Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Апрель 2022, 22:45

Милли кейем көнөндә ниндәй сара көтөлә?

Силәбеләге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән таныштырыу буласаҡ.  

Милли кейем көнөндә ниндәй сара көтөлә?
Милли кейем көнөндә ниндәй сара көтөлә?

Ошо йомала республикабыҙҙа Милли кейем көнө билдәләнә. Был байрамды Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәр ҙә үҙ итә.

Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге лә мөһим датаға бағышланған сараға әҙерләнә. Уны, үҙәк менән таныштырыу маҡсатында, Башҡортостандағы Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора. Исем туйында Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең Мәҙәниәт министрлыҡтары, өлкә Хөкүмәте, Силәбе ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы, өлкәләге Башҡортостан вәкиллеге, республикабыҙҙың Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре, уҡытыусылар, башҡорт йәмәғәтселеге ҡатнаша. Сара барышында Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең эшмәкәрлеге, пландары менән таныштырыу ҡаралған.

Сара ваҡытында музей зонаһы эшләйәсәк, унда фольклор экспедициялары осоронда йыйылған милли кейем, биҙәүестәр өлгөләре, боронғо экспонаттар ҡуйыласаҡ. Әҙәби мөйөш тә тәҡдим итеү ҡаралған. 

Ҡунаҡтар ярым тирмәлә эшләнгән фотозонала башҡорт милли кейемдәрен кейеп иҫтәлеккә фотоға ла төшә ала. Кисә аҙағында Башҡортостан вәкилдәре әүҙем эшмәкәрҙәргә рәхмәт хаттары, маҡтау грамоталары тапшырасаҡ. 

Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге менән таныштырыу сараһы Милли кейем көнөндә, йәғни 15 апрелдә, Силәбе ҡалаһы, Ленин проспекты, 13 А адресы буйынса урынлашҡан йорттоң 8-се офисында уҙғарыла.

Фото: Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто.




Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: