Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Декабрь 2021, 22:00

“Аҡ күгәрсен” саҡыра

Һеҙҙең шиғырығыҙға яңы йыр яҙҙырылып, уны милли эстрада йондоҙҙары башҡарасаҡ. Конкурста ҡатнашығыҙ!

“Аҡ күгәрсен” саҡыра
“Аҡ күгәрсен” саҡыра

Һеҙҙең йырҙарығыҙҙы Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев йәки Ренат Ибраһимов кеүек сәхнә йондоҙҙары башҡарыуын теләйһегеҙме? Улайһа, “Аҡ күгәрсен” шиғри конкурсында ҡатнашығыҙ!

Конкурста еңеүселәрҙең шиғырҙарына яңы йырҙар яҙҙырылып, уларҙы милли эстрада йондоҙҙары башҡарасаҡ. Шулай уҡ еңеүселәр Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына барып бушлай оҫталыҡ дәрестәре алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ә яҡшы шиғырҙар яңы йыйынтыҡҡа инәсәк.

Конкурс йыр һүҙҙәре яҙған, башҡорт һәм татар телдәрендә ижад иткән шағирҙар араһында үткәрелә. “Аҡ күгәрсен” конкурсы шағир Рәсих Ханнановтың иҫтәлегенә арнала. Үткән быуаттың 60-сы йылдарынан алып Рәсих Ханнановтың йырҙарын Башҡортостандың һәм Татарстандың иң билдәле йырсылары башҡарҙы. Уның ижад өлгөләре ике халыҡтың да милли эстрадаһының “алтын фонды”н тәшкил итте.  

Фото: karmaskaly-nov.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: