Себергә генә түгел, илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә ватандаштарыбыҙ эшкә йөрөй. Донъя көтөр өсөн ғаиләһенән ситтә алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт иткән атайҙарҙы, әсәйҙәрҙе, ҡыҙҙарыбыҙҙы, улдарыбыҙҙы байрамдары менән ҡотлап, уларға ныҡлыҡ, ныҡышмаллыҡ, һаулыҡ, сабырлыҡ һәм бәхет теләйбеҙ. Һеҙҙең өсөн өйҙәге яҡындарығыҙ, балаларығыҙ доға ҡылып, имен-һау ҡайтырығыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтә, туғандар! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
БЕҘ ВАХТАЛА
Беҙ вахтала. Йырҙа әйтелгәнсә,
Сәскенәбеҙ еткән үрмәгә.
Ял-байрамһыҙ кемдәр эшләмәгән,
Себер михнәттәрен күрмәгән.
Көндө төнгә ялғап, һәр кемебеҙ
Донъя көтөр өсөн мал таба.
Таш бәғерле Себер ҡамсыһынан
Ҡанға ҡушылып татлы бал тама.
Тамсы балға әүрәп, тешен ҡыҫып,
Егелеп эшләй бында бөтәһе —
Өйҙәгеләр генә имен торһон,
Балаларҙың өҫтө бөтәйһен.
...Буранбайҙар һалған юлдар буйлап
Был башҡортҡа күпме үтәһе?!
Урау юлды яҙмыш насип иткәс,
Эләкмәй шул уның түтәһе.
Өйҙәгеләр генә имен торһон,
Бирешмәбеҙ беҙ ҙә Себерҙә.
Себерҙә мал тапҡан ирҙәр барҙа
Мөрйәләрҙә төтөн елберҙәр.
Тик беҙ шунда саҡта йортобоҙҙоң
Һүрелмәҫме серле усағы?
...Юлға сығам. Эшһеҙ итмәм, тиеп,
Йонсоһаң да, ашһыҙ итмәм, тиеп
Йәнә йәйә Себер ҡосағын.
Фотолар авторҙың шәхси архивынан.