Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Декабрь 2021, 08:00

Уртаҡ ир

"Мин һинән китәм, һөймәгәнгә һөйкәлмә, тиҙәр бит. Йәнә лә һинең нисек өҙгөләнгәнеңде, ғазапланғаныңды күреп ялҡтым... Тик кисер мине, Артур... Һинән миңә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй... Ә һеңлемдән теге донъяла ғәфү үтенермен..."

Уртаҡ ир
Уртаҡ ир

МАНСУР БАҺАУВ

Тормош һикәлтәләренең илленсеһен ашаҡлаған, бергәләшеп донъя көткән Артур һәм Әҡлимәнең, һүлпән ағымлы йылға кеүек, тыныс һәм үҙ яйы менән аҡҡан көндәре, кинәт уларҙы ҡаңғыртып-ҡуҙғыртып, көтөлмәгән-кисерелмәгән, әммә һөйөнөслө мәшәҡәттәргә тултырҙы. Бер юлы ике ҡыуаныс килде йортҡа. Был икәү йәшләй генә ҡаты сирҙән вафат булып ҡалған Әҡлимәнең бер туған һеңлеһе Тәслимәнең ике балаһын көтөп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғайнылар. Эй, ваҡыт тигән нәмә, бер урында тапанып тормай шул. Ҡанаттары нығынып, оя ташлағандарына күп тә түгел инде, үткән аҙнала ҡайтып ҡыуандырып китте балалар: бәләкәстәре Айнур — буласаҡ киленде, ә Тәнзилә кейәүҙе ололарға күрһәтте. Ошо арала һуңғыларының туйҙары буласаҡ инде.

Былай ҙа урынында тик ултыра белмәгән өлгөр, сабырһыҙ хужабикәгә шул ғына етә ҡалды, йоҡоһон да, ашауын да онотоп, тамам сабыш атына әйләнде. Был яңылыҡ хужаны ла үҙгәрешһеҙ ҡалдырманы.

Мәңге һытыҡ сырайлы, “эйе... юҡ... ярар” һүҙҙәрҙән башҡаны белмәгән Артур ҙа ҡанатланып, терелеп киткәндәй булды. Икәүләшеп туйға әҙерләнергә тотондолар Алтынбаевтар.

...Бына бөгөн иртәнге сәйҙә улар бер ҡайҙа ла ҡабаланмай, бер нисә көн эсендә таушалып, сепрәккә әйләнеп бөткән дәфтәрҙең биттәренә яҙылған туй пландары буйынса әҙерлекте барлап сыҡтылар һәм ҡәнәғәт булып ҡалдылар: һатып алаһылары алынған, туйға кәрәк-яраҡ әҙерләнгән, саҡырыу ҡағыҙҙары таратылған... Һөйләшәһе һүҙҙәр бөткәс, Әҡлимә, ни эшләргә белмәй аптыранып, тубыҡтарын устары менән ыуғылап ултырған иренә һөйкөмлө генә итеп бер һирпеп ҡараны ла:

— Ярай, Артур, арығанһыңдыр инде... Ял итеп ал, хәл йый туй алдынан... Мин төшкә ҡарай мунса тоҡандырам, сабынып һөйәктәреңде йомшартып алырһың, — тине лә, янына ултырып, яурындарынан ҡосаҡлап алды.

Быны яратмаған хужа ҡулдарҙы алып ташларға булғайны ла, ләкин көслө бармаҡтар уның тәненә нығыраҡ батып инде:

— Этәрмә мине! Мин бит һиңә ят түгел, инде күпме ғүмер итеп ташланыҡ. Ни өсөн һаман миңә шулай һалҡынһың? Һинең йылы һүҙеңә лә хоҡуғым юҡмы ни? Ғәфү ит инде мине Артур, баланың туйы үтһен дә... Мин һинән китәм, һөймәгәнгә һөйкәлмә, тиҙәр бит. Йәнә лә һинең нисек өҙгөләнгәнеңде, ғазапланғаныңды күреп ялҡтым... Һаман онотмайһың Тәслимәңде... Тик кисер мине, Артур... Һинән миңә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй... Ә һеңлемдән теге донъяла ғәфү үтенермен, — тип күҙ йәштәре аша һамаҡлап, ҡасандан инде күңелендә һаҡлап килгән әйтер һүҙҙәрен ярып һалды Әҡлимә.

Ҡатыны өсөн мәңге ҡаты бәғерлегә әйләнгән ир һаңғырау кеше шикелле сырайын да үҙгәртмәне, бер нөктәгә ҡарап ултыра бирҙе. Өҙгөләнеүенең бушҡа икәнен аңлаған Әҡлимә лә яурындарҙан ҡулдарын алды. Ләкин Артур яуапһыҙ ҡалманы:

—Ярай, дөрөҫ уйлайһың, һинеңсә яҡшыраҡ булыр. Икәү генә ҡалһаҡ, беҙгә башҡаса булыу мөмкин түгел... Тик балалар өсөн бик ҙур рәхмәт. Етемдәр, тыумалар тип ҡыйырһытманың, яҡшы ҡараның... Тик һин түгел, ә мин китәм һинән, бар донъя һиңә ҡала.

Әҡлимәһенең күҙҙәренән сартлап атылған осҡондар Артурҙы телһеҙ ҡалдырып, әйтер һүҙҙәрҙе бөтөртмәнеләр.

— Ниңә улай тиһең, етемдәрме, тыумалармы ни улар?! Нисек телең әйләнә һинең?! – тип сикәләне ирен Әҡлимә һәм бәләкәй йоҙроҡтары менән түшенә һуҡҡыланы. Яңылыш хәбәр әйтеүсе һис тә ҡаршылыҡ күрһәтмәне, ирҙәрсә түҙҙе. Ахыр сиктә Әҡлимә ирен этеп ебәрҙе лә йөҙтүбән диванға ауып, яҫтыҡты еүешләтеп, күҙ йәштәренә ирек бирҙе.

Артур буҫлығып илаған ҡатынын йыуатырға ла уйламаны. Ул уттай янған яңаҡтарын ыуалап, урынында тапанып торҙо ла: “Мин Ерәнсәйҙе эҙләп киләйем, икенсе көн ҡайтмай инде”, — тигән булып, сығып китте.

Тупһала йорт хужаһы бер ни булмағандай күҙҙәрен ҡыҫыңҡырап ҡояшҡа ҡарап йылмайып, бик ҡәнәғәт кенә кирелеп алды ла, сөйҙә эленеп торған йүгәнде эләктереп, кәртә артына ашыҡты. Унда Артурҙың һирәкләп булһа ла тапаған ҡәҙерле үҙ юлы бар ине... Бына ул күпереп үҫкән бәпкә үләне араһында һиҙелер-һиҙелмәҫ булып ярылып ята: һүнмәҫ һөйөү, бөтмәҫ хәсрәт һуҡмағы... Ул Артурҙы башҡа бер ҡайҙа ла түгел, бер генә урынға — һөйөклөһө, мөхәббәте янына илтә... Бөгөн күңелдә элекке әрнеткес хистәргә, һағыш-ғазаптарға урын юҡ ине. Унда ниндәйҙер аңлатып булмаҫлыҡ рәхәтлек, ҡәнәғәтлелек тойғолары, бына-бына киң күкрәккә һыймай тышҡа бәреп сығырҙай булып ҡайнаша ине.

Зыяратта

Ауыл зыяраты... Ҡасандыр һәр беребеҙ үтәсәк фани донъя менән мәңгелек әхирәт тормошо араһындағы ҡапҡа. Ҡәберҙәрҙең һалҡын таштары, гүйә, эйәләренең йоҡоһон ҡурсалап, шаян елгә асыуланған һымаҡ, әллә килеүселәрҙән әҙәплелек, тыныс булыуҙы талап итеп, үҙ ауаздарын сығарып ҡаршы ала.

Ана, иң ситтә, зәңгәргә буялған тимер кәртәле ҡәбер Артурҙың мөхәббәте, ҡатыны Тәслимәнеке. Эмаль рәсемдә гел йылмайып ҡаршы ала ул һөйөклөһөн: тыңлай, һөйләшә...

“Килдеңме, һөйөклөм, йә һөйлә инде хәлдәреңде? Минекен һорама ла. Йә, нисек йәшәйһегеҙ унда, яҡты донъяла?... Ярай, ярай, ҡәҙерлем, мин барыһын да беләм инде, күреп торам... Балаларым, апай менән һинең өсөн ҡыуанам... Тик һин мине юҡһынып улай өҙгөләнмә, ҡәҙерлем... Килгән һайын күҙҙәреңдең нурҙары һүнә барыуына йәнем әсей... Мин бит һәр ваҡыт һинең яныңда, һиҙмәйһеңме әллә? Эй-й, Артурым... Урманға Ерәнсәйеңде эҙләп ингәнеңдә үҙеңә эйәреп, ботаҡтан-ботаҡҡа ҡунып, һиңә булған мөхәббәтем тураһында һандуғас булып һайрайым... Ышанмайһыңмы? Ә һин туҡтап ял ит һуң, ҡабаланма, түңгәккә ултырып ал. Шунда үҙең аңларһың минең тауышты, нисек һине яратыуымды. Һытыҡ йөҙөңдә йылмайыу, кәйефең боҙолоп китһә шаян ел булып сәстәреңдең бөҙрәләре менән шаярам, ҡолаҡтарыңа шыбырлап ҡытыҡлайым; ҡайһы саҡта буранға әйләнеп, көслө кәүҙәңде улай-былай сайҡатып көрткә этәргән булам, кәпәсеңә йәбешеп тартҡылашам... Ул мин ул, ышанмайһыңмы, шул ваҡыттарҙа йылмай, “Эх, шаянһың да һуң, Тәслимәкәйем” тип өндәш, миңә лә еңелерәк булыр... Яҙ, йәйҙәрендә хатта көслө ямғыр булып үҙеңде күшектереп, кейемдәрең ҡатламы аша һыу булып үтеп тән йылың менән ләззәтләнәм. Ҡырпаҡ ҡарҙар һибәләгәндә уның бөртөктәре булып, ҡайнар ирендәреңдә рәхәтләнеп ирейем... Яңаҡтарыңды сафлыҡ менән һуғарам, керпектәреңә аҫылынып иркәләнәм... Мин һәр саҡ һинең менән, Артурым... Шуны онотма! Тик тулы кәүҙәлегә әйләнеп, алдарыңа баҫып ҡосағыңа ғына ташлана алмайым! Сөнки мин үлгәнмен... Тик йәнем генә яныңда осоп йорой... Ә һин тереклек донъяһында, кәүҙәң дә, йәнең дә бергәләр... Шуның ҡәҙерен белеп йәшә! Минең өсөн ғазапланма, түҙәрмен... Ҡасан да булһа, барыбер бергә буласаҡбыҙ... Тик һин яҡты донъяла бик кәрәкһең, балаларыбыҙ өсөн, әлбиттә...” — тип һәр саҡ йыуаталыр кеүек.

Был юлы тәүге тапҡыр Тәслимә ирен икенселәй күрҙе. Уныһы етеҙ аҙымдар менән килеп, терһәктәрен рәшәткә остарына терәне лә йәшле күҙҙәрен йылтыратып иҫәнләште. Унан эшлекле, бик ҡәнәғәт кенә тамаҡ ҡырып һүҙ башланы: ҡыуаныслы яңылығын еткерергә һәм шатлығын бүлешергә ашыҡты Артур...

Артур – Тәслимә

Артур сменанан һуң йоҡомһорап, интегеп ҡайтып килә. Эй, йоҡо баҫа бит... Керпектәр ҡурғашланып, күҙҙәр инде йомолоп ҡына бара, башы ла тыңлауһыҙ эйелә лә китә; өҫтәүенә трамвайы ла сәңгелдәк кеүек бәүелтеп илертә. “Эх, ҡасан ғына ҡайтып етеп карауатыма түңкәреләм инде”, – тип зарлана егет күңеле. Шулай килә торғас, ҡапыл ғына Артурҙы аяуһыҙ интектергән йоҡо әллә ҡайҙа осто, күҙҙәр йомолмаҫлыҡ булып ҙурайып асылдылар. Түмәргә әйләнгән баш үҙ урынында ҡатты — сираттағы туҡталышта ингән бер һылыуҡай аңшайтты уны. Инде утыҙға баҫып, сибәрҙәрҙе бирсәткә кеүек алмаштырып, һаман да өйләнергә уйламаған йөрөмтәл егеттең йөрәге дарҫлап типте. Ул үҙен трамвай ултырғысы менән ҡайҙалыр, төпһөҙлөккә осоп барғандай хис итте. Бындай мөғжизәне осратҡаны юҡ ине әлегә.

Мөләйем йөҙөндәге һыҙылып киткән ҡыйғас ҡаштар, бешкән сейә төҫлө ирендәр, яурындарға һалынған ҡалын ҡара толомдар, өҫтәүенә, тал сыбығымы ни, зифа буйлы, әкиәттәге ҡыҙ килеп баҫты уның янына. Ләкин “ҡарт бүре” юғалып ҡалманы, тиҙ генә үҙен ҡулына алды. Бәхетенә күрә янындағы урын буш ине.

— Эй, ҡоҙаса, әйҙә бында, минең янға! — тип саҡырҙы ул. — Әйҙә, әйҙә! Нимә мине танымайһыңмы? Һаман шулай ҡупырышһыңмы ни? — тип хәйләләне “ҡоҙа” кеше.

— Рәхмәт! Ләкин мин һеҙҙе танымайымсы... — тип, оялып ҡына урын алды “ҡоҙасаһы”.

Бына шулай танышып киттеләр: аяҡ кейемдәре тегеү фабрикаһына яңы ғына эшкә төшөп йөрөгән ауыл ҡыҙы Тәслимә һәм байтаҡтан инде тимер иретеү комбинаты металлургы Артур.

Көндәр үтә торҙо, һирәк-һаяҡ осрашыуҙар йышая барҙы. Артур бик тиҙ ҡыҙ күңелен яуланы: “Етәр инде миңә кетәктәге әтәс кеүек ҡыланырға... Үкенерлеге юҡ, туйғансы теттерҙем инде. Бына эҙләгәнемде таптым, шикелле. Ошоға өйләнәм, барыбер”.

Ошо тәҡдиме менән ул ҡыҙға ныҡыша башланы, ә Тәслимә һаман яуабы менән һуҙа килде. Сөнки егетте оҡшатһа ла, ул бергә йәшәгән апайынан шөрләй ине. Һаман һайланып ваҡытын үткәреп инде утыҙға яҡынлаған Әҡлимә: “Егеттәр менән йөрөмә! Һиңә иртәрәк әле... Ҡара уны, минән алда кейәүгә сыҡһаң, ғүмер буйы ғәфү итмәйәсәкмен!” — тип янай килде. Ләкин һеңлеһенең мөхәббәте көслөрәк булып сыҡты шул. “Берәй уңайы килһә, аңлатырмын әле. Уның әйләнгән һайын егеттәр алмаштырып, оҡшатҡанын таба алмағанына мин ғәйеплеме ни?” — тигән фекерҙә ҡалды Тәслимә һәм Артурға ризалыҡ бирҙе. Көндәрҙең береһендә улар ҡалаға сығып туй күлдәге һәм балдаҡтар һатып алдылар. Хәҙер инде бәхетле ҡыҙға кейәү егетте ауылға алып ҡайтып ата-әсәһенә күрһәтергә һәм туй көнөн һөйләшергә генә ҡалды. Балалар йортонда тәрбиә алған Артурға ундай мәшәҡәт юҡ ине.

Йәштәр бер-береһенә бик эҫенде, улар өсөн киләсәктә гел бергә һәм бәхетле булыуҙарына һис шик юҡ ине. Ләкин “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа” тиҙәр бит. Унан да түгелдер инде... Ҡапыл килеп сыҡҡан күңелһеҙ хәл егет менән ҡыҙ араһында бушлыҡ ҡалдырып, ҡара бесәй үткәрҙе, барлыҡ булған хыял-өмөттәрҙе селпәрәмә килтерҙе. Ул көндө Тәслимәгә Артурҙың фатирына һис уйламағанда, иҫкәртеүһеҙ генә барырға тура килгәйне, сөнки үҙенең кейәүгә сығырын апайына әйтеп һалғайны, тегенең ене ҡыҙҙы ла китте, хатта әшәке һүҙҙәрҙе лә йәлләмәне. Һеңлеһенең әйберҙәрен сумаҙанға тултыртып ҡыуып сығарҙы.

Артынан шартлатып ишек ябылғас, Тәслимә иркен тын алды, күңеленән ҡыуанды ғына: берҙән, апайы хәҙер бөтәһен дә белә, икенсенән, ул Артуры менән гел бергә буласаҡ. Үҙен ситлектән сығарылған ҡоштай тойоп, һөйгәненең янына ашыҡты...

Фатир ишеген туҡылдатыу кәрәкмәне ҡыҙға, сөнки ул еткерә ябылмаған ине. Шулай ҙа эстән ишетелгән ярһып сәрелдәгән ҡатын-ҡыҙ тауышы Тәслимәне һиҫкәндереп туҡтап ҡалырға мәжбүр итте.

— Бысраҡ, тупаҫ ауыл бисәһенә мине алмаштыраһыңмы?! Йылы түшәгемдән, ҡайнар ҡуйынымдан ялҡтыңмы?! Хәҙер инде аңланым, ниңә мине абортҡа юхалап ебәргәнеңде... Бисә алырға йөрөйһөң икән! Барыбер йәшәргә бирмәйәсәкмен!

— Роза, ҡысҡырынма! Беҙҙең аралар өҙөлдө инде! Етте, минең дә кешеләр кеүек йәшәгем килә!

...Нисек вокзалға килеп еткәнен иҫләмәй Тәслимә. Оҙаҡ ултырҙы ул эскәмйәлә. “Нисек инде улай? Ни эшләргә хәҙер? Артур шундай кеше булып сыҡтымы ни?” Башта әллә ниндәй уйҙар килеп буталышып ҡайнашты... Сумаҙанын ҡосаҡлап, керпек тә ҡаҡмай таң аттырҙы Тәслимә.

Тамам тынысланған, үҙ-үҙен ҡулына алған ҡыҙ берҙән-бер фекергә килде. Ысынлап та, ул бит ҡала ҡыҙы түгел, тимәк Артурға пар була алмай. “Ана бит Розаһы ниндәй ярата үҙен... Юҡ, араларҙы өҙөргә кәрәк!” — тип уйланы ул. Артурҙың өй телефоны бар ҙа ул, ләкин шылтыратырға күңел тартмай.

Ҡырҡа ҡарарға килгән Тәслимә, күп баш ватып торманы, киоскынан конверт һатып алды ла хат яҙырға булды. Шулай еңелерәк, анһатыраҡ та булыр, тип уйланы ул. Ләкин ҡурғашланған бармаҡтар ҡыҙыулыҡтан башҡа килгән ҡара уйҙарҙы аҡ ҡағыҙ битенә күсерергә теләмәне. Дәфтәр бөтә яҙғансы йыртҡылап маташа торғас, хат ишараты килеп сыҡты шикелле. “Артур... Мине эҙләп йөрөмә... Мин башҡаны яратам, ул егет мине ауылда көтә. Ғәфү ит ошоға тиклем мин һине алдап йөрөттөм... Туй күлдәген һәм балдаҡты ҡалдырырмын... Ғәфү ит мине... Тәслимә”. Розаң менән бәхетле булығыҙ, тип өҫтәргә булғайны ла, кире уйланы. Уның ни ғәйебе бар инде, шул минең кеүек ҡыҙ-ҡырҡын инде, тик ул ҡаланыҡы, тип уйланы Тәслимә.

Ҡот осҡос ялған яҙылған аҡ ҡағыҙ бөкләнеп конвертҡа һалынғас, күңел төбөндә ризалыҡ һәм ҡаршылыҡ тойғолары бер-береһе менән көрәшеп, ҡыҙҙы тамам алйыттылар. Хатты тыңлауһыҙға әйләнгән бармаҡтар ҙа почта йәшнигенең ярығына индерә алмай интекте. Көтмәгәндә бер ир: “Нимә һеңлекәш, әллә эсеп алғанһың инде?” – тип ярҙам итеп ебәргәйне, шунан ғына конверт күҙҙән юғалды... Ул көндә Тәслимә төшкә хәтлем хеҙмәт кенәгәһен, һуңғы айҙың эш хаҡын алып, ятаҡтағы әйберҙәрен тапшырып өлгөрҙө. Бәхетһеҙ ҡыҙ ауылына эңер төшөүгә генә ҡайтып етте. Быға ата-әсә сикһеҙ ҡыуандылар, уны-быны төпсөнөп торманылар. Тыуған йортта, ҡәҙерлеләре янында күңел яралары һыҙлауы ла баҫыла төштө.

Тәслимәне колхозға ҡушҡуллап ҡабул иттеләр. Уны, һауынсылар етәрлек булғас, быҙау ҡараусы итеп ҡуйҙылар. Көндәр үтә торҙо, тырыш һәм өлгөр ҡыҙ бөтөнләй эшкә сумды: иртә таңдан быҙауҙары янына ашыҡты, төшкөлөккә ҡайтҡанда ла уларын һағынды, кистәрен бәләкәстәренән айырыла алмай һуңлап ҡайтҡыланы. Ҡалала ҡалған Артуры ла һирәкләп кенә иҫкә төшә башланы. Әхирәттәре менән киске уйындарға ла йөрөргә ваҡыт тапты Тәслимә. Нисек тә булһа Артурҙы оноторға, йөрәгенән алып ташларға һәм уның турала уйламаҫҡа тырышты ул. Ләкин бисара ҡыҙыҡай яңылыша ине.

Тиҙҙән йөрәге аҫтында йән эйәһе үҙенең барлығын белдерҙе. Бөтә донъя аҫты-өҫкә әйләнгәндәй булды Тәслимәгә, тамағына аш, ҡулына эш барманы... Әхирәтенә серен сискәйне, уныһы оҙаҡҡа һуҙмай ҡалаға барып табипҡа күренергә һәм аборт эшләтергә кәңәш итте.

— Ваҡытты үткәреп ебәргәнһең бит. Күңелең болғанып ыҙаланғаныңда килергә кәрәк булған... Табырға тура килә инде, балаҡай, — тип ҡара өмөттө өҙөп ҡуйҙы гинеколог.

Урын таба алманы үҙенә Тәслимә. Кеше һүҙенән ҡурҡманы ул, тик ата-әсәһен генә йәлләне. Бөтә ауыл алдында оятҡа ҡалдырасаҡ бит уларҙы...

