Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Ноябрь 2021, 07:45

Ҡырағай

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА Хикәйәнең дауамы

Ҡырағай
Ҡырағай

Хикәйәнең башын уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2021-11-20/yra-ay-2590911?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

 

Хәл ысынлап та бик хөрт ине. Мирас менән Марс ни тиклем ауылдың аҫтын өҫкә әйләндереп тенетеп эҙләмәһен, бер ерҙә лә Бикә әбейҙе күреүсе лә, белеүсе лә булманы.

Кисә кискә ҡарай урамынан усаҡ төтөнө сыҡҡаны күренә ине...
Өлөкөгөн булғандыр, көтөү киткән мәлдә Бикә инәй ауыл осонда тора ине...
Тәҙрәһендә уты күренде ул кисә...
Әсәгеҙ кеше араһына әллә ни сыҡманы бит, ҡайҙан күрәйек беҙ уны...
Емеш еләк тиһәң иҫе китте лә йөрөнө, күп булһа ҡыр һуларға киткәндер. Өй араһында булһа берәү булһа ла күрер ине...

Кемгә генә барып өндәшмәһендәр һәр кеме әбейҙе ҡасан күреүен иҫенә төшөрөп, аптырап эҙләү юлын фаразлап ҡараны. Көн кисләмәҫ борон тип машинала яҡын тирә ҡырҙы ла ҡыҙырҙылар. Унда - бында осраған көтөүселәргә лә йәүкәләп сыҡҡас, үҙаллы эҙләп табыуҙарына тамам төңөлә башлаған ике ир уҙаман ҡала полиция бүлегенә хәбәр ебәрҙеләр.

Махсус эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәренең тик иртәгә генә килеп етәксәктәрен ишеткәс, Марс түрәлек һыҙаттарын өҫтөн ҡуйып хәҙер үк килеүҙәрен талап итһә лә, "Һеҙҙә генә юғалтыу бар тип беләһегеҙме? Егеттәр бушамай.Донъя тулған юғалтыуҙар менән"- тигән һүҙҙәрҙе яуапҡа ишетеп тынып ҡалды.
Ни тиклем үҙенә саҡырып өгөтләһә лә, Марс ҡырағайлығын ташламай, ҡустыһына барып төнләүҙән баш тартты.

Йәйге кистә бер аҙ һалҡыная төшкән тыуған йорт үҙ ҡосағына алды улын. Шомло ла, күңелһеҙ ҙә ине бер үҙенә уға. Бына бына солан ишеген шыңғырлатып асып әсәһе ҡайтып инер ҙә, "эйй... балаҡайым ҡайтҡан бит минең... әллә ҡайҙа оҙаҡлап тик йөрөгәнмен, үәт иҫәүән..."- тиер төҫлө күрҙе. Тик ни тиклем һәр шылт иткән тауышҡа ла һиҫкәнеп ултырмаһын, ишектән инеүсе лә, уға өндәшеүсе лә булманы.

Сәй ҡайнатты. Стена буйына һырынған шкаф эсендә ҡатлап ҡатлап теҙелгән кәсәләр, усламы менән йыйналған ағас ҡалаҡтары күп булһа ла, Марс үҙенә сәй яһарлыҡ бер бокал ишараты ла таба алманы. Бала сағын иҫләп, сөм кәсәгә сәй яһап, урындыҡ ситенә оса терәп кенә Марс сәй шөрпөлдәтте. Ни тиклем арыған һымаҡ тойһа ла, таҫлап йыйналған карауаттан яҫтыҡ алып ятыуға бар йоҡоһо юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.

Бығаса илдең һәр мөйөшө менән бәйләй алған телефоны ла өнһөҙ шым ҡалған. Уның телефон операторы ауылда бөтөнләй тотмай икән дә. Мөйөштә ултырған ҡаралы аҡлы телевизорға йән өрөп ҡарау ҙа файҙа бирмәне. Ниндәйҙер өнһөҙ шәүләләрҙең улай былай йөрөүен генә ҡарап ултырмағанда, һис бер ни аңларлыҡ түгел.

Был әсәй бер яңғыҙы нисек көн үткәрҙе икән? Ни телевизоры, ни радиоһы булмаған. Бығаса һис был хаҡта уйлап та бирмәгән Марс эстән генә әсәһен уйлап әсенеп ҡуйҙы. Күҙе өҫтәл тартмаһына төштө. Әллә ҡасанғы гәзит журналдар тулы тартмала конверттар, открыткалар ҙа күҙенә салынды. Мирастың әрменән яҙған һәр хатын һаҡлаған икән әсәһе. Ә Марс Мирасҡа ҡарағанда оҙағыраҡ хеҙмәт итһә лә, хат яҙыуға бик ауыр булды. Өс йыл эсендә ни бары биш хат яҙҙың, тип гел телгә ала ине әсәһе. Һалҡынлығын үҙе лә аңламай шул Марс. Иҙелеп әсәй тип өндәшә, иркәләнә белмәне.

Бер яҡ ситтә ятҡан асыҡ конверт ҡарашын үҙенә тартты Марстың. Елемләп йәбештерәһе ере лә ҡупмаған конверт яңыраҡ мәлдеке. Ә эсендә Марстың үҙенә төбәп яҙылған, әммә ебәрелмәгән хаты ине әсәһенең. Әәә, бая ғына Мирас һүҙ араһында әсәйҙең әҙрис һорауын әйтеп һалғайны, бына бит ни уйлаған әсәй. Сатай-ботай хәрефтәр уңға һулға йығылышып дәфтәр юлы буйлап теҙелешеп маташҡандар.

"Һаумы, Марс улым!
Һауғынаһығыҙмы? Бик һағындым һеҙҙе балалар. Эштәрегеҙ күптер инде, исмаһам йылына бер булһа ла ҡайтып китер сара тапмайһығыҙ бит. Күсер ҡоштар йылы яҡтан ҡайтып китә, ә һеҙ биртабан ятып та юл тапмайһығыҙ.
Үпкәләмәйем, үҙем юл йөрөй алмағас эсем бошоп китә . Инһәм сыҡһам бер үҙем, ней һыйырымды булһа ла тотонмай тормағанмын тип үкенәм. Кеше ыңғайына һыйыр ҡыуып, көтөү ҡаршы алып мәж килер инем йә.
Ҡустың, Мирасты әйтәм, Лилиә килен менән арыу ғына йәшәп киттеләр. Инде бәхете ошонан булып нығынһындар инде тип кенә торам. Ильяс менән Илдарға әлиминт түләй, ҡалайтаң, улары ла бала бит, шуға пинсейәмдән өҙөп ярҙам итәм ҡустыңа. Былай тормоштары арыу, ҡыҙҙары үҫеп килә. Түбән оста Таштимер апаң мәрхүмдең өйө буш тора ине, шуны белешеп, һатып алып сыҡтылар. Баллар күрше ауылға йөрөп уҡый бит һәҙер, әҙ булһа ла мәктәп яҡын була тип шул өйҙө һайланылар. Кылуп эштәмәй, бивләтикәне лә ябып киттеләр. Мәстүрә апайыңдың лафкыһы ғына эшләй. Сәй шәкәргә шунда барабыҙ. Уныһы ябылып ҡуймаһын инде. Ризыҡ мул, шөкөр. Нимә ашайым тийәһе түгел, миңә һөттө ҡыҙҙар әпкилә. Мирастың ҡыҙҙары. Һөйөп туялмайым шуларҙы. Лыйана ҡыҙымды ла дөпөлдәтеп яратыр инем, их, ҡанатым юҡ осоп барып етергә...

Шөкөр инде һис ауырымайым. Түлкә ошо һинең ҡайтмауың кешенән оят. Аятта әбейҙәр "шул малайың ҡайҙа тора ул?" тип һораһалар, нимә тип әйтергә белмәй китәм.

Наташа килен ни хәлдә? Һаман шул һатыуҙа эштәйме? Елкәһенә сығып ҡуймаһын, түләнеп ыҙаларһығыҙ. Лутсы ҡараштырып шуныңды берәй еңелтә эшкә төшөрһәңсе.

Лыйана ҡыҙым эшкинеп киткәндер инде. Һуңғы тапҡыр килгәнегеҙҙә өс йәш ине. Нисәмә ҡыш рәттән дебет ҡушып ойоҡ бәйләп һалам. Исмаһам, береһе бәпәйемдең тәненә яҙмай бит...

Марс улым, әллә үпкәләттемме үҙеңде? Нишләп бер ауыҙ сәләм дә ебәрмәйһең? Кешеләр ҡолаҡ телефоны алып бөттө. Өйрәнә алмаҫмын шул. Тауышығыҙҙы булһа ла ишетергә ине тип китәм.

Быйыл Ҡараташ буйында ҡара ҡарағат ишелеп уңды. Һин яратҡан ҡарағат бит ул. Хәлемдән килгәнсе, мәрйәләрҙән алда өлгөрәйем тип йөрөп йыйыҙым. Ҡайтып үәринйә алып кит балам. Ҡыш һыуығында ҡарағаттап тороп сәй эсерһегеҙ..."

Һәр кәкерсәк хәреф артынан йотлоғоп йүгергән Марстың күҙ ҡарашы бер секундҡа хаттан айырылып тек тек килеп ваҡыт һанаған сәғәткә текәлде. Ҡараташ ҡарағаты... Теле осона әскелт тәмле ҡарағат үәринйәһе яғылғандай, уртына йыйылған шайығын ғырт йотоп ҡуйҙы.

"Утпыскы ла алмай эшләйһең мәллә, улым. Берәй уаҡытың булғанда ҡайтып ҡына ҡапҡаның оло бағанаһын ҡустың менән алмаштырып китерһең әле. Боронғо урыҫ ҡапҡаһы ауыр, ҡустыңдың яңғыҙ үҙенең хәленән килмәҫ. Берәйһенең өҫтөнә ауып ҡуймаһын тип ҡурҡам. Ҡарағас мәңгелек тиһәләр ҙә, ул да серей икән шул, балам.

Кисә Зәйтүнгөл киленде ҡуйҙылар. Йәштәй генә китеп барҙы, яман ауырыу һәләк итте үҙен. Еңгәй бүләге - янсыҡ алам тип ҡойма башынан ҡолап төшөп маңлайыңды ярғайның, иҫләйһеңме? Зәйтүнгөл еңгәңде төшөргәйнек бит шунда. Зыуҙашып ҡына балаҡайҙары ҡалды. Үҙәгем өҙөлөп илап алдым шул балаларҙы йәлләп...

Минең хәлдәр әлегә ошолай. Уаҡытың булһа остоҡ ҡына сәләм ебәр, балам. Лыйана ҡыҙым хат яҙырға эшкингәндер инде. Урыҫса булһа ла аңлармын мин, әйт, ул булһа ла яҙһын.

Ҡыш һыуыҡмы һеҙҙә? Өйөгөҙ һыуынмаймы? Ятажды өйҙә торабыҙ ти инегеҙ, күрше-тирәгеҙ маҙаһыҙ түгелме? Ер өйө булмағандыр инде, лутшы булыр ине. Минең өй быйыл йылы тотмаҫ булды ла китте. Әллә үҙем, әллә өйөм ҡартая... былай түҙерлек, шөкөр. Варис ҡайнағаның бер малайы утын һата, шунан ике машина алғайным, етер тип уйҙайым. Утыны һәйвәт, Ирәндек ағасы ти. Дөрҙәп яна ла китә.

Күҙ етә күрмәй, өҫтө-өҫтөнә яҙып бөттөм шикелле. Танып уҡырһың тип ышанам. Ярай, имен һау тороғоҙ! Уаҡытығыҙҙы самалап ҡайтып ҡына кит, балам.

Сәләм менән әсәйең Сөйөмбикә. Яҙылды 23 март, 2018 йыл"

Сөйөмбикә... Марс үҙ әсәһенең тулы исемен дә белмәй иллегә еткән... Оят!

Бикә әбей... Бикә өләс... Бикә еңгә... Һәр ваҡыт Бикә тип өндәштеләр бит уға. Йә, Нилдың әбейе, Нил ағайҙыҡы еңгә, Нил бисәһе тип тә ебәрәләр ине. Кем белһен...

Бынан йыл ярым элек яҙылһа ла, хатты хас та кисә генә яҙып һалғандай ҡабул итте Марс. Ҡағыҙ ручка алып хәҙер генә яуап яҙырлыҡ хәлдә лә бит, әсәһенең ҡайҙа икәнлеген, ул да белмәй хәҙер... Күңеле төбөн әсетеп һарҡыған әсе бөрсөктәр тып-тып күҙ йәше булып Сөйөмбикә-Бикә яҙған юлдар өҫтөнә тамды...

Хатты кире бөкләп урынына һалыр саҡта ғына Марс конверт ҡапҡасына яҙылған һүҙҙәрҙе шәйләне.

"Марс улым. Онота яҙғанмын. Дикәберҙә атаң мәрхүмдең йылдығын уҡыттым, һиңә афтыуыз йөрөткән Миңлебай аша хәбәр ебәрттем. Нишләп ҡайтманың? Хатта көттөк. Алла бирһә, быйылғы дикәбер ҙә килеп етер, бүтән улайтып ҡалма. Мин һәр ваҡыт саҡырып тормам. Ҡайтҡың килгәндә лә булмам. Саҡырғасым ҡайт! Минән аманат шул".

Саҡ ҡына бер ситтә "Наташа киленде әбижәйт итмә. Мәрйә булһа ла, ҡыҙым кеүек күреп яратам мин уны. Үҙенә әйт шулай тип", - тип яҙылған ине.

Һуңғы һүҙҙәрҙе уҡып бер аҙ көлөмһөрәп ҡуйһа ла, Марстың күңелен болоҡһоулыҡ баҫыуын дауам итте. Урынына ятып йоҡлап маташһа ла, бер талайҙан һаташып уянып бер булды. Төшөндә урам ҡапҡаһын йүнәтәләр икән дә, эргәләренә әсәләре килеп тора икән, арыраҡ аталары йөрөй икән тип күреп бөттө. Белгәнсә уҡынып, әйләнеп ятып ҡараһа ла, күҙенә һис йоҡо элмәй таң аттырҙы Марс.

(Дауамы бар).

Миңзәлә СИРҒӘЛИНА хикәйәһе.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: