Башҡортостан
+16 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Мар.Сәлим – 60 йыл матбуғатта

Яҙыусының шәхси архивынан.
Фото:Яҙыусының шәхси архивынан.

Яңы йыл алдынан Мәскәүҙә, Ростовтарҙың тарихи йортонда, журналистика ветераны, академик  Ғ. Хөсәйенов һүҙҙәренсә, “мәшһүр башҡорт көләссиге”, Рәсәйҙең Журналис­тар союзы баһалауынса, заманында иң яҡшы юмористик баҫмалар иҫәбендәге “Һәнәк” журналына 30 йыл буйы етәкселек иткән, 10 йылдан ашыу Башҡортостан Журналистар союзының рәйесе булған, республиканың халыҡ  яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың (Мар. Сәлим) ижад кисәһе үтте.

Яҙыусының Халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты, күп ижади конкурс һәм фести­валдәр еңеүсеһе икәне күбебеҙгә мәғлүм. Әҙип Евразия халыҡ-ара премияһының һәм “ЛИффТ” Бөтә Рәсәй әҙәби фестиваленең алтын лауреаты, “Тыныслыҡ илсеһе” (Германия), “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы” һәм “Рустең алтын ҡаурыйы” тигән маҡтаулы исемдәр ҙә йөрөтә. Мәскәүҙә, Өфөлә, Ҡазанда, Чебоксарҙа, Симферополдә һәм Лондонда 50-гә яҡын китабы баҫылып сыҡты.

Былтырғы йыл башҡорт совет һәм Рәсәй сатиригы, юморсыһының тормошо сағыу ваҡиғаларға бай булды. Ҡытайҙа нәшер ителгән Донъя шиғриәте антологияһының Раштыуа сығарылышында уның шиғырҙары ҡытай һәм инглиз телдәрендә баҫылып сыҡты; Ч. Диккенс исемендәге халыҡ-ара әҙәби (Бөйөк Британия) һәм “Донъя генералдары тыныслыҡ яҡлы” халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәһе премияларына лайыҡ булыу; тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм татыулыҡты хуплауға арналған иң яҡшы эш өсөн “Тыныслыҡ Күгәрсене” миҙалын яулау (Ҡырғыҙстан).

Шулай ҙа билдәле әҙип ижади биогра­фияһындағы иң мөһим ваҡиға тип 60 йыл элек матбуғатта беренсе яҙмалары баҫылып сығыуын иҫәпләй. Ул саҡта, 1961 йылдың 20 декабрендә, Борай район гәзите 12 йәшлек үҫмерҙең мәктәп тормошо хаҡындағы хәбәрҙәрен баҫып сығара. Тап ошо датаны ул журналист һәм яҙыусы тормошоноң башы тип һанай. Уның илебеҙ баш ҡалаһындағы ижад кисәһе ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы ойошторолдо ла инде.

Кисәне Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты етәксеһенең беренсе урын­баҫары, Яҙыусылар һәм нәшерселәр союздары ассоциацияһы рәйесе, яҙыусы һәм публицист Сергей Шаргунов асты. Ул Мар. Сәлимде үҙенең өлкән дуҫы, остазы тип атай. “Һеҙ ғәжәп яҡты кеше, – тине ул, яҙыусыға мөрәжәғәт итеп. – Һеҙҙән йәшлек дәрте, позитив бөркөлөп тора. Күркәм ижадығыҙҙың йөкмәткеһе – ул һауыҡтырғыс көлкө икәне осраҡлы түгел”. 

Рәсәй Федерацияһы президенты ҡара­мағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге исеменән Ришат Халиҡов та билдәле сатирикты ихлас тәбрикләне. “Мәскәү башҡорттары уның ижадын ярата, уңыштарына һоҡлана һәм ғорурлана”, – тине ул.

М. Кәрим исемендәге Фондтың ойош­тороусыһы Тимербулат Кәримов менән Фондтың директоры Әлфиә Кәримова ла күренекле яҡташтарына сәләмләү ебәрҙе. “Милли әҙәбиәт яҙыусыларының Мәскәү уҡыусылары менән ижади осрашыуҙары йолаһы яңырыуға бик шатбыҙ, – тиелә унда. – Һеҙ сатира кеүек ҡатмарлы жанрҙа эшләп, ҙур уңыштарға ирештегеҙ. Мар. Сәлим тигән сатириктың исеме хәҙер бар донъяға таныш. Совет һәм башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим юморы булған кешеләрҙе юғары баһаланы”.

Яҙыусылар союздарының халыҡ-ара берләшмәһе рәйесе, билдәле яҙыусы һәм киноактер Юрий Коноплянников та Мар. Сәлимдең ижады тураһында йылы һүҙҙәрен еткерҙе. “Марсель Сәлимов прозала ла, поэзияла ла, драматургияла ла һоҡланғыс. Ул –  Рәсәй милли әҙәбиәтенең сағыу вәкиле, үҙ республикаһының ысын халыҡ яҙыусыһы. Уны Сергей Михалков та яратты, күп совет классиктары талантын юғары баһаланы. Үҙемдең художестволылыҡ прин­циптарым­дың башҡорт дуҫымдыҡы менән тап килеүенә ныҡ ғорурланам”, – тине ул.

Башҡорт яҙыусыһының ижад кисәһенә ғалим, публицист, Рус фән һәм сәнғәт ака­демияһы президенты Виктор Никеров, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе урынбаҫары  Назиржон Абдуғәниев, башҡа бихисап билдәле Рәсәй яҙыусы һәм журналистары килгәйне. Барыһы ла башҡорт сатиригының ижадына ҡарата йылы һүҙҙәр әйтте.

Яҙыусының күптәнге дуҫы, билдәле яҙыусы, публицист Николай Стародымов үҙ сайты аша уның ижады тураһында матур фекерҙәрен еткерҙе. “Ул шаярта, кәйефте күтәрә белә. Шаяртыуҙы мәлендә үк күтәреп алып, тиҙ генә шундай уҡ кинәйәле яуабын да ҡайтара”, – тип яҙа ул. “Һирәктәргә эләккән һәләт. Айырыуса бөгөн, тапҡырлыҡты  әҙәпһеҙ, әшәке һүҙҙәр менән алыштырырға ынтылыусылар заманында”, – тип билдәләй.

Кисә барышында Мар. Сәлим яңы китаптары менән таныштырҙы, юмореска, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Уларҙы рус теленә Николай Переяслов, Иван Тертычный, Сергей Янаки ауҙарған.

Кисә Мәскәү башҡорттарының ижади коллективтары әҙерләгән сығыштар менән тамамланды. Улар “халыҡ көлдөргөсө”нөң әҙәби ижадына арналған ҡыҙыҡлы программа тәҡдим итте.  

Әйткәндәй, Мар. Сәлимдең V “ЛИффТ” Бөтә Рәсәй милли әҙәби фестиваленең алтын лауреаты дәрәжәһенә ирешеүе Баш­ҡорт­останға сираттағы фестивалде үҙендә ҡабул итеү мөмкинлеген бирә. Дәүләт башлығы В.В. Путин указына ярашлы иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылында республикабыҙҙың беҙҙең илдең генә түгел, ә тотош Евразияның милли әҙәбиәттәре үҙәгенә әйләнеүе бик ихтимал.  

 

Рәүилә Ғатауллина.

Читайте нас в