Тик Тәслимәнең борсолоуы бушҡа булды, уларға бындай хәлгә ҡалырға насип булманы. Йәмле йәй көндәренең береһендә, бесәндән ҡайтып килгән Заһир ағай һәм Маһинур апай машиналары менән түңкәрелеп, һәләк булды. Ерләүгә ҡаланан Әҡлимә ҡайтып төштө, тик ул һеңлеһе менән һөйләшергә лә теләмәне. Аҡырынып-екеренеп йөрөнө лә шул көндө үк ҡайтып китте. Бына шулай ихата тулы мал, ҡорһағында йөрөткән тыуасаҡ бала менән япа-яңғыҙы ҡалды Тәслимә.

Артур – Әҡлимә

Һөлөк кеүек йәбешкән һөйәркәһенән анһат ҡотолодо Артур. Уның йомшаҡ яғын – аҡса, бүләк яратыуын яҡшы белә ине. Ҡулына байтаҡ ҡына аҡса эләккәс, Роза башҡа йөҙәтмәҫкә һүҙен биреп, бик ҡәнәғәт сығып юғалды. Иркен тын алды егет, хәҙер Тәслимәһенә өйләнергә кәртәләр юҡ, тип ҡыуанды. Ләкин бөгөндән үк ғүмеренең ҡара көндәре башланасағы, тамуҡ ғазаптарын кисерәсәге уйына ла килмәй ине.

Һөйөклөһөнөң хатын ул иртәгәһенә генә алды. Күңелдәрҙе өшөткөс юлдарҙы уҡып сыҡҡас, асыуы ҡабарҙы егеттең. “Нисек инде уның икенсе егете бар? Ә ниңә мине алдап йөрөгән ул?” — тигән һорауҙар борсоно, ғәрлегенә тейҙе Артурҙың. Һис ышанғы килмәне, шаярталыр, моғайын, тип уйланы ул. Ҡыҙ-ҡырҡындың ҡайһы саҡта шулай килде-китте холҡон күрһәтеүе билгеле инде.

Бер нисә көн көттө, унан фабрикаһына барып ҡараны, ләкин Тәслимә ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Эштән сығып ауылына ҡайтып киткәнен белде. Ни эшләргә, ҡайҙан эҙләргә? Ятағына барырға ярамай, апайына белдертмәҫкә, тип һөйләшкәйнеләр бит әле. Билдәһеҙлектән ҡойолоп төштө Артур, үҙен кеше йәшәмәгән утрауҙа тип хис итте. Урын таба алмай унда-бында һуғылды, ахыр сиктә ятаҡҡа барып сығырға, һөйгәне менән күҙгә-күҙ һөйләшеп аңлашырға булды. Бына түҙемһеҙлек менән көтөп алған ял көнө лә килеп етте...

Ҡулдарына сәскә һәм торт тотҡан, ҡыҙмаса булып алған Артурҙы ятаҡхана вахтеры индермәй ыҙалатты. Сауҙалаша торғас, үтеүселәр аша Әҡлимәне саҡырттылар. Бына төймәләре эленеп бөтмәгән ҡыҫҡа халатының итәге аҫтынан балеринаныҡы кеүек тос аяҡтарын ялтыратып, ихлас йылмайып өҫкө ҡаттан икенсе Тәслимә төшөп килә... Һөйгәненә асыуы ҡайнап килгән Артурҙың йөрәге дарҫлап типте, быуындары мамыҡҡа әйләнде. “Эй, хоҙайым өнөммө, төшөммө?! Ҡайһылай һеңлеһенә оҡшаған, тик быныһы әҙерәк тулыраҡ, шикелле. Күҙ ҡарашы хәйләкәр, йылмайыуы ла яһалма...” — тип билдәләп өлгөрҙө егет.

Әҡлимә ир-ат алдында үҙен тота белә ине. Ул Артурҙың ҡаушауынан файҙаланып, биленән ҡосоп алды ла, яурындарына эйәген терәп, аптыраулы күҙҙәрҙән ҡарашын да алмай:

— Ҡайҙа оҙаҡлап йөрөйһөң? Күпме инде көтөргә була? Соня Николаевна, таныш булығыҙ, был минең буласаҡ ирем. Тиҙҙән туй яһаясаҡбыҙ... — тип ярып һалды.

Тегенеһенә инде етә ҡалды:

— Ой, Анечка! Вәт, маладис, шундай бөркөттө эләктергәнһең... Ҡотлайым! Үтегеҙ, үтегеҙ йәш кеше... Кейәү... Ниңә баштан аңлатманығыҙ инде? – тип сәрелдәп алды ла китте.

Әҡлимә бүлмәһендә яңғыҙ түгел ине. Ике әхирәте менән билдәһеҙ сәбәпте “йыуалар” икән. Артур ҡыҙҙар алдында үҙен бик тыйнаҡ, әҙәпле тоторға тырышты. Ә улар, ғүмере егет күрмәгәнме ни, уға сат йәбештеләр, һәр береһе Артур менән вальста өйөрөлдө, “брудершафт” эсте, исеме-есеме менән ҡыҙыҡһындылар. Бындай иғтибарға егеттең кәйефе лә күтәрелеп китте.

Ҡунаҡтар оҙатылғас, Артур күңелен өйкәгән, йөрәген әрнеткән һорауға яуап алырға булды. Уның һүҙҙе нимәнән башларға тип, уңайһыҙланып ултырғанын һиҙепме, Әҡлимә: “Йә, егет, ниндәй елдәр ташланы һине беҙгә, ҡыҙҙар батшалығына? Һеңлем ни өсөн кәрәк булды үҙеңә?” – тип хәйләкәр йылмайып ҡаршыға килеп ултырҙы. Ҡыҙҙың серле, арбаулы ҡарашынан юғалып ҡалған Артур һүҙен башлай алманы, өнһөҙ генә кеҫәһенән хатты сығарҙы. Уныһы ирендәренең ситенән генә йылмайып, вайымһыҙ ғына яҙылғандарҙы уҡып сыҡты ла шарҡылдата көлөп ебәрҙе. “Кейәү була яҙғанһың икән! Ну, Тузик, ты даешь! Ғәфү ит, мин һеңлемде шулай, тип йөрөтәм... Бер һин генә түгел улай төпһөҙ кәмәгә ултырғандар... Күпме аборт яһатты, һаман үҙенекен ҡуймай, ҡәбәхәт!” – тип егеттең өмөтөн, ышаныстарын һәм мөхәббәтен күҙ асып йомғанса юҡҡа сығарҙы...

“Ҡайынбикәһе” менән күпме ултырғандарҙыр, нимә һөйләшкәндәрҙер, “кейәү егет” уларын һис иҫләмәй. Әҡлимәнең ҡыҫтауҙарына ҡаршы торалмай бер-бер артлы “өҫтәгән” Артур бөтөнләй биреште, нимә һөйләгәнен үҙе аңламаны, алдындағы ҡыҙ йә Әҡлимә, йә Тәслимә булып күренде...

Иртәнсәк йоҡонан уянғас, башта үҙенең ҡайҙа ятҡанын аңламаны. Эргәһендә ярым-яланғас Әҡлимә битен устары менән ҡаплап һулҡылдап илай ине. Үҙе лә шәп-шәрә булғас, Артур бараһында аңланы һәм оятынан:

— Илама, Әҡлимә... Мин теге... Мин... – тип аҡланырға уйлағайны, тегенеһе көслөрәк үкһеп:

— Барығыҙ, кейенегеҙ ҙә ҡайтып китегеҙ! Ой, аллам, һеҙҙең улай икәнегеҙҙе белһәм... Төнө буйы ыҙалатып сыҡтығыҙ, һеңлем белеп ҡалһа... Ой, позор! Ауырға ҡалһам, нишләрмен инде?! — тип өҙгөләнде.

Әммә Артурҙың быға иҫе китмәне. Кисәгенән башы сатнап, тамағы кипһә лә, ул ҡәнәғәтлелек, рәхәтлелек тойҙо. Кинәт ул күңелендә төп фекергә килеп, уны Әҡлимәгә әйтергә булды, тик уның тынысланғанын көттө... Был көндө улар кискә генә ятаҡтан сыҡтылар ҙа, ҡултыҡлашып Артурҙың фатирына йүнәлделәр. Шулай итеп көтмәгәндә егет йөрәге түрендә Тәслимәнең урынын апайы алды. Ир уртаһына етеп ҡатынлы булған Артур үҙен етенсе күктәрҙә хис итте, Әҡлимәне өрмәгән ергә ултыртманы, теләгәнен алдына ҡуйҙы. Тиҙ арала еңел машина “Жигули”ға ултыртып ҡуйҙы.

Һирәк-һаяҡ иҫенә төшкән Тәслимәгә һарыуы ҡайнаны Артурҙың. “Туҡта әле алдаҡсы, хыянатсы... Апайың менән үс итеп, күп балалар үҫтереп йәшәйәсәкбеҙ, алла бирһә! Һин генә йөрөрһөң шунда, теләһә кемгә түшәк булып! Шул хәлгә еткерәсәкмен мин һине! Апайың менән батшалар үткәрә алмаған туй яһаясаҡбыҙ, алла бирһә. Шунда осрашырбыҙ, көнсөллөгөңдән шартлаясаҡһың!” — тип янды ул. Тик буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһенең ҡапыл ҡазаға осрауы был хыялды тормошҡа ашырыуҙан туҡтатып торҙо. Уларҙы ерләүгә Әҡлимә үҙе генә ҡайтып килде. Һеңлеһе тураһында бер ни өндәшмәне, Артур ҙа һорарға ҡыйманы.

Мәрхүмдәрҙең йыллығы үтеп киткәс кенә, туй тураһында һүҙ ҡуҙғатты Әҡлимә. Артур был тәҡдимде хупланы ғына. Тантананы ауылда үткәрергә һөйләштеләр. Шуға күрә инде ауыл яғын онота башлаған Әҡлимәгә ҡайтып килергә тура килде. Иренән ЗАГС-ҡа ғариза яҙҙырып, уның паспортын кеҫәһенә һалып алып, байтаҡ ҡына көҙгө алдында һыланып-һыйпанып, “Жигули”һына атланып сығып та китте. Ҡатыны туйға әҙерлекте тулыһынса үҙ өҫтөнә алды:

— Туйға кәрәк-яраҡты үҙем йыйнармын, ҡунаҡтарға ла саҡырыу ҡағыҙҙарын ебәрермен... Һинең эшең былай ҙа ауыр, ялыңда ял ит... — тигән булды.

Уның ирен Тәслимә менән осрашыуҙан ҡурсалағаны билгеле ине. Ике көндән Әҡлимә шат йөҙ менән ҡайтып инде. “Артур, туйға бөтә нәмә әҙер, күлдәк тә, балдаҡ та һатып алдым. Ғаризаларҙы Тәскирә апай алмай ыҙалатты. Ҡайҙа һуң буласаҡ кейәү үҙе, ти. Көскә өгөтләнем үҙен. Ваҡыт бирергә уйлағайны, мин ауырлымын, тип алданым... Саҡырыу ҡағыҙҙарын ебәрҙем... Беҙгә аҙна ваҡыт ҡалды инде... Әй, Артур... Тағы бер яңылыҡ: теге кәнтәй тыума табып ята! Допрыгалась, ҡәбәхәт! Ауыҙын йырҙым ғына мин уның... Туй үтеп китһен әле, аласыҡҡа ҡыуып сығарам, тыуған йортто тыумаһының һыҡраһы менән һаҫытып ятмаһын әле”, — тип ярһыны ул.

— Дөрөҫ эшләйәсәкһең, бисәкәй!. Эҙләгәнен тапҡан икән әҙәм аҡтығы. Ярай, өй йәйгелеккә беҙгә – дача, ә ул беҙҙең батрачка булыр, — тип көлөп ҡуйҙы ире.

Ләкин был хәбәрҙән һуң күҙ алдынан Тәслимәһе китмәне, бала кемдеке, үҙенеке түгелме икән, тигән уйҙар борсоно. Тағы ла белешер өсөн Әҡлимәһенән хәйләләп, уратып-суратып һорауҙарына яртылаш яуап алды һәм “Әгәр ул башҡа менән сыуалмаһа, бала минеке булырға тейеш. Тимәк, Тәслимә хатты ауырлы көйө яҙған...” тигән фекергә килде. Өҫтәүенә үҙ йомоштары менән килеп сыҡҡан ике туған ҡайнағаһының: “Балдыҙың Тәслимәне һорайһыңмы? Ҡуй инде, уның өсөн бөтә туғандарҙың йөрәктәре һыҙлай. Әллә нимәгә шул апайы артынан ҡалаға ынтылды, ана ҡайтып та килде йөклө булып... Йәшлектең нимә икәнен дә татып өлгөрмәне бахырҡай, сәскә кеүек һулыны ла ҡуйҙы. Эх, ундай хәлгә ҡалдырған ҡәбәхәтте осратһам, ошо ҡулдарым быуып үлтерер инем... Хәҙер кеше араһына сығып йөрөй алмай. Элекке шаян, алсаҡ һеңлекәш, ҡуян балаһымы ни, ҡырағайланды ла ҡуйҙы”, — тип өҙгөләнеүе күңелдә янған утты дөрләтте генә.

Теге ваҡыт ятаҡта Әҡлимә менән йоҡлап ятҡансы, Тәслимәнең үҙен генә табып аңлашмағанына бик үкенде Артур, үҙ-үҙен өҙгөләп ташлағандай булды. Хатты ла, моғайын, ысын күңелдән яҙмағандыр, тип һиҙенде ир күңеле.

Туй көнөн Әҡлимә һәм Артур түҙемһеҙлек менән көттөләр. Тәүгеһе килен күлдәге кейеп, ҡиммәтле биҙәүестәрен аҫып тантана йәме булып ултырырға хыялланһа, икенсеһенең уйы Тәслимә менән осрашып барыһында асыҡларға, аңлашырға ине.

(ДАУАМЫ БАР).

Фото: k-chemu-snitza.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: