Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Ноябрь 2021, 18:00

Александр Градский вафат...

"Үҙен насар тойоуына ҡарамаҫтан, "Тауыш"ты ташламаны. Үҙенә көсөргәнеште кәметеүен, ял итеүен үтенһәк тә, ул майҙанда ҡалды".

Александр Градский вафат...
Александр Градский вафат...

Бөгөн төндә Мәскәү клиникаларының береһендә легендар музыкант, Рәсәй музыка сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергән йырсы, йырҙар авторы һәм композитор, Рәсәйҙең халыҡ артисы Александр Градский вафат булған. Был хаҡта үҙәк мәғлүмәт саралары хәбәр итте. 

26 ноябрҙә хәле ҡапыл мөшкөлләнеү сәбәпле, Александр Борисовичты ашығыс рәүештә госпиталгә һалалар. Коллегалары, уның ижадын үҙ иткән тыңлаусылар, дуҫтары, туғандары – бөтәһе лә һауығырына өмөтләнә, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөғжизә булмай... Үлем сәбәбе – баш мейеһе инфаркты, тип билдәләнә.

"Проекттың иң уңышлы, талапсан һәм һиҙгер тәрбиәсеһе" тип атай билдәле музыкантты "Тауыш" музыкаль проектындағы коллегалары. "Проект ун йыл элек башланғандан алып шунда эшләне. Уның вафаты - барыбыҙ өсөн дә ауыр ҡайғы. Градский, үҙен насар тойоуына ҡарамаҫтан, "Тауыш"ты ташламаны. Яңы сығарылыштарҙы әҙерләү һәм төшөрөүҙә ҡатнашыу уның өсөн сикһеҙ мөһим ине. Төшөрөүсе төркөм үҙенә көсөргәнеште кәметеүҙе, ял итеүҙе үтенһә лә, ул майҙанда ҡалды. Проектта ҡатнашыусылар менән һуңғы эштәре эфирға сыға ғына әле. Унынсы миҙгелде Александр Борисовичтың яҡты иҫтәлеге хаҡына аҙағына алып барып еткереү – бурысыбыҙ. Финал тапшырыуҙарын ни рәүешле үткәреү тураһында ҡарар яҡын арала ҡабул ителәсәк", – тип яҙҙы проекттың "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә ойоштороусылар.  

Фото: https://vk.com/voice1tv

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: