кубоктар тапшырыласаҡ. Йыр буйынса Гран-при яулаған конкурсант сәнғәт училищеһына уҡырға инеү өсөн юғары балл ала. Программаға ярашлы, бейеү, фотоға төшөү, фото, видеоотчет, тәмле сәй менән һыйлау кеүек саралар ҙа ҡаралған. Билдәле сәнғәт әһелдәре оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк – 9 октябрҙә Роберт Әмиров – “Автор хорео­графияһы”н, Миләүшә Хәйбуллина “Башҡорт бейеүе”н күрһәтәсәк.

Ойоштороусылар конкурстың баһалама төркөмө ағзаларын һай­лауға ла етди ҡарай һәм Башҡорт­остандың, Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә билдәле булған белгестәрҙе са­ҡыра. Йыр буйынса Башҡортос­тандың халыҡ артисы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының йыр-музыка ҡоралы сәнғәте кафедраһы доценты, йыр сәнғәте һөнәре уҡы­тыу­сыһы Тәнзилә Үҙәнбаева, Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор, “йыр сәнғәте” предмет-цикл комиссияһы мөдире Римма Садиҡова,  Өфө ҡалаһының “Сулпан” балалар ижады үҙәгенең музыка-сәхнә бүлеге мөдире, юғары категориялы эстрада йыры вокалы педагогы Анастасия Коновалова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, джаз һәм эстрада йыры уҡытыусыһы Ирина Остин баһалаясаҡ.

Бейеүҙе баһалауға Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеү­ҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллинаны, халыҡ-ара кон­курстарҙа Гран-при яулаған, “ТНТ” каналы ойошторған “Бейеү” һәм “Яңы бейеү” телепроекттарында ҡатнашҡан, “Беренсе канал”дың “DANCERЕВОЛЮЦИЯ” телепроектында финалға сыҡҡан Роберт Әмировты саҡырғандар.

“Нәфис һүҙ” һәм “Театр тама­шаһы” номинацияларында –  Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рус дәүләт академия драма театры артисы Айгөл Шакирова, “Музыка ҡоралы” жанры буйынса Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған сәнғәт эшмә­кәре, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡыллы музыка ҡоралдары кафед­раһы мөдире, профессор, сәнғәт фәне кандидаты Флүрә Ситдиҡова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класы уҡытыусыһы, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе директоры Салауат Кирәев, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ха­лыҡ-ара пианистар конкурсы лауреаты Рөстәм Ғөбәйҙуллин ба­һалаясаҡ.

Ойоштороусылар конкурс поло­жениеһы менән ентекләп танышып,  ҡатнашыу өсөн алдан уҡ ғариза ҡалдырырға кәңәш итә. Уны 25 сен­тябргә тиклем бирергә кәрәк! Был хаҡта тулы мәғлүмәт менән конкурс сайтында – talanty-bashkortostana.ru, “Бәйләнештә”ге төркөмдә –  https://vk.com/talantybashkortostana, “Инстаграм”да – @talantyufa таныша алаһығыҙ. Шулай уҡ уны ойоштороусыларға +7 (965) 645-33-77 (Юлия Рябчинская), +7 (996) 579-21-88 (Наталья Цветкова) шылтырата алаһығыҙ.

 

- Рәмилә МУСИНА.